Эй ҡыуандырҙы мине бөгөн директорым. Үтә бәләкәй кәүҙәле булғаны өсөн «Төпсөк» тип йөрөткән түрәбеҙ минең өсөн иң ҡәҙерле кеше хәҙер. Иртүк кабинетына саҡыртып алды был.
– Ғәҙелшин, коллективҡа егерме биш йыл хеҙмәт итәһең. Ә эшләгән кешене ҡәҙерләй беләбеҙ беҙ, һинең ғаиләгә өс бүлмәле фатир бирергә булдыҡ. Асҡысын иртәгә телевидение, радио, гәзит журналистары алдында тапшырырбыҙ, – тип шаҡ ҡатырҙы ул.
– Ныу, рәхмәт, Төпсөк, әй, иптәш директор, рәхмәт, Вәли Ғәлиевич, – тип ныҡ тулҡынланыуҙан түрәмдең ҡулдарын ауырттырғансы ҡыҫып сығып киттем.
Үәт, шатлыҡ, әй! Ниһайәт, ятаҡтан ҡотолоп, хан һарайы кеүек фатирға күсенәм. Ҡатыным, ике ҡыҙым ҡыуанышыр инде. Ҡатындың миңә мөхәббәте лә яңынан дөрләп китер әле, юғиһә ошо арала айына бер тапҡыр, аҡса алып ҡайтҡан көндө генә, йөҙөнә йылмайыу ишараты сығара ине. Тик бына ул отпуск алып, балалар каникулда саҡта ауылға ҡайтып киткәйне. Ярай, туп-тура фатирға килерҙәр хәҙер. Ғәҙәттә, эштән ҡайтҡас, бер нисә сәғәт серем итеп ала торғайным, сөнки төндә ятаҡ тормошо башлана ғына, барыбер йоҡо бирмәйҙәр. Ә бөгөн йоҡлау ҡайғыһы юҡ, өҫтәүенә, өҫкө ҡаттағы бейеүсе күршем «Әпипә» көйөнә һелкетә баҫа башланы. Оло талант эйәһе ул, үҙе шундай тырыш, ана бит, бүлмәһенә ҡайтҡас та, бер нисә сәғәт иҙән һелкетеп бейей. Ҡыҙҙарымдың да һөнәрҙәре артты, әҙер бейеүселәр хәҙер, өйрәтеүсеһе эргәлә йәшәгәс. Фатирға күскән саҡта онотмай ғына рәхмәт әйтеп китергә кәрәк.
Бына ҡаршыла йәшәүсе опера йырсыһы мәшһүр композиторҙың операһынан ария һуҙып ебәрҙе. Тауыш та һуң үҙендә, стеналар һелкенеп китә хатта.
Уңарсы булмай бүлмәмдең ишеген шаҡынылар. Мәңге иҫерек һул яҡтағы күршем икән. Ошо ятаҡта егерме биш йыл йәшәп, айныҡ сағын егерме биш тапҡыр ҙа күрмәнем.
– Үлтермә инде, күрше, – ти был, йығылып китмәҫ өсөн стенаға һөйәлеп. – Йөҙ грамм ғына һал, һинең була торған.
– Һуң, минең бүлмә аша араҡы йылғаһы аҡмай бит, – тип ҡабатлайым мин әллә йөҙөнсө, әллә йөҙ ҙә беренсе тапҡыр. – Кисә шешә төбөндә ултырғанын үҙең эсеп сығып киттең бит.
– Төбөндә ҡалманымы икән? – Өмөт менән янған иҫерек күҙҙәрҙән ҡасыр әмәл юҡ. Ҡылт итеп хәтергә төштө. Бәй, тыуған көнгә тип алып ҡуйған бер литр «аҡбаш» ултыра ла баһа. Ҡыуандырайым күршемде. Бәлки, һуңғы тапҡыр килеүелер. Фатирға күсһәм, эҙләп тә тапмаҫ әле.
Шешәне күргәс, күршемдең ғазаплы йөҙө яҡтырып, үҙе кәм тигәндә бер нисә йылға йәшәреп китте.
– Ну, брат, егет кеше һин, юҡ, Аллаһы Тәғәләнең ерҙәге илсеһе һин, юҡ, һин...
Күршемә шешәне ҡосаҡлатып, ишекте бикләп ҡуйыуға, уң яҡтағы күршем баянын һуҙып ебәрҙе. Композитор ул, ике йыл элек ике йыры радио аша яңғырағайны. Ул баянын ҡулына алһа, ғаиләбеҙ менән эште ташлайбыҙ ҙа ошо сихри моңдарға берсә иҫереп, берсә иҫебеҙ китеп ултырабыҙ. Баяндан ағылған шул моң йөрәктәргә генә түгел, мейегә лә үтеп инә.
Бәғзе дуҫтарым, ниңә концерттарға, спектаклдәргә йөрөмәйһең, тип ғәжәпләнгән була. Аҡсаны юҡ-барға әрәм итергә алйот түгелмен дә.
Бейеүсе, йырсы, композитор күршеләрем былай ҙа көн һайын концерт күрһәтә. Ишшеү, бушлай. Ә алкоголик күршем «спектакль» ҡуя. Ул иһә үҙ-үҙен ҡабатламай, гүйә, ысын ижад кешеһе. Бер көн «трагедия» ҡуйһа, иртәгәһенә «комедия» тыңлап кинәнәбеҙ, унан «драма»ға ла сират етә.
Уф, шул иҫерек күршем бая үҙе бүлмәгә инмәһә лә, тыны кергән икән. Башҡа сығып китте. Булмаһа, ятаҡ алдына сығып, һауа һулап инәйем.
Тышта инде ҡараңғы, күктә йондоҙҙар емелдәй. Минән аҫта йәшәгән шағир күршем шул йондоҙҙарға төбәлгән. Һуңғы осорҙа, илһам килмәй, тип бик зарлана ине.
Килгәндер, күрәһең, ана бит, тирә-яҡтағы шау-шыуҙы ла шәйләмәй. Эргәлә генә ике егет шап та шоп һуғыша, өсөнсөһө килеп айырырға теләгәс, икәүләшеп уныһына йәбештеләр.
Алыҫтараҡ ҡыҙҙар ҡыҙыҡ табып көлөшә, урамдан машиналар геүләп үтә. Ана, берәүһе ятаҡ алдына килеп туҡтаны. Шәп машина, «джип». Шоферы әллә грузин, әллә әрмән, мыйығы Буденныйҙыҡы кеүек. Кемделер көтөп ултыра торғас, сигнал бирҙе, бөтә көсөнә «яратам!» тип һөрән һалды был. Ете ҡатлы ятаҡтың тәҙрәләрендә ҡыҙҙар күренә башланы бит, әй. Әрмән уларҙың иң матурына төртөп күрһәтте лә «һине яратам!» тип йәнә һөрәнләне. Ҡыҙ юғалып торҙо ла, бер аҙҙан аҫҡа төшөп, машинаға инеп тә ултырҙы. Үәт әй, күҙ алдында мөхәббәт тыуа. Шул саҡ шағир күршем мине тапай яҙып ятаҡ ишегенә ташланды, илһам тигәндәре урғылып сыға башланы, күрәһең. Әллә ни арала ятаҡ алдында пәйҙә булған композитор күршем дә инеп юғалды.
...Төн уртаһында ишек дөбөрләтеүгә йәнә уянып киттем.
Шағир күршем икән. Күҙҙәрендә йәш.
– Халыҡ шағирҙары көнләшерлек әйбер яҙҙым. Бына тыңла әле.
Сибәр ҡыҙҙар бик күп тә ул,
Ну иң матуры – Мәрйәм.
Уны күргәс, һоҡланыуҙан
Тәгәрәне бер әрмән.
Иҫ киткес бит, ә?!
– Үлемһеҙ әҫәр был, – тим, иҫнәй-иҫнәй.
– Рәхмәт, ысын шиғриәтте аңлайһың икән, – ти шағир, күҙҙәренән инде субырлап аҡҡан йәштәрен һөртә-һөртә. Шул арала композитор күршем дә өр-яңы көйөн баянда һыҙҙырып ебәрҙе. Йоҡо ҡайғыһы китте...
Иртәгәһенә директор кабинеты алдында баҫып тора инем. Тик был юлы Төпсөк тереләй һуйҙы мине, фатир асҡысы урынына ҡуҡыш күрһәтте.
– Был юлы фатирҙы бүлек мөдиренә бирергә ҡарар иттек, ә һин танауыңды төшөрмә, Ғәҙелшин, киләһе фатир мотлаҡ һинеке булыр, – тип мығырланы.
Ә мин, иҫәр, өмөтләнеп йөрөгән булам, һуң, бүлек мөдире Төпсөктөң бажаһы бит, ҡайнағаһы, ике ҡоҙаһы ла беҙҙә эшләй. Ни хәл итәһең, ниндәй ҙур түрә лә бөтә донъяны бәхетле итә алмай, туғандарын ҡарап өлгөрһә лә яраған.
Төпсөккә үс итеп, эштән иртә тайҙым. Ә ятаҡҡа ҡайтып инһәм! Бер күршем баянда дәртле көйҙәр уйнай, икенсеһе йырлай, өсөнсөһө тыпырлатып бейей. Ана, шағир менән бер аҙ һалмыш күршем йылмайышып ҡаршыға килә. Әйтер һүҙҙәре бар, күрәһең.
Эй, суҡынып китһен фатиры! Унда күсенһәм, эс бошоуҙан һарғайыр инем әле, ҡолаҡ тондорғос тауышта йәшәп өйрәнгәс, организм тынлыҡты күтәрә лә алмаҫ ине. Ә бында тормош ҡайнай, күршеләрем минең өсөн өлтөрәп тора, бер туғандар кеүек йәшәйбеҙ. Торғаны ожмах бит бында, ә аҡылы булған кеше унан китмәй. Фатир бирһәләр ҙә күсенмәйем. Йәшәһен ятаҡ!