Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март 2020, 19:10

Ҡолағың “яна”мы? Тимәк, һине һөйләйҙәр...

“Ҡолаҡ яна” тиһәк, тимәк һине һөйләйҙәр тип шаяртабыҙ. Тик ни өсөн ул ҡыҙара һуң?

“Ҡолаҡ яна” тиһәк, тимәк һине һөйләйҙәр тип шаяртабыҙ. Тик ни өсөн ул ҡыҙара һуң?
Стресс, ҡурҡыу, нервылар ҡаҡшау ҡолаҡ ҡыҙарыуға килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе. Шулай уҡ һалҡында яланбаш йөрөү, уңайһыҙ баш кейеме кейеү, наушник аша музыка тыңлау ҙа ҡолаҡҡа ҙур зыян килтереүе ихтимал. Ҡолаҡ эсендә инфекция булғанда ла ҡыҙарыуы һәм ҡысыуы мөмкин. Ҡолаҡтың ҡыҙарыуына йәнә баш ауырыуы ла өҫтәлә икән, тимәк баш мейеһенең ҡан әйләнеше насар. Был осраҡта тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итеү ҡамасауламаҫ.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙа гормональ тайпылыштар ҙа ҡолаҡты ҡыҙартыуы бар. Ҡолаҡ ҡыҙара, йөрәк тибеше йышая икән, ҡан баҫымығыҙҙы үлсәп ҡарағыҙ.
Ҡолағығыҙ янған осраҡта бер кем дә һеҙҙе иҫкә төшөрә йәки һөйләмәй, ә киреһенсә организм үҙ сигналдарын ебәрә. Тик уны ваҡытында ишетә һәм дауаланырға ғына кәрәк.
Карима Усманова
Фото: интернет
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/ola-i--yana-mi-Tim-k--ine--yl-y-r-156018/
Читайте нас: