Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2020, 13:33

Ҡулдары шифалы тиҙәр

Дауаханала ятҡан һәр кемдең белемле, кешелекле табипҡа, уколды оҫта ҡаҙаған шәфҡәт туташына эләккеһе килә. Кешеләр дауалауға 22 йыл ғүмерен бағышлаған шәфҡәт туташы Илмира Үмәрғәлина хаҡында пациенттарҙан : “Илмира Әхтәм ҡыҙының ҡулы йомшаҡ, рәхмәт инде уға”, – тигән йылы һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.

Дауаханала ятҡан һәр кемдең белемле, кешелекле табипҡа, уколды оҫта ҡаҙаған шәфҡәт туташына эләккеһе килә. Кешеләр дауалауға 22 йыл ғүмерен бағышлаған шәфҡәт туташы Илмира Үмәрғәлина хаҡында пациенттарҙан : “Илмира Әхтәм ҡыҙының ҡулы йомшаҡ, рәхмәт инде уға”, – тигән йылы һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.
Илмира Ишембай кардиология бүлегендә 2007 йылдан алып эшләй. Уға тиклем Арлар, Яңы Әптек ауылы фельдшерлыҡ пунктарында тәжрибә туплаған. Аҡ халаттарҙың бөхтәлегенән башлап, сирлегә тәғәйен һәр дарыуҙың ваҡытында ҡабул ителеүенә тиклем шәфҡәт туташы яуап бирә. Эш мәшәҡәтле, талаптар ҡәтғи, яуаплылыҡ юғары.
- Бала саҡта гел табип булып уйнаным, үҙемсә укол яһап маташа инем. Шуға ла, мәктәп тамамлағас, алдымда ниндәй һөнәр һайларға тигән икеләнеү булманы. Ҡыйыу баҫып Салауат медицина училищеһына юлландым. Унда уңышлы ғына уҡып, диплом алып сыҡтым. Эш ҡатмарлы, сөнки ауыр хәлдәге пациенттар менән эшләргә тура килә. Тәүлек әйләнәһенә эш урынында булып, кеше ғүмере өсөн көрәшергә тура килгән мәлдәр - иң ауыры. Шулай ҙа һөнәремде ныҡ яратам, - ти Илмира Әхтәм ҡыҙы.
Шәфҡәт туташы өлгөлө хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Һәр ваҡыт белемен камиллаштырып тора. Юғары категориялы шәфҡәт туташы өйөндә лә өлгөрә, ғәзиздәрен ҡатын, әсәй наҙы менән уратҡан. Тормош иптәше Фәнзил менән үҙҙәре кеүек егәрле, матур ике ҡыҙ үҫтерәләр.
Һуңғы ваҡытта медицина хеҙмәткәрҙәре тураһында төрлө һүҙҙәр ишетергә тура килә. Шул уҡ ваҡытта был һөнәр эйәләре Хоҙай Тәғәләгә иң яҡын тора, тиҙәр. Ысынлап та, уларҙан башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереүе ауыр. Илмира Әхтәм ҡыҙы кеүек үҙ эшен яратып башҡарған, кеше ҡәҙерен белгән белгестәр күберәк булһын, тип теләйек.
Читайте нас: