Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2020, 01:12

Әсәле-ҡыҙлы һаулыҡ һағында

Мәҡәләмде үҙҙәрен һөнәрҙәрендә тапҡан, кешеләргә файҙалы булып йәшәү бәхет икәнен аңлаған ҡыҙым Лилиә Ғазалиева менән ейәнсәрем Юлиәгә бағышлайым.

Мәҡәләмде үҙҙәрен һөнәрҙәрендә тапҡан, кешеләргә файҙалы булып йәшәү бәхет икәнен аңлаған ҡыҙым Лилиә Ғазалиева менән ейәнсәрем Юлиәгә бағышлайым.
Башҡорт ауылында сабый донъяға килһә, ауыл халҡы өсөн был ваҡиға оло бер байрамға әйләнә ине әүәл. Икенсе ҡыҙын өйгә алып ҡайтыуы менән Гөлдәр апайҙың да йорт ишектәре шаҡ-шоҡ асылып-ябылыуҙан һис туҡтаманы.
Билдәле, йәш баланың атай-әсә йортона ҡайтыуын ҡотлау өсөн иң тәүҙә яҡын туғандар, артабан күрше-күләндәр һәм, әлбиттә, бергә эшләгән иптәштәр килә. Ә ҡунаҡтарҙы уртаҡ бер генә һорау борсой: балаға кем тип исем ҡушаһығыҙ?
Бөтә һорауҙарға ла Гөлдәрҙең әсәһе - Ғәбиҙә өләсәй нөктә ҡуйҙы:
- Ҡыҙым, исемең Гөлдәр булғас, гөлдәрҙән сәскә тыуа бит инде. Шулай булғас, ҡыҙыбыҙҙың исеме Лилиә булһын!
Әле генә Белорет педучилищеһының дипломын ҡулына алған йәш уҡытыусы әсәгә, оло ҡыҙы Эльвира менән бәләкәсе Лилиәне яңғыҙҙарын өйҙә бикләп ҡалдырып,
Маҡарҙан күрше Ибрай ауылына көн дә йөрөп эшләү, башланғыс мәктәптә балалар уҡытыуы бер ҙә еңелдән булманы. Төштән һуң йә педсовет, йә профсоюз йыйылышы, йә икенсе бер йәмәғәт эштәрен башҡарыу яуаплы йөкләмә булып торҙо. Ҡыҙҙары Лилиә бигерәк тә тынғыһыҙ булды, бер урында ултырыуҙы белмәне. Бәләкәйҙән эш яратып үҫте.
- Ҡыҙым, балалар баҡсаһында бөгөн нимә эшләнегеҙ? – тип һораһаң, ул ҙур эш бөтөргәндәй:
- Бөгөн мин садикта “друнжый” булдым! - тип шатланыр ине. Беҙҙеңсә дежурный була был һүҙе.
- Маҡар мәктәбендә уҡыған йылдарында ла ул класташтары араһында иң тырыш, тәртипле, осҡон сәсеп торған ҡыҙ була торғайны. Иптәштәрен алға әйҙәүсе комсомолка тип беләбеҙ, - тиҙәр класташтары Лилиә Лоҡманова, Гөлнара Аллағыуатова һәм Булат Дилмөхәмәтов.
- Ул йылдарҙа Маҡар мәктәбендәге хәрби-патриотик тәрбиәнең бер үҙенсәлеге булды. Маҡар мәктәбен Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылды ғына Белорет районы Баҡый ауылы егете Зөбәй Үтәғолов тамамлай. Уға Украинаның Одинцово тимер юл разъезын фашистарҙан ҡаһармандарса һаҡлағаны, күрһәткән батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Мәктәптең иң яҡшы уҡыусылары, уҡытыусылары Иманғол Дәүләтшин, Бәхтегәрәй Мөхйәнов етәкселегендә Зөбәй ҡаһарман йөрөгән һуҡмаҡтан походҡа барыу йолаһын тергеҙҙеләр. Лилиәләрҙең класы ла ошо абруйлы тәрбиә өлгөһөн ойоштороуҙа иң әүҙеме булды. Ә бит Зөбәй олатайығыҙ Маҡар мәктәбенә хәҙерге заман балаларын йөрөткән уңайлы автобуста йөрөп уҡымаған, ә үҙе генә белгән һуҡмаҡтарҙан алтмыш саҡрым араны йәйен йәйәү, ҡыш көнө саңғыла үтеп белем алған.
Күп көнлөк поход осоронда ниндәй генә хәл-ваҡиға булмай уҡыусылар араһында: берәүҙең ботинкаһы ышҡыуҙан аяғы ҡанһыраһынмы, икенсеһе йығылып берәй ерен
ауырттырһынмы, өсөнсөһөнә талпан ҡаҙала ҡуйһа... Ҡыҙыл тәреле сумкаһын тағып, беренсе ярҙам күрһәтергә Лилиә килеп етә һала. Ошо осорҙа уҡ ҡыҙҙың буласаҡ һөнәре үҙен һиҙҙертә, күрәһең.
Лилиәнең булмышын баһалап, мәктәп менән хушлашыу кисәһендә класс етәксеһе Мәрйәм Мохтар ҡыҙы ҡыҙ балаға медицина юлын һайларға тәҡдим итә. Тик Лилиәбеҙ
класташы Лилиә Лоҡманова менән Салауаттағы нефть институтына уҡырға инеп китә. Күңелгә ятмағас ятмай икән һөнәр. Беренсе курстан һуң Салауат медицина училищеһына юл тота. Үҙенең уҡытыусылар нәҫеленән икәнен тойған ҡыҙ тиҙҙән Стәрлетамаҡ педагогия институтының химия-биология факультетын тамамлай. Ә инде 1989 йылдан башлап, бына хәҙер 30 йыл, Ишембай ҡалаһы поликлиникаһының хирургия бүлегендә алыштырғыһыҙ шәфҡәт туташы ул.
Шул йылдарҙан башлап ҡаланың хирургия бүлеген етәкләгән, райондың Почетлы гражданины исемен юғары йөрөткән Алексей Катков баһаһы ла ғаилә өсөн бик мөһим.
- Ҡатмарлы операциялар ваҡытында бүлек хирургтары ярҙамға һәр ваҡыт Лилиәне саҡырҙы. Етәкселек тырышлығын баһаланы, тиҙҙән уға бүлексәнең өлкән медсестраһы
вазифаһын йөкмәттеләр. Һәм бына хәҙер 15 йылға яҡын юғары категориялы медицина хеҙмәткәре Лилиә Фаяз ҡыҙының ошо вазифаны уңышлы башҡарып килеүенә шатмын, - тип уртаҡлашҡайны ул.
Лилиәнең берҙән-бер ҡыҙы Юлиә лә әсәһенең һөнәрен үҙ итте. Әле ул Өфө күҙ ауырыуҙары институтында табип-офтальмолог эшен уңышлы башҡара, уның да киләсәге
яҡты булһын, һөнәренән уңһын. Күптән түгел ул Польшаның Краков ҡалаһында Бөтә Донъя йәш офтальмологтары съезында ҡатнашып, фәнни доклад менән сығыш яһап
ҡайтты. Уңыштар һеҙгә, башҡорттоң аҫыл табип ҡыҙҙары.
Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: