Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2020, 13:17

Асылған серҙәр

Ҡатын-ҡыҙ көслө иренә буйһоноп, арҡаланып ҡына йәшәһә, айырыуса бәхетле, күңеле тыныс була, үҙен ышаныслыраҡ тоя, тиҙәр. Был осраҡта ғауғасыл ир тураһында һүҙ бармай, әлбиттә.

Ҡатын-ҡыҙ көслө иренә буйһоноп, арҡаланып ҡына йәшәһә, айырыуса бәхетле, күңеле тыныс була, үҙен ышаныслыраҡ тоя, тиҙәр. Был осраҡта ғауғасыл ир тураһында һүҙ бармай, әлбиттә.
Ысынында иһә бындай хәл көслө зат өсөн уңайлы түгел, сөнки ысын ир-ат булыу – бик тә ҡатмарлы ғәмәл. Етешһеҙлектәреңде бөтөрөргә, иң яҡшы сифаттарыңды үҫтерергә, ҡатмарлы осраҡтарҙа яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алырға тейешһең.
Тормош мәшәҡәттәрен, яуаплылыҡты уртаҡлашып, яйы сыҡҡан һайын диванда аунап ятыуҙан да рәхәтерәк тормош юҡтыр ул ир-егет өсөн. “Йәшәһен үҙ-ара тигеҙлек!” – ғәләмәт шәп лозунг булып сыҡты ирҙәр өсөн. Шул уҡ ваҡытта ҡатының һине хөрмәт тә итергә, эштә лә, өйҙә лә бил бөгөргә тейеш. Бына ҡайҙа хөрриәт! Юҡ, улайыраҡ булмай торһон әле! Ғаилә мөнәсәбәттәрен өйрәнгән ғалим-психологтарҙың фекеренә күҙ һалайыҡ. Бәлки, йәштәргә файҙаһы тейер.
Беренсенән, ҡустым, ҡатының һине хөрмәт итһен өсөн, зарланыуҙан туҡтарға тейешһең. Һиңә ҡыйын саҡта, ауырып киткән мәлеңдә хәләл ефетең былай ҙа йәлләр, дауалар ҙа үҙеңде. Әгәр эшеңдән эт кеүек өрөп ҡайтып инһәң, ҡатының һине тиҙ үк ташлап китер.
Икенсенән, зарланмаҫҡа өйрән. “Теге йүнһеҙ әҙәм кеше башынан йөрөп, уңыш яуланы”, “Атаһының ярҙамында карьера яһаны”, “Мин дә урлашһам, күптән байыр инем” – ошоноң ише зарланыуҙар ир-атты биҙәмәй. Көнсөллөк бер ҡасан да ярҙам итмәҫ, ә ҡатының быны көсһөҙлөгөң өсөн аҡланыу тип ҡабул итер.
Өсөнсөнән, бер кемде лә кәмһетмә, беренсе сиратта ҡатыныңды һәм балаларыңды. Ҡатын кеше мыҫҡыллау һүҙҙәрен айырыуса ауыр кисерә. Уның бәҫен төшөрөп, ҡурҡытып, үҙеңдең марионеткаң яһап алырға була, әлбиттә. Ошондай ҡаты бәғерле залимдар менән йәшәгән гүзәл заттар күп хәҙер ер йөҙөндә. Улар ғәмәлдә ирҙәрен күрә алмай, нәфрәт йотоп, бүтән кеше алдында һыр бирмәҫкә тырышып, түҙеп йәшәй. Ҡайһы берҙәре, балалары үҫеп, аяҡҡа баҫҡас, иренән ҡотолоу яғын ҡарай. Ҡатыныңдың ҡәҙерен белмәһәң, шулай була…
Дүртенсенән, күрше-күләнде лә, бүтән кешеләрҙе лә сәнскеле һүҙҙәр менән мыҫҡыл итмә. Арыҫлан, мәҫәлән, “серәкәйҙәр” артынан йүгермәй, дошманының муйынына үткер тештәрен батырыр өсөн генә ауыҙын аса. Ә сүл бүреһе, көсһөҙлөгөн йәшерер өсөн, тештәрен ыржайтып, һәр ҡыбырҙаған йән эйәһенә бер туҡтауһыҙ өрә. Аҡыллыға ишара: баһаһын белгән, үҙен тыныс тотҡан арыҫлан сифатына инеү ирҙең абруйын арттыра. Юлда осраған бер водителде йә йәйәүлене һүгеп тә, ҡатынығыҙ алдында күтәрелә алмаҫһың.
Бишенсенән, хәлһеҙҙәрҙе, көсһөҙҙәрҙе ирештермә, уларға бәйләнмә лә. Ҡайһы берәү байыһа ла, күңеле менән барыбер ҡол булып ҡала, шуға күрә үҙенән түбәнерәктәрҙе, аҡсаһыҙҙарҙы әҙәм аҡтығы тип күрә, кәмһетеп тә киткеләй.
Алтынсынан, сөсөлдәмә, сөнки ҡатын-ҡыҙға ғына килешә ул. Бала менән шулай һөйләшергә була, ә ҡатынығыҙға ҡарата иркә һүҙҙәрҙе сама белеп ҡулланығыҙ.
Етенсенән, профессионал бул. Ҡатын-ҡыҙ үҙ эшенең оҫталарын һәр саҡ хөрмәт итә. Байып киткән сүрәттә лә йортоңда бар эш ҡулыңдан килһен.
Был кәңәштәр – күптән асылған серҙәр. Уларҙы үтәһәгеҙ, бәхет ҡошоғоҙ ҡулығыҙҙа булыр, хөрмәтле ир-аттар!
Фото: zen.yandex.com
Минзифа Ильтинбаева
Читайте нас: