Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март 2020, 02:00

Матурлыҡ өләшә Гөлназ

Ҡалабыҙҙың йүнсел ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Гөлназ Бураҡаева хәҙер инде алты йыл шәхси эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнә. Уның “Алһыу” салон-бөҙрәханаһын күптәр үҙ итеп өлгөрҙө.

Ҡалабыҙҙың йүнсел ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Гөлназ Бураҡаева хәҙер инде алты йыл шәхси эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнә. Уның “Алһыу” салон-бөҙрәханаһын күптәр үҙ итеп өлгөрҙө.
Һәр кем дә бындай етди эшкә тотонорға тәүәккәлләй алмай. Тәү ҡарашҡа нескә һымаҡ тойолған Гөлназда ихтыяр көсө лә, тырышлыҡ та ҙур. Үҙ күңел талабын аңлап, һөнәренә яратып килгән ҡыҙға егәрлелеге уңыштар яуларға ярҙам итә.
- Бәләкәйҙән сәс менән булышыу оҡшай торғайны. Үҫә төшкәс, әхирәттәремдең сәстәрен киҫтем, үҙемә лә төрлө прическалар яһарға яраттым. Шулай ҙа эшҡыуарлыҡ эшенә урау юлдар аша килдем. Тәүҙә педагог-психолог һөнәре буйынса юғары белем алдым. Ләкин ваҡыт үтеү менән бала саҡтағы хыял барыбер еңде. Декрет ялында саҡта парикмахер һөнәренә уҡып сығып, бер йылдан ошо йүнәлештә үҙемдең эшемде асып ебәрҙем, - тип һөйләп алып китте йәш эшҡыуар тәүге аҙымдары тураһында.
Асып ебәрҙем, тип әйтеүе генә еңел. Булдырырмынмы, тип икеләнеүҙәр ҙә тәүҙә аҙ булмай. Ләкин тормош иптәшенең ярҙамы, әсәһенең көс-ҡеүәт биреүе Гөлназға ҙур эшкә тотонорға ҡыйыулыҡ бирә.
- Иң элек минең өсөн һәр эштә сифат мөһим. Килгән кешеләр эшемде оҡшатып, рәхмәт әйтһәләр, тағы ла дәртләнеп китәм. Бөҙрәханаға даими йөрөүселәр күп, хатта ғаиләләре менән беҙҙе һайлағандар бар. Улар менән туғандар һымаҡ булып бөткәнбеҙ, - эше тураһында һөйләгәндә Гөлназ Сәлимгәрәй ҡыҙының йөҙө тағы ла нығыраҡ балҡый.
Бер урында туҡталып ҡалмай, туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләүе лә һөнәри яҡтан үҫергә булышлыҡ итә. Квалификацияны күтәреү буйынса төрлө семинарҙарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Был иһә һөнәреңдә тағы ла киңерәк юлдар аса. Гөлназ макияж һалыу буйынса ла уҡып ҡайтҡан, яңыраҡ никахҡа яулыҡ бәйләү оҫталығын үҙләштергән.
Бөгөнгө көндә “Алһыу” салонында сәстәрҙе тәрбиәләү, макияж, маникюр буйынса хеҙмәттәрҙең төрлөһө күрһәтелә, иң мөһиме - халыҡ өҙөлмәй. Һуңғы ҡыңғырау байрамына прическа эшләтергә әленән үк яҙылып ҡуйғандар.
- Үҙегеҙҙе яратығыҙ, үҙегеҙгә иғтибар бүлегеҙ. Байрамдарҙа ғына түгел, ғәҙәти көндәрҙә лә матур булып ҡалырғә кәрәк. Был күңелдә ышанысты арттыра. Ҡатын-ҡыҙҙар тирә-йүнгә йәм, матур күңел торошо өләшергә тейеш, - ти эшҡыуар барлыҡ гүзәл заттарға мөрәжәғәт итеп.
Гөлназ ғаиләһе менән дә бик бәхетле. Ире Альберт, ҡыҙы Алһыу, улы Искәндәр эшенә лә, тормошона ла көс-дәрт биреүселәр. Буш ваҡыт табыла икән - һәр ваҡыт бергә. Күмәкләп бассейнға йөрөргә, тәбиғәткә сығырға яраталар. Эшҡыуарлыҡ хаҡында хыялланып та, ҡыйыулығы етмәгән ҡатын-ҡыҙҙы Гөлназ үҙ миҫалында тәүәккәлерәк булырға саҡыра. Уңышҡа өлгәшеү өсөн күңелеңә ятҡан шөғөл һәм тормош яратыу кәрәк, тигән фекерҙә ул.
Тирә-йүндәгеләргә матурлыҡ өләшкән изге һөнәреңдән артабан да ҡыуаныс табып эшләргә һәм йәшәргә булһын һиңә, Гөлназ!
Фото: автор.
Читайте нас: