Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2020, 21:25

Крахмалдың файҙаһы ҙур

Күп хужабикәләр тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән крахмалдың ни тиклем файҙалы икәнлеген белеп бөтмәй. Шуға күрә уны һирәк ҡуллана. Ә ысынында...

Күп хужабикәләр тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән крахмалдың ни тиклем файҙалы икәнлеген белеп бөтмәй. Шуға күрә уны һирәк ҡуллана. Ә ысынында...
Крахмал ят еҫтәрҙе бик шәп һеңдерә. Насар еҫ сыҡҡан аяҡ кейеменең олторағына кистән бер аш ҡалағы крахмал һибеп ҡалдырһағыҙ, иртән тороуға бер ниндәй ҙә еҫ булмаҫ.
Крахмалдан бына тигән спрей эшләргә мөмкин. Бының өсөн 1 стакан һыуға 1 аш ҡалғы крахмал һалып болғатығыҙ ҙа, пульверизаторға ҡойоғоҙ. Уны кәрәк ваҡытта ҡуллана алаһығыҙ. Крахмаллы спрей күлдәк яғаларын, эшләпә ситтәрен, селтәрле әйберҙәрҙе сафландырып ебәреү өсөн ҡулланыла.
Тиҙҙән тәҙрәләрҙе йыуырға тура килә. Бында ла крахмал һеҙгә ҙур ярҙамға киләсәк. Тәҙрә йыуа торған шыйыҡлыҡҡа бер аҙ крахмал өҫтәһәгеҙ, быялаға ҡунған бысраҡ таптар тиҙ бөтә һәм уның эҙҙәре ҡалмай.
Ҡунаҡтар саҡырғандан һуң, иҙәнегеҙгә түшәлгән келәмегеҙҙә майлы таптар ҡалһа, тиҙ генә шул урынға крахмал һибегеҙ. Бер-ике сәғәттән һуң крахмалды саң һурҙыртҡыс менән таҙартып алһағыҙ, келәмегеҙ “йылмайып” ятыр.
Майлы таптар бөтмәгән осраҡта, 1:1ҡатнашлығындағы бензин һәм крахмал ярҙамында ышҡығыҙ.
Балаларығыҙҙың юйырға ярамай торған йомшаҡ уйынсыҡтарын таҙартыу өсөн дә крахмал ярҙамға килер. Уйынсыҡтарҙы бер пакетҡа тултырып, аҙыраҡ крахмал һалығыҙ. Уның ауыҙын бәйләп, һелкетегеҙ һә бер аҙ ваҡытта шул килеш ҡалдырып тороғоҙ. Аҙаҡ уйынсыҡтарҙы алып, щетка ярҙамында таҙартығыҙ.
Иҙәндең шығырлап торғанын бөтөрөү өсөн дә крахмал ҡулланырға була. Иҙән ярыҡтарына мул итеп крахмал һибергә кәрәк.
Фото: zen. yandex.ru
Карима Усманова
Читайте нас: