Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2020, 14:30

Һары мәтрүшкәләр килешер

Быйыл ҡыш йылы килде. Аяҡ аҫтын, йә туңдыра, йә кинәт кенә ебетеп ебәрә. Ҡайһы саҡ иртән юлдар быяла кеүек, үрмәләп йөрөрлөк. Ҡалала урам таҙартыусылар етешмәүе, ысынлап та ныҡ һиҙелә. Травматология бүлегендә пациенттар ҙа өҙөлмәй. Айырыуса өлкән йәштәгеләр күп имгәнә. Бәрелгән, йә һынған урын төҙәлгәс тә үҙен оҙаҡ ҡына һиҙҙерә. Дауалау өсөн төрлө ысулдар бар. Шуларҙың береһе – һары мәтрүшкәне нисек ҡулланыу хаҡында сайттан уҡығыҙ.

Быйыл ҡыш йылы килде. Аяҡ аҫтын, йә туңдыра, йә кинәт кенә ебетеп ебәрә. Ҡайһы саҡ иртән юлдар быяла кеүек, үрмәләп йөрөрлөк. Ҡалала урам таҙартыусылар етешмәүе, ысынлап та ныҡ һиҙелә. Травматология бүлегендә пациенттар ҙа өҙөлмәй. Айырыуса өлкән йәштәгеләр күп имгәнә. Бәрелгән, йә һынған урын төҙәлгәс тә үҙен оҙаҡ ҡына һиҙҙерә. Дауалау өсөн төрлө ысулдар бар.
Ҙур бер семтем һары мәтрүшкә алып 0,5 л ҡайнар һыу һалып, ҡайнатырға кәрәк. Таҙа кәзә мамыҡ салфетканы ошо төнәтмә менән сылатып, ауыртҡан урынға төнгөлөккә ябығыҙ. Өҫтө кипмәһен өсөн, уны целлофан менән ҡаплап, йылы тотһон өсөн, шарф менән ҡаплағыҙ. Аҙна-ун көн-төн һайын шулай дауаланғанда, әллә ҡасанғы ауыртыуҙарҙан да ҡотолорға мөмкин. Һары мәтрүшкә – алтмыш төрлө ауырыуҙан, көрән мәтрүшкә етмеш төрлө ауырыуҙан дауа, ти беҙҙең халыҡ та.
Фото: интернет
Читайте нас: