Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2020, 12:15

Шөкөр итеү

Эш барышында ишек ауыҙында Хәҙисә апай күренде. Үтә лә насар күрә ул, инде лә төртәләнеп, ҡулдары менән һәрмәп, ултырғысты тапҡас, шунда һаҡты, һәм доға ҡылғандан һуң битен һыпырҙы:

Эш барышында ишек ауыҙында Хәҙисә апай күренде. Үтә лә насар күрә ул, инде лә төртәләнеп, ҡулдары менән һәрмәп, ултырғысты тапҡас, шунда һаҡты, һәм доға ҡылғандан һуң битен һыпырҙы:
--Нисек йәшәп ятаһығыҙ?
--Һеҙҙең фатихала, апай, бөгөн гәзит сыҡҡан көн.
--Алайһа, борсомайым. Инеүен ингәс бер аҙ ултырып сығайым, булмаһа.
--Рәхим итә күр! Ә мин һеҙҙең рөхсәттән эш менән шөғөлләнәйем.
Апаруҡ ваҡыт шымтайыштыҡ. Полоса уҡыйым, ә ҡунағым күрәғара күҙҙәрен стенаға төбәп тынып ҡалған.
Урта йәштәрҙәге тыңҡыш кәүҙәле ир кабинетҡа баш тыҡты:
--Где у Вас принимают объявление?
--Первый этаж. Налево. Открытая дверь.
--Спасибо.
Беҙҙең аралашыуҙы ишеткән Хәҙисә апай ҙа теремекләнә төштө:
--Имен генә йөрөйһөңмө, улым?
Ҡарсыҡтың ябайлығын, бер ҡатлылығын йүләрлеккә иҫәпләгән ир йөҙөн һауалы сөйҙө:
--Ничего хорошего! Аҙна башы гел шулай хәйерһеҙ килә инде ул!
--Аҙна башы, тиһең, ул ниндәй көн инде?
--Ну, вторник, һеҙҙеңсә шишәмбе була. Ә һинең өсөн, бабка, иң шәбе йомалыр?
--Ул изге көн, мәгәр, яңылыштығыҙ.
--Нисек инде улай, моғайын да биш намаҙыңды ҡалдырмайһыңдыр, диндәһеңдер?
--Эйе. Шулай ҙа минең өсөн иң һәйбәте бөгөнгө көн, әлеге мәл.
--Бөгөнгө?! Бөгөн ҡар баҫты донъяны, йөрөрлөк түгел. Унан ҡалһа буран, епшек ҡар өҫкә йәбешеп аптырата.
--Аллаға шөкөр!
--Бөтөнләй аптыраттың, ҡарсыҡ, көрткә, буранға, ел тәнде үтә һуҡҡанға ҡыуанаһыңмы? Странно, однако!
--Сәләмәт аяҡтарың көрткә бата, ҡар яуғанын күҙҙәрең күрә, буран олоғанын ҡолаҡтарын ишетә. Шуларына шөкөр ит!
Фото: интернет
Читайте нас: