Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2020, 15:16

Мөхәббәтле ғаилә бәхет серен белә

“Мин - бәхетле. Балаларыма, иремә кәрәкле булыуымды тойоп йәшәү - иң ҙур бәхет ул...” Өс сабыйға ғүмер биргән, уларҙы тәрбиәләүгә ҙур көс һалған Ларисаның бар тормошо, эске уй-кисерештәре ошо ябай ғына, әммә ҙур ихласлыҡ менән әйтелгән һүҙҙәрендә асыҡ сағыла.

“Мин - бәхетле. Балаларыма, иремә кәрәкле булыуымды тойоп йәшәү - иң ҙур бәхет ул...” Өс сабыйға ғүмер биргән, уларҙы тәрбиәләүгә ҙур көс һалған Ларисаның бар тормошо, эске уй-кисерештәре ошо ябай ғына, әммә ҙур ихласлыҡ менән әйтелгән һүҙҙәрендә асыҡ сағыла.
Ишембайҙа йәшәүсе Лариса һәм Раил Хөсәйеновтар бер-бер арты донъяға килгән балаларының һөйөүенә төрөнөп йәшәй. Тормош мәғәнәһе – матур дауамың булыуҙа, тигән аҡылды үҙ өлгөһөндә иҫбатлаған ғаилә улар.
Лариса тыуған ҡалаһында 18-се мәктәпте тамамлай, Стәрлетамаҡ медицина колледжында уҡып диплом алғандан һуң, Ишембай балалар поликлиникаһында лаборант булып эшкә урынлаша. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ физкультура институтында врач-реабилитолог һөнәрен дә үҙләштерә. Йәштәрҙе интернет ҡауыштыра, ихлас яҙышып аралашыу осрашҡанға тиклем үк уларға бер-берһен яҡшыраҡ белергә ярҙам итә. Маҡар ауылы егете Раил һылыуҡай менән күрешеүҙе оҙаҡҡа һуҙмай. Күп тә үтмәй, йәштәр гөрләтеп туй үткәрә.
Әле Раил Наил улы Яңы Уренгойҙа вахта ысулы менән эшләп йөрөй, Лариса әлегә бәләкәсе менән декрет ялында. Өлкән ҡыҙҙары Әминәгә 6 йәш. Һүрәт төшөрөргә, бейергә ярата икән. Дәртле ҡыҙ былтыр “Рәсәйҙең иң матур ҡыҙыҡайы” онлайн-конкурсының ярым финалына үтеп, диплом менән бүләкләнгән. Улдары Илназ футбол уйнарға әүәҫ. Кинйәләре Исламға әле 8 ай ғына. Бер туғандар апайағай тойғоһонда тәрбиәләнеп, бер-береһенә ярҙамсыл булып үҫеп килә.
Хөсәйеновтар ипотекаға фатир алып, ғаилә ишәйгәндә уны ҡаплашҡан дәүләт ярҙамына һәм әсәлек капиталына таянып, бурысты сағыштырмаса тиҙ түләп бөтә алған. Күп балалы ғаиләләргә төҙөлөш өсөн бушлай ер алыуға ла сиратҡа торғандар. Әлегә бер бүлмәле фатирҙа йәшәйҙәр, тырыш, татыу ғаилә яҡын киләсәктә торлаҡтарын киңәйтергә иҫәп тота.
- Балалар ирем менән мине тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә, донья көтөргә өндәй. Ҡыҙ-улдарыбыҙ белемле, тәрбиәле булһын, беҙҙән матурыраҡ йәшәһен тибеҙ. Һәр ата-әсә өсөн дә балаларының бәхетле, иҫән-имен булыуы, был тормошта үҙ урынын табыуы мөһим. Раил дә бик төплө, сабыр кеше, сәләмәт тормош алып бара. Атайәсәй, туғандарыбыҙ һәр ваҡыт ярҙам итәләр, шуға ла уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! - ти уңған әсә.
Фани донъяла һәр аҙым ғаиләнән башлана. Өлгөлө, эшлекле, матур ғаиләләр күберәк булған һайын донъя ла түңәрәгерәк кеүек. Килешәһегеҙме?
Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: