Һары тәрилкәләге ризыҡты күп ашап булмай икән. Был вакытта туҡлыҡ хисе барлыҡҡа килә, ти. Һары һауыт-һабаға баллы ризыҡтар һалмаҫка кәңәш итәләр. Ә еләк-емеш өсөн ул бына тигән.
Ҡыҙыл төҫ табын янында ултырыусыларҙы тынысһыҙландыра, хәүефләндерә, иғтибарҙарын тарҡата. Бындай тәрилкәлә ризыҡ та тәмле булып күренмәй. Шуға күрә аҡҡа ҡыҙыл биҙәк төшкәнен генә һатып алырға тырышығыҙ.
Зәңгәр һыу төҫтәге һауыт-һаба етди һөйләшеүҙәр, бәхәстәр килтереп сығара. Бындай һауыттарҙы ҡунаҡтар алдына ҡуймауың хәйерле. Бары тик салат өсөн генә ҡулай. Сәй менән кофены ла зәңгәр төҫтәге сынаяҡтарға һалып сығармағыҙ.
Ҡара тәрилкәләр ҡупшылыҡ билгеһе булһа ла, күптәр был төҫтө яратмай. Шуға күрә өҫтәл әҙерләгәндә асыҡ төҫтәргә өҫтөнлөк бирергә кәңәш итә белгестәр.
Теләйбеҙме-теләмәйбеҙме, тирә-йүндәгеләрҙең беҙгә булған мөнәсәбәте кейемебеҙгә бәйләнгән. Төҫ хискә, кәйефкә тәьҫир итә. Психологтар әйтеүенсә, бала тыныс холоҡло булып үҫһен өсөн уға асыҡ төҫтәге кейемдәр кейҙертеп үҫтерергә кәрәк.
Аҡ төҫ, мәҫәлән, таҙалыҡ, бөхтәлек билдәһе. Нәфислектән ҡала бер ниндәй ҙә көслө хис-тойғо тыуҙырмай. Балаларға ғына түгел, ир-аттарға ла асык төҫтәге кейем кейҙертергә кәрәк. Ә бына асыҡ ҡыҙыл төҫтәге кейем кейгән ҡатын-ҡыҙҙарға ир-аттарҙан тәҡдим яуа башлаһа, бер ҙә аптырамағыҙ. Ләкин был йөрәктән сыҡҡан хистәр түгел, ирҙәрҙе ҡыҙыл кейем кейгән ҡатындар йәлеп итә икән.
Һары төҫ ижад итер өсөн бына тигән төҫ. Ҡатын-ҡыҙҙар әлеге төҫкә өҫтөнлөк бирһә лә, ирҙәргә был төҫ оҡшамай. Улар фекеренсә, һары кейем кейгән ҡатындарҙан йырағыраҡ йөрөргә кәрәк. Иң яҡшыһы – асыҡ һары йәки ҡыҙғылт һары. Был көс-ҡеүәт, шатлыҡ төҫө булып иҫәпләнә. Ҡара пальто яғаһына асыҡ һары шарф бәйләһәң, башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итәсәкһегеҙ.
Етди мөнәсәбәттәргә мохтаж һәм быны күрһәтергә теләгән ҡатын-ҡыҙҙар зәңгәр төҫтө үҙ итергә тейеш. Был уның тыныс, бәхетле ғаилә усағы ҡорорға һәләтен күрһәтә.
Йәшел - хаҡимлыҡ яратыусылар төҫө. Бындай төҫкә мөкиббән булыусыларҙың үҙҙәрен өҫтөн итеп күрһәткеләре килә. Йәшел кейем кейеү кешенең ғорур холоҡло, үҙ һүҙле, етеш тормошта йәшәүен күрһәтә.
Һоро төс ҡараңғырак булған һайын күңел төшөнкөлөгөнә килтерә. Бындай төҫтәге кейемдәр менән асыҡ яулыҡ, ҡайыш кеүек әйберҙәр кейергә кәңәш итә белгестәр.