Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2020, 21:49

Ауыл тормошо бер төптән булыуҙы талап итә

Районда хакимиәт көндәре Байғужа, Яңы Әптек ауылдарында үткән халыҡ йыйылыштары менән тамамланды. Етәкселек менән осрашып, мөһим мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеүҙә Оло Байыҡ, Бәләкәй Байыҡ һәм Биксән ауылы халҡы ла ҡатнашты.

Районда хакимиәт көндәре Байғужа, Яңы Әптек ауылдарында үткән халыҡ йыйылыштары менән тамамланды. Етәкселек менән осрашып, мөһим мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеүҙә Оло Байыҡ, Бәләкәй Байыҡ һәм Биксән ауылы халҡы ла ҡатнашты.
Ауыл биләмәләрендә үткән осрашыуҙа быға тиклем гәзит биттәрендә яҡтыртылып килгән төп көнүҙәк мәсьәләләрҙән тыш Тораҡ пункттар эстетикаһы йылына әҙерлек, хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы, муниципаль район-ара рейс автобусының маршрутын асыу, урамдарҙа машиналар тиҙлеген сикләү маҡсатында юлға яһалма тигеҙһеҙлек урынлаштырыу кеүек һорауҙар ҡуҙғатылды.
Был осорҙағы осрашыуҙарҙа муниципаль район етәкселегенә газ үткәреү проблемаһы буйынса мөрәжәғәттәр байтаҡ булды. Хакимиәт башлығы Азамат Абдрахманов билдәләүенсә, был ысынлап та күңелһеҙ күренеш – муниципаль районда газ үтеү ни бары 59 процент тәшкил итә. Әммә әлеге көндә газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшеү алып барыла, ауылдарҙа проблеманы хәл итеүҙең бер нисә варианты ҡарала, тип асыҡлыҡ индерҙе ул.
Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш етеп килә – ул 1 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итәсәк. Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм сауҙа һорауҙары буйынса идаралыҡ етәксеһе Юрий Дегтярев белдереүенсә, әрме сафына алына торған егеттәрҙең һаулығында йылдан-йыл күберәк тайпылыш асыҡлана.Шул уҡ ваҡытта, контракт буйынса хеҙмәт итеү мөмкинлеге бар. Әммә бының өсөн хеҙмәткә алыныусының техникум тамамлауы төп шарт булып тора.
- Егет кеше армияға барырға теләгән осраҡта ла атаәсәһенең ҡаршы төшөүен күреү күңелде ҡыра. Интернет селтәрендә, хәрби билет һатам йә хеҙмәттән кисектереү
алырға ярҙам итәм, тигән мутлашыусыларҙан һаҡ булһындар ине. Был – енәйәти эш. Хәҙер хәрби хеҙмәткә бармай ҡалғандарға һарыйәшел төҫтә белешмә тапшырыла. Ә ул ҡағыҙ менән дәүләт структураларына эшкә урынлашып булмай, - тигән мөрәжәғәтен еткерҙе Байғужа ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идарасаһы Наталья
Йәрмөхәмәтова.
Рейс автобусының маршрутын магазинға тиклем һуҙып булмаймы, тигән теләген дә белдерҙе байғужалар. Ауылға ҙурыраҡ автобус йөрөүен дә һорап мөрәжәғәт иткән булғандар. Бының өсөн күперҙең ремонтланыуы, юлдың киңәйтелеүе мотлаҡ, тип аңлатты Юрий Дегтярев.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы, депутат Фәүриә Кәримова, 2021 йылда Байғужа мәктәбенә 150 йыл тула, ошо уңайҙан финанс ярҙам күрһәтелмәҫме икән, тип мөрәжәғәт итте. Азамат Фәрит улы иҫтәлекле ваҡиғаның мөһимлеген билдәләп, был һорауҙы планға индерҙе.
Оло Байыҡ ауылынан Наил Хәбибуллиндың, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарҙың һәйкәлен булдырырға кәрәк тигән тәҡдиме лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Был эшкә бюджеттан тыш аҡсаны йүнәлтеп була, тип яуап ҡайтарҙы муниципаль район хакимиәте башлығы.
- Оҙаҡламай шәмбе өмәләре башлана. Ошо осорҙа сүпсарҙы машинала алып китеүҙе аҙнаһына бер нисә тапҡыр ойоштороп булмаҫмы икән? Юғиһә, йыйылған сүп тирәяҡты йәмһеҙләп, туҙып ята, - был инде Яңы Әптектә осрашыу барышында Анатолий Белоусов күтәргән һорау. Муниципаль район Советы секретары Рәмил Абдуллин проблеманың иғтибарға алынасағы тураһында әйтте. Иң мөһиме, эре сүп-сар ауыл ситенә, урман эсенә барып ятмаһын, тине ул.
Биксән ауылы халҡы сүпсар контейнерҙарының йыраҡта, хатта ҡайһы бер йорттарҙан ике километр алыҫлыҡта урынлашыуы тураһында хәбәр итте. Был проблема ла киләсәктә хәл ителәсәк, сөнки сүпсар реформаһы буйынса муниципаль районда контейнерҙарҙы арттырыу ҡаралған. Уларҙың ҡуйылыу урынын халыҡ үҙе бергәләп билдәләргә тейеш.
Яңы Әптек ауылынан Стәрлетамаҡ ҡалаһына йөрөп уҡыған студенттар ҙа күп. Уларҙың ата-әсәләре Стәрлетамаҡ-Яңы Әптек автобус маршрутын булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Был – муниципаль район-ара кимәлдә хәл ителә торған һорау, беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына ғариза тапшырасаҡбыҙ, тине Юрий Дегтяров.
Һайран ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Вәлиев иҫерткес эсемлектәрҙе һатыусыларҙың исем-шәрифен атап үтте. Барлығы туғыҙ “кәсепсе” асыҡланған. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, бығаса күптәр енәйәтселәргә бармаҡ менән төртөп күрһәтеп, исемләп атауҙан баш тарта ине.
Һайран ауылы әүҙемселәре тырышлығы менән был ауылда законһыҙ сауҙа нөктәләре бөтөрөлдө, ә Биксән һәм Яңы Әптек ауылында һаман дауам итәләр, тип ризаһыҙлыҡ
белдерҙе Рөстәм Мәғдән улы.
Яңы Әптек халҡы мәсеттәре торошон да ҡайғырта. Былтыр йыйылышта халыҡ мәсет эргәһендәге юлға ваҡ таш түшәү, яҡтыртҡыстар ҡуйыу буйынса мөрәжәғәт иткән булған. Яҡтыртҡыстар ҡуйылған, быйыл юлды төҙөкләндерергә генә ҡала. Ә бына мәсеттең тирә-яғын кәртәләүҙе яңы әптектәр үҙ өҫтөнә алған. Ауыл депутаты Зифа Самиҡова һөйләүенсә, был маҡсатҡа халыҡтан 70 мең һум аҡса йыйылған. Кәртәләүгә бөтәһе 200 мең аҡса талап ителә, тине депутат.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, халыҡ йыйылыштарында үҙ ауылының киләсәгенә битараф булмаған әүҙем, егәрле кешеләр бер төптән эш итеүҙәрен күрһәтә килә. Ыңғай һөҙөмтәләргә берҙәмлек менән генә ирешеп булыуы бер кемгә лә сер түгел.
Фото: автор.
Читайте нас: