Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2020, 15:44

Петунияны үҫтереүҙең ябай ысулы

Күп кенә баҡсасылар петунияны орлоҡтан үҫтерә алмай. Матур сәскә баҡсағыҙҙы биҙәһен тиһәгеҙ, бер нисә серен тәҡдим итәбеҙ.

Күп кенә баҡсасылар петунияны орлоҡтан үҫтерә алмай. Матур сәскә баҡсағыҙҙы биҙәһен тиһәгеҙ, бер нисә серен тәҡдим итәбеҙ.
Торф таблеткаларын пластик һауытҡа һалабыҙ. Уға «Гумистара» йәки «Биококтейля» ҡушып, йылы һыу ағыҙабыҙ. Был дарыуҙар күҙгә күренеп ҙурая башлай. Һәр торф таблеткаһына берешәр бөртөк петуния һәм өҫтөнә ҡар һалабыҙ. Ҡар иреп орлоҡҡа нығынып китергә ярҙам итә. Һауытты ябып йылы урынға ҡуябыҙ. Үҫенте ҡапҡасҡа тиклем үҫеп етмәйенсә асмаҫҡа. Һыуҙы һауыттың төбөнә генә ҡойорға. Торф үҙенә күпме кәрәк, шунса һыу туплаясаҡ.
Петунияның тамырҙары таблетка ситенә сыға башлаһа, ипләп кенә уның тышын алып ташларға кәрәк. Аҙаҡ айырым стакандарға һалып тупраҡ өҫтәргә. Был ваҡытта петуния бер нимәгә лә бирешмәйәсәк. Үҫентене фитолампа менән яҡтыртып ҡуйһаң, 2-2,5 ай эсендә сәскәләре күренәсәк. Һеҙ ҙә был ысулды ҡулланырға онотмағыҙ!
Читайте нас: