Яҙ килә... Яҙ үҙе менән наҙ, матурлыҡ, яңырыу алып килә. Ғөмүмән, матурлыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылыу ҡатын-ҡыҙға һәр ваҡыт, һәр халәттә лә хас сифаттыр ул.
Бөгөн һеҙҙең иғтибарға битте, муйын тирәһен таҙартып, сафландырып ебәрә торған тәбиғи скраб тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн йыуыныу бүлмәһендә йәтеш кенә банкала һоло йәйпәге (хлопья) тотоғоҙ. Күҙ алдында күренеп ултырһа, даими рәүештә ҡулланыуға уңайлы.
Бер балғалаҡ самаһы һоло йәйпәген усығыҙға йомоп, саҡ ҡына һыу менән сылатығыҙ ҙа иҙеп йомшартығыҙ. Аҡһыл һут бүленеп сыҡһа, скраб әҙер. Ошо масса менән битегеҙҙе йомшаҡ ҡына итеп ыуығыҙ. Бер-ике минуттан бит кибә башлай. Иҙелмәйенсә битегеҙгә йәбешкән һоло йәйпәген еңелсә массаж хәрәкәттәре яһап төшөрөгөҙ. 10-15 минут самаһы башҡа эштәр менән булышырға мөмкин. Ошо ваҡыттан һуң йылымыс һыу менән битегеҙҙе йыуығыҙ. Шунда уҡ бит-йөҙөгөҙҙөң сафланып, шымарып китеүен тойорһоғоҙ. Теләк булғанда, скрабты муйынға ла һөртөргә мөмкин.
Тағы бер кәңәш: скраб менән булышҡан саҡта һоло йәйпәге төшмәһен өсөн раковина тишеген салфетка йәки марля менән ҡаплап тороғоҙ.
Фото: ru.depositphotos.com