Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2020, 15:50

Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл

2020 йылдың 5 мартында танылған башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл тула. Ошо иҫтәлекле дата уңайынан яҙыусының әсәһе Гөлйәүһәр инәйҙең хәтирәһенән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

2020 йылдың 5 мартында танылған башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл тула. Ошо иҫтәлекле дата уңайынан яҙыусының әсәһе Гөлйәүһәр инәйҙең хәтирәһенән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

«Һәҙиәне хөкүмәт йомоштарын үтәп ҡайтып килгәндә ҡулға алғандар, өйгә лә индермәйсә. Хаиндар. Бөтә мөлкәтте тартып алып, фатирыбыҙға башҡа кешеләр килеп тулғас, миңә 5 метрлы кухнябыҙҙы ғына ҡалдырҙылар. Һәҙиә 1943 йыл төрмәнән ҡайтҡансы шунда көн иттем. Өфөлә 8 март исемендәге тегеү фабрикаһында «ручница» булып эшләнем. Фронттан тишелеп, йыртылып, ҡанға батып бөткән шинелдәрҙе килтерәләр. Беҙ шуларҙы тегеп-ямап, кире оҙата инек. Һәҙиә Мордовия төрмәһенән бөтә һаулығын юғалтып, күкрәгенән ҡан төкөрөп ҡайтты. «Книга отличника» ла алып ҡайтты әле ул Сталин лагерынан.
Ултырып ҡайтҡас та уға тынғылыҡ булманы. Өфөгә индермәнеләр, эш бирмәйҙәр. Ә бит нисек тә йәшәргә кәрәк. Сулеяла ла, Ҡыйғыла ла йәшәп ҡараныҡ. Ахыр килеп Бөрөлә йәшәргә рөхсәт булды. Балам ниндәй генә йәберләүҙәр күрмәне. Ни хәл итеп йөрәккенәһе түҙгәндер. Уның аҡылы, уның белеме менән төнгө ҡарауылсы ла булды, иҙән дә йыуҙы, ирҙәр мунсаһында мунсасы ла булды. Тик бер нәмәне ҡулынан йолҡоп алырға хәлдәренән килмәне дошмандарҙың. Ул да булһа – ҡәләм. Ҡәләм ҡулынан төшмәне. Төрмәнән бөтөнләй үҙгәреп, хәлһеҙләнеп ҡайтыуына ҡарамаҫтан, көнө-төнө яҙышты. Ашыҡты.
Яҙа-яҙа ла, тағы китә Өфөгә. «Исмаһам, журналда «Ырғыҙ буйҙарында»мдың бер бүлеген баҫтырырға ине,» - тип өмөтләнде. Юҡ шул. Күпме генә өмөтләнеп йөрөһә лә, Өфөгә барған һайын бер нисә йылға ҡартайып ҡайта ине. Ул замандағы яҙыусыларҙың яҙмыштарын хәл итеп ултырған «түрәкәйләрҙән» үтеп, бер кем дә баҫтырырға ҡыймай.
Хәҙер Һәҙиә, Ғөбәй кейәү ҡалдырған емештәргә эт-ҡош кинәнә. Үҙ ҡулдарым менән биреп ебәрҙем бит. «Иманыңа ышанғандай миңә ышан. Һәҙиәнең архивтарын миңә бир, үҙем һаҡлармын,» - тип быуынға төштөләр. Шулай итеп, нышып тултырылған бер тоҡ архив санаға һалып һөйрәп алып кителде. Күҙ нурымдың күкрәк ҡаны менән яҙған нәмәләрен. Ҡәһәрле әсе яҙмыш!»
(«Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады» (төҙ.Г.Н.Ҡасҡынова) китап- альбомынан алынды. Мәрғүбә Дәүләтшина яҙмалары.)
Фото: интернет.
Читайте нас: