Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2020, 10:45

Бар ҡаланы аяҡҡа баҫтырған

Ишембай ҡалаһында 15 йәшлек Наталья Котованы эҙләйҙәр. Ул 28 февралдә өйөнән сығып киткән. Наталья әле һаман тыуған йортона ҡайтмаған. Был хаҡта “Отклик” ирекмәндәр эҙләү отряды хәбәр итә.

Ишембай ҡалаһында 15 йәшлек Наталья Котованы эҙләйҙәр. Ул 28 февралдә өйөнән сығып киткән. Наталья әле һаман тыуған йортона ҡайтмаған. Был хаҡта “Отклик” ирекмәндәр эҙләү отряды хәбәр итә.
Үҫмерҙең буйы: 163 сантиметр, ябығыраҡ кәүҙәле, оҙон һорғолт сәсле, һоро күҙле. Наталья зәңгәр бәйләнгән шапка, аҡ капюшонлы ҡара йәшел төҫтәге куртка, аҡ кофта, ҡара лосиныһәм ҡара ботинкалар кейгән булған.
Әгәр һеҙ был ҡыҙ тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт белһәгеҙ, 02 телефон һандары буйынса – полицияға, 8-987-106-06-01 һандары буйынса ирекмәндәргә шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: gorobzor.ru.
Айһылыу Низамова
Читайте нас: