Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Февраль 2020, 01:25

Башҡортостандағы «ауыл ипотекаһы» тураһында дүрт мөһим һорау

Быйылғы йылдың ғинуарынан Рәсәйҙә ауыл ерендә мөмкин тиклем түбән процент менән фатир йәки йорт һатып алыу өсөн ипотекаға дәүләт яҡлауы программаһы барлыҡҡа килде. Ул ғаилә ипотекаһына ҡарағанда күпкә отошлораҡ, әммә уның менән барыһы ла ҡуллана алмаясаҡ. Беҙ әлеге программаның үҙенсәлектәрен барланыҡ.

Быйылғы йылдың ғинуарынан Рәсәйҙә ауыл ерендә мөмкин тиклем түбән процент менән фатир йәки йорт һатып алыу өсөн ипотекаға дәүләт яҡлауы программаһы барлыҡҡа килде. Ул ғаилә ипотекаһына ҡарағанда күпкә отошлораҡ, әммә уның менән барыһы ла ҡуллана алмаясаҡ. Беҙ әлеге программаның үҙенсәлектәрен барланыҡ.
1) Программаның асылы нимәлә?
Һеҙ ауыл еренән үҙ хаҡына тигәндәй торлаҡ һатып алаһығыҙ. Процент ставкаһының төп өлөшөн дәүләт түләйәсәк. Дөйөм талаптарға ярашлы, халыҡ өсөн максималь ставка – 3%. Әммә БР Хөкүмәтенең вице-премьеры – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Башҡортостан банктарҙы өҫтәмә рәүештә субсидиялаясаҡ. Был төбәктәге ставканы минималь кимәлгә – 0,1 процентҡа тиклем кәметеү өсөн эшләнә. Ауылда йәшәү йәки теркәүҙә тороу мотлаҡ түгел.
2) «Ауыл ере» нисек билдәләнә?
Ташламалы ипотека ауыл, утар, эшселәр ҡасабаһы, ҡала тибындағы ҡасаба кеүек тораҡ пункттарҙан торлаҡ һатып алыуға йүнәлтелә. Ә бына ҡала биләмәһенең шәхси секторынан уны ҡулланып йорт һатып алып булмай.
Ер участкаһы һатып алып, ә йортҡа ташламалы кредит бирмәһәләр, ваҡытығыҙ бушҡа китәсәк. Бының өсөн үҙегеҙ мөрәжәғәт итәсәк банктан әлеге биләмәгә ҡағылышлы үҙенсәлектәрҙе белешегеҙ.
3) Ҡатнашыу өсөн шарттар нисек?
Ғаилә хәленә һәм социаль статусҡа ҡағылышлы берҙәм талаптар юҡ. Һеҙ яңғыҙаҡмы, әллә өс балалы ғаиләме, яңы юғары уҡыу йортон тамамлаған белгесме, әллә «урта йәштәрҙәге» тәжрибәле эшсеме – айырма юҡ. Банк өсөн һеҙҙең тотороҡло рәсми килемегеҙ һәм яҡшы кредит тарихығыҙ булыуы мөһимерәк. Шуны ла белеү шарт: ипотекаға рөхсәт биреү – банктың бурысы түгел, ә бары тик хоҡуғы ғына.
Программала бер генә тапҡыр ҡатнашырға мөмкин. Кредиттың максималь суммаһы һәм оҙайлылығы – 25 йылға өс миллион һум. Тәүге иғәнә 10 проценттан башлана. Уның өсөн әсәлек капиталын ҡулланырға ла мөмкин. Торлаҡтың яңы булыуы ла шарт түгел, һеҙ икенсел баҙарҙанда фатир йәки йорт һатып ала алаһығыҙ. Ер участкаһы һатып алыуға, йорт төҙөүгә лә кредит алырға мөмкин. Был осраҡта төҙөлөш ике йылда тамамланырға тейеш, ә эште башҡарыусы подрядсы менән рәсми килешеү төҙөргә кәрәк буласаҡ. Торлаҡтың һатыу-һатып алыу йәки өлөшләтә ҡатнашыу тураһында килешеү нигеҙендә алынған булыуы шарт. Торлаҡ йәшәү өсөн яраҡлы, бөтә коммуникациялар – электр уты, канализация, һыу, йылылыҡ һәм газ үткән булырға тейеш.
Фатирҙың йәки йорттоң майҙаны социаль норманан аҙыраҡ була алмай. Яңғыҙаҡ граждандар өсөн ул – 33 квадрат метр, ике кешенән торған ғаилә өсөн – 42 квадрат метр, әгәр ғаиләлә өс һәм унан күберәк кеше булһа, һәр береһенә тура килгән майҙан – 18 квадрат метрҙан күберәк.
Тулы шарттар РФ Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 ноябрендәге 1567-се ҡарарында билдәләнгән.
4) Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Программала 16 банк ҡатнаша. Әлегә улар документтарҙы теүәлләү менән мәшғүл. Март урталарына исемлек әҙер буласаҡ. Алдан әйтеүҙәренсә, исемлектә «Россельхозбанк» мотлаҡ буласаҡ.
Читайте нас: