Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Февраль 2020, 15:01

Бәләкәй Байыҡтың арҙаҡлы шәхесен данланылар

Бәләкәй Байыҡ ауылында Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең алтын миҙалы менән бүләкләнеүсе, РСФСР-ҙың ауыл хужалығы социалистик ярыш отличнигы, хеҙмәт ветераны Әбдрәхим Ғималетдин улы Йәнбирҙинға йәшәгән йортонда таҡтаташ асылды. Ҡырҡ йылға яҡын “Ударник” колхозының 2-се комплекслы бригадаһы бригадиры булып эшләп, хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшкән шәхесте яҡташтары бөгөн дә онотмай.

Бәләкәй Байыҡ ауылында Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең алтын миҙалы менән бүләкләнеүсе, РСФСР-ҙың ауыл хужалығы социалистик ярыш отличнигы, хеҙмәт ветераны Әбдрәхим Ғималетдин улы Йәнбирҙинға йәшәгән йортонда таҡтаташ асылды. Ҡырҡ йылға яҡын “Ударник” колхозының 2-се комплекслы бригадаһы бригадиры булып эшләп, хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшкән шәхесте яҡташтары бөгөн дә онотмай.


Тормош юлы менән үрнәк

Әйткәндәй, әлеге көндә был өйҙә Әбдрәхим Йәнбирҙиндың кесе улы Дамир ҡатыны Фирүзә менән ғүмер итә. Ә инде таҡтаташ ҡуйыу Дамир ағайҙың улы Данилдың башланғысы, тырышлығы менән башҡарылған.
- Олатайыма ҡарата хөрмәт бәләкәйҙән тәрбиәләнгән. Уның матур өлгөһөн күреп үҫтем. Хеҙмәт яратырға кәрәклеген дә ул бала саҡтан күңелгә һеңдерә килде. Олатайыма эйәреп йыйылыштарға йөрөй инем, баҫыуға ла, фермаға ла сығып китә торғайным, - тип һөйләне йәш эшҡыуар, Әбдрәхим ағайҙың ейәне Данил.
Шуныһы айырыуса маҡтауға лайыҡ, Данил нәҫел тамырҙарын ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Быға хатта үҙенең улдары Урал менән Юлайҙы ла йәлеп итә. Йорттарында олатайҙарының, ҡартолатайҙарының иҫтәлеге итеп толобон, ат дилбегәһен бөгөн ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлайҙар.
- Атайыбыҙ тынғыһыҙ кеше булды, ал-ял белмәне. Исемен мәңгеләштереп таҡтаташ ҡуйылыуына ул лайыҡ. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре уның менән ғорурланып үҫһен тигән маҡсатта ла эшләнде ул, - тип һүҙгә ҡушылды оҙаҡ йылдар эшҡыуарлыҡ менән уңышлы
шөғөлләнеүсе Дамир Әбдрәхим улы.
Балалары, яҡындары күңелендә Әбдрәхим Йәнбирҙин тураһында әллә күпме матур хәтирәләр һаҡлана. Уларҙың һәр ҡайһыһы яҡын, ҡәҙерле. Эш тип йән атҡан шәхестең ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Гөлнур Дәүләтйәрованың
иҫтәлектәрендә лә был ғаиләлә тәрбиә нигеҙе хеҙмәт аша һалыныуын аңлайһың.
- Үҙемде белгәндән алып атайым бригадир булып эшләне. Бригадир балаһы булыуы беҙгә рәхәт түгел ине, - тип көлөп хәтергә алды ул бала сағын. – Сөнки ҡайҙа кеше етмәй, беҙ запастағы һалдат һымаҡ була торғайныҡ. Кәрәк икән – ырҙынға, кәрәк икән бесәнгә йүгерәбеҙ. Баҫыуға мал инһә, уларҙы ҡыуырға бәләкәй ҡустым Дамир шәп булды. Иртәнге сәғәт 5-6-ларҙа уҡ атайымдың: “Яҡуп, ишетәһеңме, ишетһәң, яуап бир!” тип ярҙамсыһына рация аша ҡысҡырып өндәшкәненә уяна инек. Артабан улар эш планлаштыра башлайҙар. Атайым тырыш, егәрле кешене яратты. “Эш – ул бәхет” ти торғайны. Шул уҡ ваҡытта ул башҡаларҙың да хеҙмәтен күрә, дәртләндерә, күтәрә белде. Атайым эшләгән дәүерҙә бер нисә колхоз председателе алмашынды, уларҙың барыһы менән дә ихтирамлы мөнәсәбәттә, матур итеп эшләне, - тип күңел хәтирәләре менән бүлеште.
Халыҡты тыңлата, эште ойоштора белеүсе бригадир ғына түгел, яҡшы ғаилә башлығы, атай ҙа була Әбдрәхим Йәнбирҙин. Ҡатыны Әминә Низаметдин ҡыҙы менән 53 йыл бергә ғүмер итеп, 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Намыҫлы хеҙмәте, матур ғаиләһе, ғөмүмән, тормош юлы йәштәргә өлгө.

Үҙе лә эшләне, башҡаларҙы ла эшләтә белде

Таҡтаташ Әбдрәхим Йәнбирҙиндың вафат булған көнөндә – 22 февралдә асылыуы менән дә иҫтәлекле ине.
Сараға балалары, туғандары, хеҙмәттәштәре, ауылдаштары, райондаштары йыйылғайны. Байғужа ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Юнир Тимербулатов был эштең ни тиклем әһәмиәтле булыуын билдәләне:
- Әбдрәхим ағайҙың ейәне Данил таҡтаташ ҡуйҙыртыу ниәте менән ветерандар советына килгәс, уның уйын хуплап ҡаршы алдыҡ. Бөгөн таҡтаташ асып, бик изге ғәмәл башҡарылды, - тине ул.
Муниципаль райондың почетлы гражданины Әнүәр Шәнгәрәев, Байғужа ауыл хакимиәте башлығы Салауат Йосопов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Әбдрәхим
Йәнбирҙиндың бер туған ағаһының улы Тимерйән Баймөхәмәтов, башҡа ҡунаҡтарҙың сығыштары ла данлы бригадир тураһында иҫтәлектәрҙе яңыртты.
1975-1989 йылдарҙа “Ударник” колхозы председателе булып эшләгән Харис Шаһиевтың тантанала ҡатнашыуы ла сараның мәртәбәһен арттырҙы:
- Әбдрәхим ағай 2-се комплекслы бригаданы етәкләне. Ул ваҡытта колхозда бик көслө бригадирҙар булды, барыһы ла орденлылар ине. Мин уларға таянып эшләнем. Әбдрәхим Ғималетдин улы халыҡ менән уртаҡ тел таба белде. Эшкә бик яуаплы ине, тәртип яратты. Сәсеү, ураҡ мәлдәрендә таң менән эшкә сығып китһә, төнгө сәғәт 1-һеҙ ҡайта алманы. Ул осорҙа бөртөклө культураларҙан гектарынан 25 центнер, ҡайһы бер йылдарҙа 32 центнер уңыш алынды, шәкәр сөгөлдөрөнөң гектар көсө кәмендә 250 центнер булды. Халыҡты эшләтә белде, егәрлелек менән тотто, - тип һөйләне Харис Хызыр улы.
Үҙ ерендә тир түгеп хеҙмәт итеп, яҡты эҙ ҡалдырған атайҙарын, олатайҙарын ҙурлап, Йәнбирҙиндар нәҫеле, ысынлап та, матур ғәмәл күрһәтте. Ауылдаштары, райондаштары был йорт эргәһенән үткән саҡта хеҙмәт батыры, данлы бригадир тураһында мотлаҡ иҫкә алыр, йәш быуын Бәләкәй Байыҡтың арҙаҡлы улы тураһында белеп үҫер.
Фото: автор.
Читайте нас: