Республиканың 15 ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының финалында ҡатнаша. 1 мартта махсус комиссия һөҙөмтәне иғлан итәсәк. Еңеүгә дәғүә итеүселәр араһында Ишембай районының Сәлих ауылы ла бар. Бөгөн ауылдаштар күркәм байрам ойоштороп, конкурс барышындағы эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы.
Сәлихтар был сараға ныҡлы әҙерләнгән. Ауылда эскелек менән етди көрәш бара. Законһыҙ эске һатыусылар юлы ябыла, быға тиклем шундай 18 нөктә булыуы асыҡланған.
Конкурста еңеүсе ауыл 1 марттан 10-ына тиклем интернетта тауыш биреү юлы менән билдәләнә. Тимәк, сәлихтар яҡташтарға иҫәп тотасаҡ! Тауыш биреүгә әҙер булайыҡ.