Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2020, 12:33

Иңдәрендә - аныҡ йөкләмәләр

Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советының яңы составта беренсе ултырышы үтте.

Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советының яңы составта беренсе ултырышы үтте.
Әлеге көндә төрлө өлкәлә тырышҡан, хеҙмәттәштәре хөрмәтен ҡаҙанған, йәмғиәтебеҙҙәге проблемаларҙы хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерергә әҙер әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙы туплап торған ойошма ағзалары совет эшмәкәрләгенең төп маҡсаттарын билдәләне.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп «АрхЗемПроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры Диана Ғәйнуллина тәғәйенләнһә, урынбаҫарлыҡ эше муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатоваға йөкмәтелде.
- Совет ҡатын-ҡыҙ, балалар, ғаилә мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында эш алып бара. Ойошма үҙенең эске структураһын, эш алымдарын, маҡсаттарын һәм бурыстарын билдәләүҙә ирекле. Шул уҡ ваҡытта муниципаль район хакимиәте башлығы советтың эшмәкәрлеген координациялау хоҡуғына эйә. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан республикаһы башҡарма власының дәүләт органдары, хәйриә фондтары, төрлө йәмғиәт берләшмәләре һәм хәрәкәттәре менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итә алабыҙ, - тип берҙәм эшкә дәртләндерҙе Диана Рәмил ҡыҙы.
Ойошма ултырышында 2020 йылға эш планын тикшереү һәм раҫлау, Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы менән хеҙмәттәшлек булдырыу, ауыл биләмәләре ҡатын-ҡыҙҙар советтарына кураторлыҡ итеү, тәрбиәүит маҡсатта үҫмерҙәр һәм йәштәр менән осрашыу, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға төрлө саралар ойоштороу, йәш әсәләр мәктәбенә нигеҙ һалыу, өлгөлө ғаиләләр миҫалында эш алып барыу кеүек мәсьәләләр ҡуҙғатылды.
Йәнырыҫ ауылынан әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Ҡәҙриә Заһиҙуллина, ауыл биләмәләрендә үткән хакимиәт көндәренә «Инсайт» психологик-медик-социаль ярҙам үҙәге хеҙмәткәрҙәрен дә йәлеп итеп, сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән аңлатыу эше алып барыуын ойошторорға кәрәк, тигән теләген белдерҙе.
Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары был йәһәттән ҙур яуаплылыҡты аңлап, бер төптән эшләргә әҙер.
Фото: автор.
Читайте нас: