Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2020, 16:48

Батырлыҡ өлгөләре эргәбеҙҙә

Илебеҙҙә Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләү уңайынан Йәштәр һарайында Афғанстан, Чечен һәм Африка илдәрендә хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусы ветерандар мәктәп уҡыусылары менән осрашты.

Илебеҙҙә Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләү уңайынан Йәштәр һарайында Афғанстан, Чечен һәм Африка илдәрендә хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусы ветерандар мәктәп уҡыусылары менән осрашты.
Сараға килә алмаған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла иҫкә алынды – бөгөнгө көндә муниципаль районда уларҙың ни бары ун туғыҙы иҫән.
Ишембай ҡалаһы һәм районы хәрби комиссары Кирилл Клюкин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатаһының малай кеше өсөн мауыҡтырғыс хәтирәләрен тыңлап үҫеүе, Ырымбур өлкәһе гарнизонында хәрбиҙәр ғаиләһендә тәрбиәләнеүе тураһында иҫтәлектәр менән бүлеште.
Афғанстан ветерандары союзы вәкилдәре подполковник Владимир Исаков, полковник Сәғит Садыҡов һәм Валерий Иванцов ил алдындағы хәрби бурыстары тураһында һөйләп үтте. Чечен Республикаһы территорияһында хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан Айҙар Мөлөкөв менән Азат Рәхмәтуллиндың сығышы йәштәргә ҡыҙыҡ та, фәһемле лә булды. Уларҙың күбеһе һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалған, әле булһа илде һаҡлаусылар рәтендә. Мәҫәлән, Айҙар Мәүләүи улы Чечен һуғышынан ҡайтыу менән, 2001 йылда 42-се янғын һүндереү бүлегенә эшкә урынлаша. Бөгөн ул ҡарауыл начальнигы ярҙамсыһы, көслө рухлы, сыҙам булыуҙы талап иткән эшенән бик ҡәнәғәт.
Африка илдәрендә, айырыуса Анголала, баш күтәреүселәргә ҡаршы регуляр ғәскәрҙә ҡатнашҡан Александр Серковтың тормошо ла үҙе бер тарих. Александр Валентинович белдереүенсә, 1975-1992 йылдарҙа беҙҙең илдән Анголала 11 меңгә яҡын хәрби белгес һәм тәржемәсе хеҙмәт иткән була. Был хаҡта мобилизация бүлеге начальнигы әле йылмайып иҫкә алһа ла, ваҡытында яраланып госпиталдә ята, үлемдән саҡ тороп ҡала.
Ветерандарыбыҙҙың батырлығы, рухи һәм физик ныҡлығы бөгөнгө йәштәргә ысынбарлыҡтағы өлгө. Был дәрес-осрашыуҙан йәштәр файҙалы һабаҡ алғандыр, тип ышанғы
килә.
Фото: автор.
Читайте нас: