Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2020, 00:47

Бүре... бер йылдан үс алырға килә

Был хәлгә 16 йыл булды. Ҡоҙам менән шуны иҫкә төшөрөп алдыҡ. “Бүре арбап килә” тигәндәре дөрөҫ икән, тине ул...

Был хәлгә 16 йыл булды. Ҡоҙам менән шуны иҫкә төшөрөп алдыҡ. “Бүре арбап килә” тигәндәре дөрөҫ икән, тине ул...
Әбйәлил районының Аһылай ауылынан Кәримовтар 22 февралдә кис туйҙан ҡайта. Нурислам ҡоҙам урам яғынан солан ишегенә йоҙаҡ элә лә һарай яғынан өйгә инеп йоҡларға ята. Таңға ҡарай ҡатыны уята:
– Тор әле, күтәрмәлә кемдер йөрөй, әллә һуғышалар инде...
Нурислам, уны-быны аңғармай, өҫтөнә фуфайка ғына ябынып, аяғына ҙур быйма эләктереп тышҡа сыға. Һарай яғындағы ишектән күтәрмәгә ҡарай йүнәлә. Унда менеп баҫыуға, һырт яҡтан ҙур эт күренә. Күршелә Кавказ овчаркаһы була, шул тип уйлай. Ҡапыл хайуан өҫтәрәк торған ирҙең ботона самалап ырғый. Ҡоҙам уның томшоғона һул ҡулын тығып өлгөрә. Бүре уның усынан тешләп, сәтәкәй бармаҡ яғына һуя тарта ла бер ҡаҙҙы эләктереп сығып ҡаса.
Нурислам өйгә ҡарап: “Сыҡмағыҙ, бүре йөрөй!” – тип ҡысҡыра ла күршеләренә йүгерә. Мылтыҡ һорап тора, йәнәһе. Береһенең ишеген астыра алмай, икенсеһенә барып, уларҙа ҡулын йыуып, яраһын бәйләп, һәнәктәр менән ҡоралланып, икәүләп кире ҡоҙаның өйөнә китәләр.
Барһалар, бүре күтәрмәлә эленеп торған ат санаһында алып йөрөгән толопто талаған, шунан һарайҙан атты сығарып алған. Малҡайҙы арт һынынан – берҙе, муйынынан берҙе тешләгән. Артабан Нурисламдың ҡанлы эҙе буйлап ҡыуалап киткән. Ҡайҙа ҡан тамсылары тамған, шул урындарҙы сапсып бөткән. Ул ваҡытта ҡоҙа күршеләргә ингән мәл булған – Хоҙай аралағандыр.
Дауаханаға барырға автобусҡа сыҡҡас, туҡталышта тағы ике кешенең бүренән таланыуын ишетә. Береһе – малдары үкергәнгә тышҡа сыҡҡан бригадир. Үҙенә ҡарай йүгереп килгән бүрене эт тип уйлап, ҡыуып маташа ул. Ярай әле күршеһе һалдырып ала. Икенсеһе – этен нимәлер талаған тауышҡа урамға сыҡҡан ҡатын. Уны инде ҡысҡырғанына улы өйҙән сығып, таяҡ менән һелтәнеп алып ҡала.
Яралыларҙы машина менән алып киткән булалар инде. Ауылға бөтәһе ете бүре төшә. Ҡайһыһы – ҡаҙ, ҡайһыһы бәйһеҙ эттәрҙе алып китә. Кемдең малы һарайға ябылмаган була, шуларҙы талайҙар. Тик береһе генә ни эшләптер үлемен эҙләп шул өс өй араһында сабауыллай. Нурислам ҡоҙа автобус менән дауаханаға киткәс, өсөнсөгә өйөнә килә теге бүре. Шул ваҡытта ағаһы һәнәк менән сәнсеп ала уны.
– “Бүре арбап килә” тигәнгә ышанмай торған инем, ошо хәлдән һуң ышанырға тура килде. Бер йыл элек бер оя бүре балаларын алған инем. Бер оло бүреһен атып, үҙен эҙләп таба алмағайным, бер айҙан үле кәүҙәһен генә таптым – ата бүре ине. Ә минең ағай сәнсеп алған ауылға килгәне инә бүре булған. Шул бүре балалары өсөн бер йыл үткәс үс алырға килгәндер тип уйлап ҡуйҙыҡ, сөнки кемдәрҙең ошо эшкә ҡағылышы булған, шуларҙы ғына нисектер тышҡа сығарып алып таланы бит. Бүре балаларын табып, оянан сығара алмай йөрөгәндә бригадир килеп ярҙам иткән ине һәм, бүре балаларын алғас, әлеге ҡатындың улы берәүһен үҙенә алып ҡалған ине, – тине Нурислам.
Фото: vyatka-grad.ru
Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: