Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2020, 16:15

АУЫЛДАШТАР ЯҘМЫШЫНДА - ИЛ ҮТКӘНЕ

Беҙҙең Рәсәй халҡына ниндәй генә һынауҙар аша үтергә тура килмәгән. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы масштабы, емереклектәре, ҡорбандары буйынса илебеҙ тарихында айырым урын алып тора. Рәсәйҙә һуғыш афәте ҡағылмаған бер генә ғәилә лә юҡ, 27 миллиондан ашыу халҡыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ! Шуға ла Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнгәндә һәр кемебеҙ яугир туғанын, олатаһын, ауылдашын иҫкә төшөрөп, ысынлап та, ниндәйерәк булған һуң улар – донъяны фашизмдан ҡотҡарып ҡалыусылар, тип төптән уйланырға тейеш.

Беҙҙең Рәсәй халҡына ниндәй генә һынауҙар аша үтергә тура килмәгән. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы масштабы, емереклектәре, ҡорбандары буйынса илебеҙ тарихында айырым урын алып тора. Рәсәйҙә һуғыш афәте ҡағылмаған бер генә ғәилә лә юҡ, 27 миллиондан ашыу халҡыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ! Шуға ла Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнгәндә һәр кемебеҙ яугир туғанын, олатаһын, ауылдашын иҫкә төшөрөп, ысынлап та, ниндәйерәк булған һуң улар – донъяны фашизмдан ҡотҡарып ҡалыусылар, тип төптән уйланырға тейеш.
Көҙән ауылынан һуғышҡа бөтәһе 396 кеше киткән. 197-һе генә әйләнеп ҡайтҡан. Ошо ауылдаштар араһында ике туған Зарипов Абдулхаҡ менән Зәйләғи бабайҙар ҙа бар. Уларҙың аталары Мөхәмәтъялал менән Абдулъялал Мөхәмәтзариф олатайҙың оло ғаиләһендә туған. Заманына күрә ғаиләһе иҡтисади яҡтан ныҡ булған. Улдары үҫкәс, өйләндереп, айырым хужалыҡҡа сығара. Мөхәмәтъялалдың да, Абдулъялалдың да ғаиләләре егәрле, хәлле, күп балалы булған. Һуғыш башланғас, 1907 йылда тыуған Абдулхаҡ бабай бер туғандары Әбделҡадир, Мөхәммәт менән һуғышҡа китә.
Кесе сержант, Абдулхаҡ Ғәбделъялал улы, артиллерист булып хеҙмәт итә. 1942 йылда ауыр яраланып Кунгур ҡалаһында госпиталдә дауалана, һаулығы нығынғансы
Көҙәнгә ҡайтаралар. 1943 йылдың июнендә яңына фронтҡа китә. 1945 йылдың декабрь айында һуғыштан ҡайта. Витебск, Кенигсберг ҡалаларын, көнсығыш Прусияны азат итеүҙә ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары, “Отличник артиллерист” знагы менән бүләкләнә. Һуғышҡа тиклем өйләнгән Абдулхаҡ бабай Фатима Фәйхразый ҡыҙы менән 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Абдулхаҡ бабай колхоз ойошторолғандан башлап эшләй. Ҡайҙа ғына тырышһа ла - игенселектәме, малсылыҡтамы, бригадир булыпмы - һәләк булған бер туғандар Абдулҡадир менән Мөхәммәт өсөн дә намыҫ менән йәшәй, эшләй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылдың аҡһаҡалы, ҡәҙерле атай һәм олатай булған Абдулхаҡ ағай улы Рәжәптең ғаиләһендә йәшәп, 1990 йылда вафат була. Уның ике туған ҡустыһы Зәйләғи Мөхәмәтъялал улының яҙмышы ла ағаһыныҡынан әллә ни айырылмай. Ул 1914 йылда тыуған. Хәлле ғәиләнән булғас, Көҙән мәҙрәсәһендә 4 йыл белем ала. Һәр ауыл малайы кеүек, хеҙмәт юлын бик иртә атаһының хужалығында башлай. Колхоз төҙөлгәс, ҡайҙа эшсе ҡулдар кәрәк шунда эшләй. 1937 йылда Камила Ғәйнетдин ҡыҙына өйләнә, 10 бала үҫтерәләр. Оло улдары Зәйнулла һуғышҡа саҡлы тыуған була. Ҡыҙыл Армия сафына ул 1941 йылдың март айында алына. Ауылдашы Рәшит Дилмөхәмәт улы Ишмөхәмәтов менән бергә Ырымбур өлкәһендә хеҙмәт итәләр. Һуғыш башланыу менән фронтҡа китә, ә 1942 йылда ғаиләһенә үлеме тураһында хәбәр килә. Туғандары йыйылып йыназа уҡытырға йөрөгәндә, почта ташыусы хат килтерә. Госпиталдә ятҡан Зәйләғиҙән була ул!
Дауаланыуҙан һуң яугир ауылына ҡайта. Әммә колхозда эшләп йөрөгән еренән 1943 йылда ул йәнә һуғышҡа китә. Еңеүҙән һуң бер йыл үткәс кенә тыуған ауылына ҡайтырға насип була. Ә бына бер туғандары Хужағәли менән Мөхәмәтвәли һуғышта ятып ҡала.
Колхозда эш күп - төҙөргә, сәсергә, малдар һанын арттырырға кәрәк. Ғәиләлә балалар ҙа ишле. Зәйләғи Мөхәмәтъялал улы бригадир, ферма мөдире булып 20 йыл колхозда тырыша. Хаҡлы ялға урман хужалығында эшләп сыға. Ветерандың түшен “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены, бихисап миҙалдар биҙәй. 2005 йылда мәрхүм булды.
Йәшлектәрен - һуғышта, ҡалған ғүмерҙәрен эштә үткәргән Зәйләғи Мөхәмәтъялал улы менән Абдулхаҡ Ғабделъялал улының тормоштарын хәҙерге заман күҙлегенән сығып баһалаһаң, иҫ китерлеҡ. Йәндәрен аямай дошман менән һуғышҡандар, колхозда алһыҙ-ялһыҙ 40-ар йыл эшләгәндәр, ғаиләлә өлгөлө атай булып, икеһенә 18 бала үҫтергәндәр. Улар быуынына ныҡ булырға тура килде. Яу яландарынан иҫән ҡайтырға насип булған ветерандар араһында колхоз рәйесе лә, завод директоры ла, ашнаҡсы ла, башҡа һөнәр кешеләре лә бар. Бына уларҙан өлгө алып йәшәргә, эшләргә, балалар тәрбиәләргә кәрәк.
Читайте нас: