Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2020, 01:24

Тәрбиәгә, таҙалыҡҡа ынтылыш булһын

Муниципаль районы башлығы Азамат Абдрахманов етәкселегендә хакимиәт вәкилдәре ошо көндәрҙә Әрметрәхим, Кинйәбулат һәм Ҡанаҡай ауылдарында ла халыҡ менән осрашты.

Муниципаль районы башлығы Азамат Абдрахманов етәкселегендә хакимиәт вәкилдәре ошо көндәрҙә Әрметрәхим, Кинйәбулат һәм Ҡанаҡай ауылдарында ла халыҡ менән осрашты.
Ауыл биләмәләрендә үткән хакимиәт көндәрендә, тәү сиратта, сүплектәрҙе рекультивациялау, сүп-сар майҙансыҡтарында өҫтәмә контейнерҙар ҡуйыу, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, телефон аша мутлашыусыларҙан һаҡ булыу, законһыҙ спиртлы эсемлектәрҙе һатыусыларға ҡаршы көрәшеү, мәктәптәрҙә балаларҙың туҡланыуын контролләү һәм мохтаждарға адреслы социаль ярҙам күрһәтеү кеүек дөйөм проблемалар ҡуҙғатылды.
Йыйылыштарҙы ситтән күҙәткәндә, шундай һығымта яһарға мөмкин - спиртлы эсемлектәрҙе һатыусыларҙың ҡылығы халыҡтың үҙәгенә үткән. Ауыл нигеҙен һаҡларлыҡ ир-егеттәр ҡырыла, тип зарлана оло йәштәге инәй-бабайҙар. Йәшерен һатыусыларҙың кемлеген белеүҙәренә ҡарамаҫтан, уларҙың исемен тороп әйтергә баҙнат итеүселәр табылманы. Ә үҙҙәре спирт ташыусы машинаны ла күргәндәре бар икән.
- Туғандарығыҙҙы, күршеләрегеҙҙе был бәләнән ҡотҡарырға теләһәгеҙ, кисекмәҫтән, беҙҙең менән хеҙмәттәшлек булдырырға кәрәк. Һатыуҙа тыйылған спирттың 80 проценты Ҡытайҙа етештерелгәнен беләһегеҙме икән? Ә ҡытайҙар уны канализация ҡалдыҡтарынан ҡыуҙырта. Беҙгә туранан-тура мөрәжәғәт итергә баҙнат итмәһәгеҙ, «Асыҡ Республика» проекты сиктәрендә ойошторолған «Хәүефһеҙ мөхит» сайтына инеп, хат ҡалдыра алаһығыҙ. Тартынмағыҙ, исем-шәрифегеҙ бер кемгә лә белдерелмәйәсәк, - тине муниципаль район Советы секретары Рәмил Абдуллин, ауыл халҡын был проблеманы хәл итеүҙә берҙәмлеккә саҡырып.
Балаларҙы мәктәптәрҙә сифатлы туҡландырыу тураһында ла һүҙ алып барылды. Әлбиттә, 1 сентябрҙән 1-4 класс уҡыусыларының бушлай туҡланыуға күсеүе ҡыуаныслы хәбәр. Әммә, миҙалдың икенсе яғы ла бар. Туҡланыу буйынса ата-әсәләрҙең бурысы ярайһы ғына күп йыйылған. Бушлай туҡланыуға күсеүҙең мөһим шарты бар – булған бурыстарҙы ҡаплап ҡуйырға кәрәк, тип үтенесен еткерҙе мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Исмәғилев.
«Ғаилә» көньяҡ район-ара үҙәге белгестәренең адреслы социаль ярҙам тураһындағы сығыша ла күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Адреслы ярҙам социаль контракт нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла. Социаль контракт – граждан менән халыҡҡа ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге араһында төҙөлгән килешеү. Ул социаль адаптация программаһына ингән бик күп сараларҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеген бирә. Был аҡсалата ярҙамды эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған, шул иҫәптән үҙмәшғүл (ред. самозанятый), шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған йәки яңы һөнәр үҙләштерергә теләгән аҙ тәьмин ителгәндәр һәм яңғыҙ йәшәгән граждандар алыу мөмкинлегенә эйә. Адреслы ярҙамды ғаиләне яҡлау һәм һаҡлау маҡсатында алкоголизмдан дауалау өсөн дә ҡулланыу ҡаралған, тип белдерҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова. Ғөмүмән, адреслы социаль ярҙамға ауыр тормош хәлендә ҡалған – газ, электр, һыу, бәйләнеш өсөн бурыстары йыйылған ғаиләләр ҙә дәғүә итә ала. Был һорауҙы асыҡлау өсөн Стахановсылар урамы, 67 адресы буйынса (Пенсия фонды бинаһы) икенсе ҡатта урынлашҡан «Ғаилә» үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була. Үҙәк белгестәре йыйылыштар барышында халыҡҡа телефондарын да еткерҙе: 4-18-84.
Ауыл халҡының шәхси мөрәжәғәтенә килгәндә, Әрметрәхимдән имам-хатип Флүр Дәминов урынлы һорауҙар бирҙе. Флүр ағай белдереүенсә, ярты ауыл - газһыҙ. Әгәр ҙә урамдарға газ үткәрелгән булһа, йәш ғаиләләр ҙә ауылда күберәк ҡалыр ине, бер кемдең дә электрға ҙур аҡса түгеп йәшәгеһе килмәй, тине ул. Газ үтмәү сәбәпле буш торған мәктәптең бинаһы ла эшлектән сығыуы ихтимал. Шул бинаны икенсе маҡсатта ҡулланып булмаймы, тип борсолдо әрметрәхимдәр. Муниципаль район Советы секретары Рәмил Абдуллин аңлатыуынса, был йүнәлештә эштәр алып барыла, инвесторҙарҙы йәлеп итеп, туристар өсөн үҙәк йәки ҡунаҡхана асырға мөмкинлек бар.
Кинйәбулат ауылында осрашыуҙа Юнир Тимербулатов, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарҙың тулы исемлеге менән һәйкәл булдырырға кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе. Муниципаль район етәкселеге, Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығын иҫәпкә алып, был һорау иғтибар үҙәгендә буласағын әйтте. Йыйылыш барышында, бер нисә баланың рейс автобусында ҡалаға уҡырға йөрөүе асыҡланды.
- Был, ғөмүмән, дөрөҫ түгел. Ҡала мәктәптәренә балаларығыҙҙы машинала үҙегеҙ генә йөрөтөргә тейешһегеҙ. Ҡайтҡан саҡта осраҡлы «попутка»ға ултырмаҫтар, тип гарантия бирә алаһығыҙмы? Был балаларҙы Кинйәбулат мәктәбенә күсереү тураһында уйланырға кәрәк, - тип ата-әсәләргә шелтә белдерҙе мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Иҙиәт улы.
Ҡанаҡай ауылы әүҙемселәре һөйләүенсә, ҡайһы бер уйһыҙҙар Бәкән йылғаһы буйына сүп ташлай, йорттарҙан канализация һыуы ла шунда ағып төшә. Район хакимиәт башлығы был мөрәжәғәткә, тейешле саралар күреү өсөн экологтар комиссияһы ебәреләсәк, тип яуап ҡайтарҙы. Азамат Фәрит улы, ҡанаҡайҙарҙың ошо йылға аша күпер төҙөү инициативаһы менән урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыуҙарын да хуплап сығыш яһаны. Проектта еңеп сыҡһағыҙ, юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһен дә хәл итербеҙ, тине ул. Ҡанаҡай ауылы йыйылышында әхмәрҙәр ҙә ҡатнашты. Әхмәр урта мәктәбе директоры Дәрүиш Хәйбуллин, мәҫәлән, мәктәп тирәләй кәртәнең 2005 йылдан алып ремонтланмауы тураһында белдерҙе. Балалар баҡсаһының тәҙрә-ишектәре лә яңыртылыуға мохтаж икән.
- Һорауҙарығыҙҙы ошолай ваҡытында әйтеп барһағыҙ, ауылдағы проблемаларҙы беҙ ҙә һәйбәт аңлап торасаҡбыҙ. Бер генә үтенесем бар: эске тәрбиә өҫтөндә эшләйек,
матур йәшәргә тырышайыҡ, - тине һүҙен йомғаҡлап район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов.
Фото: автор.
Читайте нас: