Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2020, 11:42

Әрметтә лә һорауҙар етерлек

Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов һәм төрлө өлкә, хеҙмәт белгестәре ҡатнашлығында халыҡ менән осрашыуҙарҙың сираттағыһы Түбәнге Әрметтә үтте.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов һәм төрлө өлкә, хеҙмәт белгестәре ҡатнашлығында халыҡ менән осрашыуҙарҙың сираттағыһы Түбәнге Әрметтә үтте.
Был төбәктәгеләр ҙә үҙ ҡыуаныстары, үҙ көйөнөстәре менән йәшәй. Алға маҡсаттар билдәләр алдынан башҡарылған эшкә йомғаҡ яһау тәртибе бар. Былтыр Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса Үрге һәм Түбәнге Әрметтә һыу үткәргестәр селтәренә капиталь ремонт эшләнгән. Ике ауылда ла республика ҡаҙнаһы
иҫәбенә 100-әр метр юлға асфальт түшәлгән. Үрге Әрметтә Совет урамы һәм 1 Май урамына табан тыҡырыҡҡа ҡырсынташ түшәлгән. Ауыл биләмәһендә урам яҡтыртҡыстары ҡуйыу буйынса һөҙөмтәле эш башҡарылған, ике ауыл буйынса өҫтәмә рәүештә 34 яҡтыртҡыс эленгән.
Быйылға билдәләнгән эштәр ҙә күләмле. Түбәнге Әрметтә Ғиззәтуллин урамына, Үрге Әрметтә Совет урамына асфальт һалыу дауам ителәсәк. Түбәнге Әрметтә Йылға, Баҙар, Туғай урамдарына, Үрге Әрметтә 1 Май урамына ҡырсынташ түшәү ниәтләнә. Халыҡ урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыуға ла берҙәм теләк белдергән. Уның ярҙамында ике ауылда ла зыяратты яңынан кәртәләү ниәте
бар.
Элекке йыйылышта күтәрелгән һорауҙарға, тәҡдимдәргә туҡталып, уларҙың күпселеге үтәлгән булыуы билдәләнде. Әрметтәр Бөйөк Ватан һуғышын үткән билдәле яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллиндың ошо төбәктән булыуы менән лайыҡлы ғорурлана. Ишембай ҡалаһының бер урамына уның исемен биреү тураһында тәҡдим быға
тиклем күтәрелгән булһа, ул һорауҙың хәл ителеүе асыҡланды. Ҡалабыҙҙа барлыҡҡа килгән яңы урамға ҡаһарман яҙыусының исемен биреү тураһындағы хәбәр
яҡташтары өсөн үтә лә ҡыуаныслы булды. Әлеге йыйылышта ла әрметтәр һорауҙарын әүҙем бирҙе, әлбиттә, уларҙың күбеһе йәшәү-көнкүреште яҡшыртыуға ҡағылды. Түбәнге Әрметтә фельдшер-акушерлыҡ пунктын ремонтлау көнүҙәк һорау булып тора. Ауылдаштар ҡалалағы Көньяҡ биҫтәһендәге 2-се поликлиникаға беркетелеү уңайһыҙ булыуы һәм баҙар эргәһендәгенә күсереү үтенесен дә әйттеләр. Контейнерҙарға сүпте йөрөтөү ауырлығы тураһында ла сығыштар булды. Әлеге көндә ике ауыл буйынса 6 урында сүп контейнерҙары урынлашҡан, киләсәктә улар тағы ла арттырыласаҡ. Хәүефһеҙлекте хәстәрләп, транспортҡа юғары тиҙлектә йөрөүҙе сикләү маҡсатында ике ауылдың да үҙәк урамдарында юлда махсус тигеҙһеҙлекте булдырыу кәрәклеген дә әйтте йыйылышҡа
килеүселәр.
Янғындарҙан һаҡланыу тураһында ла белгестәрҙең сығыштары урынлы булды. Әрмет ауыл Советы хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев әлеге көндә күмәк балалы ғаиләләргә, яңғыҙы йәшәгән 55 йәштән өлкәндәргә бушлай 170-тән ашыу иҫкәрткестәр ҡуйылыуын әйтте. “Башҡаларыбыҙ ҙа уны һатып алып ҡуйып, янғындан һаҡланыу сараһын күрәйек”, - тине. Ләкин был ҡорамалдарҙың батарейкаларын ваҡытында алмаштырып тороу кәрәклеге хаҡында оноторға ярамай.
Законһыҙ алкоголь продукцияһын һатыуға ҡаршы көрәш, Зауыҡлы биләмәләр йылында йорт-ихата тирәләрен төҙөкләндереү, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, мәктәптәрҙә балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләшелде. Һорауҙарҙы уртаға һалып кәңәшләшеү тик файҙаға - Әрметтә үткән йыйылыш та үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ.
Фото: автор.
Читайте нас: