Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2020, 20:07

Ир-егеттәрҙе тәбрикләнек

Бөгөн ҡалала 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы саралар үтте. Тәүҙә Геройҙар Аллеяһында һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Артабан байрам ҡала мәҙәниәт һарайында дауам итте.

Бөгөн ҡалала 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы саралар үтте.Тәүҙә Геройҙар Аллеяһында һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Артабан байрам ҡала мәҙәниәт һарайында дауам итте.
Ишембай муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов был көндөң иң мөһим байрамдарҙың береһе булыуын билдәләне. Сараның хөрмәтле ҡунаҡтарына - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғәбделхәй Рәхимовҡа, тыл хеҙмәтсәндәре Иван Козинға һәм Мария Козинаға “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы” юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре байрам уңайынан бик матур концерт программаһын да әҙерләгәйне. Рухлы йырҙар, дәртле бейеүҙәр тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелде.
Фото: автор.
Читайте нас: