Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2020, 15:16

"Бала тапмаһаң, кәрәгең юҡ"

Үҙем өсөн йәшәгем килгәнгә ирем минән айырылмаҡсы... Ошондай хәлдә ҡалырмын тип ғүмерҙә уйламағайным. Тик тормош тигәнең...

Үҙем өсөн йәшәгем килгәнгә ирем минән айырылмаҡсы... Ошондай хәлдә ҡалырмын тип ғүмерҙә уйламағайным. Тик тормош тигәнең...
Илфат менән яратышып өйләнештек. Бик матур итеп дуҫлашып йөрөнөк, мин уны армиянан көтөп алдым. Институттың һуңғы курстарында сәстәрҙе сәскә бәйләнек. Икебеҙ ҙә бәхеттең етенсе ҡатында кеүек инек.
Йәш белгестәр булып дәртләнешеп эшкә төшкән генә саҡта мин ауырға ҡалдым. Был яңылыҡ икебеҙҙе лә ныҡ шатландырҙы. Ата-әсәләр ҙә ҡыуанды. Улар беҙгә, ана-ана бәләкәй сабыйы булырға торған йәш ғаиләгә, фатир алып биреште. Шөкөр, минең ата-әсәйем дә, Илфаттыҡы ла әле йәштәр, атайҙар Себерҙә эшләй. Пенсияға тиклем йыраҡ. Шуға уларҙың ярҙам итеү мөмкинлеге бар ине. Малайыбыҙ тыуыр алдынан яңы иркен фатирға күстек.
Рәхәтләнеп йәшә лә йәшә ине лә бит. Бәпес тыуыу менән проблемалар башланды. Ул пневмония менән сирләп тыуҙы. Шунда уҡ айырып алып реанимацияға һалып ҡуйҙылар. Сабыйымды күреп туйып та өлгөрмәй ҡалдым. Ҡайғырыуымдан һөтөм төшмәне. Бер ай самаһы дауахана тупһаһын тапай торғас, улыбыҙҙы сығарҙылар. Һәм башланды “күңелле тормош”.
Бәпес ныҡ илаҡ булды. Төндәрен бөтөнләй йоҡламай ине. Һөтөм дә булмағас, төнө буйы смесь әҙерләп хәл бөттө. Күп тә үтмәй эсе ауырта башланы. Уныһы үткәйне теше сығып илауҙар. Ҡыҫҡаһы көн дә, төн дә йоҡо булманы. Илфат эшләгәс, уны йәлләп уятмаҫҡа тырыштым. Үҙем таңға тиклем бәпесте ҡулда бәүетеп ултырҙым. Көндөҙ ҙә йоҡо юҡ, ашарға бешерергә, өй йыйыштырырға кәрәк. Неврология йәһәтенән проблемалары булған сабыйыбыҙ көндөҙ ҙә йоҡламай ине шул.
Мин ябыҡтым, йонсоном, йәмһеҙләндем. “Тормоштоң бер шатлығы ҡалманы” тигән кеүек хистәр кисерә башланым. Әле бының бала тыуғандан һуңғы депрессия булғанлығын аңланым, әлбиттә. Ә ул саҡта миңә бик ауыр ине, йыш кәйефем булмай, илай торғайным.
Балаға өс йәш тула башлағас уны балалар баҡсаһына алып барҙыҡ. Инде тыныс һулап эшкә сығырға ғына йөрөгәндә башланды бөтмәҫ-төкәнмәҫ сирҙәр. Йә һыуыҡ тейә, йә эсе китә. Тәүге ярты йыл эсендә дүрт тапҡыр дауаханала ятып сыҡҡас, баҡсаға бармай торорға ҡарар иттек. Минең өйҙә балаға бәйләнеп бикле ултырыуым дауам итте. Был хәл биш йәше тулғансы дауам итте.
Биш йәш тулғас, бер ни тиклем рәхәтлек килде. Ул ныҡлап балалар баҡсаһына өйрәнде, сирләүҙәре һирәгәйҙе. Үҙаллыраҡ булып китте. Мин ниһайәт эшкә сыҡтым, матур кейемдәр алдым. Кеше араһында йөрөгәс, кәйеф тә күтәрелде, үҙемде лә ҡарай башланым. Һәм көтмәгәндә яңы проблемаға тарыныҡ. Ирем икенсе бала һорай башланы.
Дөрөҫөрәге ул мин бала табыу йортонан сығыу менән икенсе бала кәрәк тип хәбәр башлағайны. Ул саҡта миндә бөтөнләй башҡа ҡайғы булғас, тынып торғайны. Хәҙер йәнә үҙенекенә тотондо. Имеш ул бер үҙе үҫкән, күңелһеҙ булған, уға кәмендә өс бала кәрәк. Ә минең турала уйлап та бирмәй. Ҡасандыр үҙем дә ҙур ғаилә тураһында хыяллана инем. Тик улым менән үткән ауырлыҡтарҙан һуң быларҙың береһе лә кәрәкмәй. Саҡ үҙемде кеше итеп тоя башлағайным ғына, ул мине йәнә өйгә бикләргә һәм яңынан ошо ауырлыҡтар аша үтергә дусар итә.
Тәүҙә һуңғараҡ тип әйтә килә инем. Бер көндө ирем менән ныҡлап һөйләшергә булдым һәм башҡаса бала тапмаҫҡа теләүемде әйттем. Китте ғауға.
– Һин эгоист, үҙемде генә уйлайһың, – тине ул.
Йоҡоһоҙ үткәргән төндәрем, һәр сире өсөн дауаханаға ятыуҙар, ашалған нервы уның өсөн бер ни түгел. Бәлки, үҙем дә ғәйеплелер, бала ҡарау хәстәрен уның менән бер иш тартһаҡ, аңлар ине. Ә мин “барыбер өйҙә ултырам” тип уны, эшләгән кешене, йәлләгән булдым. Әҙер балаға мин дә риза ла бит, тик ҡайҙан алырға уны?
Илфат шул һөйләшеүҙән һуң бер аҙна минең менән һөйләшмәне һәм кисә килеп ҡарарын белдерҙе.
– Әгәр бала тапмайһың икән, мин айырылам. Бындай теләге булған йәш ҡыҙҙар тулып ята. Ә һин йөрө эшеңә матур күлдәктәреңде кейеп. Уйланырға бер аҙна ваҡыт, – тине ул.
Иҫем китеп ултырам. Ни эшләргә һуң? Иремде яратам, тик үҙем тураһында ла уйлайым. Ул миңә шундай шарт ҡуя икән, мөхәббәт тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкинме ни? Беҙгә әле утыҙ йәш тә тулмаған. Бәлки аҙағыраҡ үҙем дә сабый тураһында хыялланыр инем, тик уға бөгөндән кәрәк. Кәңәштәр көтөп ҡалам, ярҙам итегеҙ.
(Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡатындың хатынан).
Альфия Мингалиева
Фото: интернет
Читайте нас в