“Был донъяла бергә йәшәү - бүләк, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек” йырындағы һүҙҙәр нәҡ Альбина һәм Илгиз Муллағоловтарға арналған кеүек. Егерме йылға яҡын иңгә-иң терәп йәшәүсе пар әле булһа бер-береһенең күҙҙәренә һөйөү тулы наҙ менән баға.
Уларҙың йылылыҡ, ихласлыҡ менән һуғарылған мөнәсәбәттәре фатирҙарына килеп кергәс тә һиҙелә. Өс балаға ғүмер биргән Муллағоловтарҙың сабыйҙарына бар яҡлап тәрбиә, белем биреүгә ынтылыуҙары, һәләттәрен асырға ярҙам итеүҙәре һоҡландырҙы.
Альбина менән Илгиздең бер-береһе менән танышыуҙары ла көтмәгәндә, осраҡлы ғына килеп сыға. Йәш ҡыҙ Ҡанаҡай урта мәктәбен тамамлап, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Ҡулына диплом алып, Салауат ҡалаһының 38-се балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаша. Ике йыл тирәһе эшләгәс, Ғафури районының Яҡтыкүл ауылы егете Илгиз менән таныша. Чечня хәрби хәрәкәте ветераны ул ваҡытта “ВНЗМ-1” предприятиеһында монтажсы булып эшләй. Егет ҡыҙҙы ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға ҡарар итә, Альбина ла ҡаршы килмәй - 2001 йылда йәштәр өйләнешә. Башта дөйөм ятаҡта йәшәйҙәр, тәүге улдары Айгиз донъяға килә. Бер нисә йылдан Муллағоловтар Ишембайға күсеп ҡайтырға хәл итә. Бер бүлмәле фатир ҙа алып ебәрәләр. Бәхеттәрен тулыландырып, ҡыҙҙары тыуа, уға Милана тип исем ҡушалар. Балалар артҡас, йәштәр “әсәлек капиталы” сертификатын да ҡулланып, фатирҙарын өс бүлмәле итеүгә өлгәшәләр. Әле кесе улдары Илназға 6 йәш. Альбина Юнир ҡыҙы 23-сө балалар баҡсаһында тәрбиәсе, ә Илгиз Шәһит улы Яңы Уренгойҙа монтажсы булып эшләй.
Ысынлап та, Альбина менән Илгиздең иң ҙур байлығы – балалары. Ғәзиздәренең һәр башланғысын хуплап, уларҙы үҫтереүгә бар яҡлап ярҙам күрһәткән Муллағоловтар күп ата-әсәләргә өлгө булып тора.
- Балаларым менән бер ауырлыҡ та кисермәйем. Улар үҙҙәре тырыш, бөтә яҡлап та алдынғы булырға теләйҙәр. Айгиз менән Милана Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында белем ала. Айгиз ҡул һуғышы түңәрәгенә йөрөй. Ул - республика чемпионы, әллә күпме миҙалкубоктар менән бүләкләнде. Ҡул эштәре менән дә шөғөлләнергә әүәҫ. Ағастан бынамын тигән өҫтәл-ултырғыстар ҙа эшләп ҡуя. Милана “Берғамыт” бейеү ансамбленә йөрөй, ҡумыҙҙа ла уйнай. Ә Илназыбыҙ былтыр әкиәт һөйләү бәйгеһендә 1-се урын алды. Уларҙың ҡаҙаныштары беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, - ти хужабикә.
Альбина Юнир ҡыҙы үҙе лә 20 йылға яҡын балалар менән эшләү дәүерендә алдынғы хеҙмәте өсөн бик күп грамоталар менән бүләкләнгән, ситтән тороп икенсе юғары белем дә алған. Ә Илгиз Шәһит улы гармун телдәренә баҫып, оҫта итеп йырлай ҙа икән. Әйтергә кәрәк, Муллағоловтар дәүләт программаһын ҡулланып ер алған, әле Кузьмин ҡасабаһында йорт һала башлағандар. Уңғандарға ҡарап, “Афарин!” тиергә генә ҡала.
Бер-береһенә ҡарата һөйөү менән һуғарылған был бәхетле ғаилә менән аралашҡандан һуң, уларҙан матур йәшәү сере менән дә ҡыҙыҡһындым. “Иң мөһиме - бер-береңде ихтирам итеү, яратыу, бербереңә ҡарата ышаныслы булыу”, - тип яуапланы Муллағоловтар бер тауыштан.
Бына шундай өлгөлө ғаиләләрҙең береһе йәшәй Ишембайҙа. Матурлыҡ һәм уңғанлыҡ, һөйөү һәм мөхәббәт, бер-береңә ҡарата ихтирам тантана иткән ғаиләнән үҙем дә нур алып сыҡҡандай булдым.