Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2020, 12:03

Батырлыҡ дәресе

Кинйәбулат урта мәктәбендә совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 31 йыл тулыуға арналған сара үтте.

Кинйәбулат урта мәктәбендә совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 31 йыл тулыуға арналған сара үтте.
Осрашыуға хәрби бурысын Афғанстанда үтәгән яугирҙар - Кинйәбулат ауылынан Ринат Мөхәмәҙиев, Илшат Дусалин, Байғужанан Булат Баһауетдинов саҡырылғайны. Сара башында афған һуғышы тураһында видеофильм күрһәтелде, уҡыусылар күңелдәрҙе тетрәндерерлек итеп хаттар, шиғырҙар уҡыны. Тарих уҡытыусыһы Азамат Шайморат улы Афғанстанда һәләк булған яҡташыбыҙ Ишморат Ғиниәтуллин тураһында һөйләп үтте. Ишморат Сәйфулла улы 1980 йылдың 9 авгусында дошмандың взвод командирына тоҫҡаған мылтығын күреп, уны кәүҙәһе менән ҡаплаған... Һәм үҙенең ғүмерен биреп, командирын һаҡлап алып ҡалған. Ошо батырлығы өсөн уны Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлағандар.
Уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың сығышынан һуң һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Улар йәш саҡтарын, әрме сафында хеҙмәт иткән йылдарын хәтерләне. Уҡыусылар афған һуғышы ветерандарына һорауҙарын биреп, үҙҙәренә күп кенә мәғлүмәт алды. Осрашыу аҙағында күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
Фото: автор.
Читайте нас: