Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2020, 18:37

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына 100 йәш!

Ишембай ҡалаһында ғүмер итеүсе Нуретдин Кашафетдин улы Хисаметдиновҡа бөгөн 100 йәш тулды. Уны ошо мәртәбәле ғүмер байрамы менән муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, Һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Ришат Заһиҙуллин тәбрикләне.

Мәскәүҙән Берлинға тиклем һуғыш юлын үткән яугир 100 йәшен күңел көрлөгөндә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә -бүләсәрҙәре менән ҡаршылай.
- 100 йәшкә етермен тип уйламаным да. Был ҙур шатлыҡ. Оҙаҡ йәшәүҙең сере ғаиләңдең татыулығына, яратҡан эшең булыуына бәйле. Байлыҡ артынан ҡыуманым, бар менән ҡәнәғәт булып ғүмер иттем, -ти ветеран.
Күпте күргән, күпте кисергән Нуретдин ағай Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрам тантаналарының да түрендә булыр.
Фото: автор.
Читайте нас: