Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2020, 10:23

Онотмайыҡ егеттәрҙе

Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 31 йыл. Халыҡ хәтере иҫән булһын өсөн юбилей даталарҙы барлауҙан бигерәк, ошо ут эсенә ингән, ете ят ерҙә ғүмерҙәре өҙөлгән йәп-йәш егеттәребеҙҙе онотмау, уларҙың яҡындары кисергәнде аңлау мөһим – был замандаштар, яҡташтар бурысы.

15 февраль – Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө
Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 31 йыл. Халыҡ хәтере иҫән булһын өсөн юбилей даталарҙы барлауҙан бигерәк, ошо ут эсенә ингән, ете ят ерҙә ғүмерҙәре өҙөлгән йәп-йәш егеттәребеҙҙе онотмау, уларҙың яҡындары кисергәнде аңлау мөһим – был замандаштар, яҡташтар бурысы.
Афған ерендә беҙҙең һалдаттар ҡатнашлығында 9 йыл барған һуғышта 14 меңдән ашыу ватандашыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ. Улар араһында 12 Ишембай егете... Үлгәндән һуң яҡындарына тапшырылған Ҡыҙыл йондоҙ ордены ғаилә, ил тарихындағы оло юғалтыу билдәһе лә ул.
1979-1989 йылдарҙа Ишембай районы һәм ҡалаһынан бөтәһе 183 егет Афғанда хеҙмәт итә. 15 февраль улар өсөн, әлбиттә, ябай көн түгел. Осрашалар, иҫләйҙәр.
- Ваҡыт аяуһыҙ, байтаҡ егеттәр аранан китә бара. Әммә беҙ – Афғандан иҫән ҡайтҡандар, был тарихты, иптәштәрҙе оноторға бирмәйбеҙ, - ти ошо һуғышты үткән ветеран Фәнүз Мөхәмәтйәнов. – Нурғәли ағай, гәзиткә яҙам тип, өҙмәй ҙә ҡуймай. Мәҡәлә ҡалдырҙым, фотоң кәрәк тигәс, редакцияға инергә тура килде. Һуғыш күрҙек тип күкрәк ҡағып йөрөмәнек, ә йәштәргә, ысынлап та, беҙ үткәнде уҡып белергә, аңларға кәрәктер.

Яугир-интернационалист Фәнүз

...Был беҙҙең иң аҙаҡҡы, иң ҡаты яу булыр. Октябрь революцияһына халыҡты әйҙәүсе большевиктар партияһының гимнындағы ошо юлдар мине ауыр уйҙарға һала. Был “иң аҙаҡҡы яу”ҙың осо-ҡырыйы бер ҙә генә күренмәй бит.
Ярай сит ил интервенттары менән һуғыш, илбаҫар немец фашистарына ҡаршы миллион ҡорбандар талап иткән Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ғәҙел һуғыш ине. Совет иле үҙ азатлығы өсөн көрәште.
Ә унан һуң Совет дәүләте, аҙаҡ Рәсәй хөкүмәте ҡушылған, халҡыбыҙҙың меңләгән улын ҡорбан иткән бихисап ахмаҡ һуғыштар кемгә кәрәкте һуң?
Корея, Вьетнам, Венгрия, Чехословакия, Афғанстан, Чечня, Кавказ һуғыштары... Ошо һуғыштарҙа бәләкәй генә Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы егеттәре лә ҡатнашты, мәғәнәһеҙ бәрелештәрҙә ҡорбан булды, һаулыҡтарын ҡаҡшатты. Торатау эргәһендәге бер яҡтан урманлы тауҙар, көнбайыштан хозур яландар, баҫыуҙар менән уратып алынған тыуған ауылы Фәнүздең бала саҡ, үҫмер йылдарының хозур бишеге булды. Торатау итәгендә еләк йыйыуҙар, данлы Ағиҙелебеҙҙә һыу инеү, балыҡ ҡармаҡлау мәңге оноторлоҡ түгел.
Тик Фәнүздәрҙең ғаиләһен ауыр ҡайғы ла көтөп торған икән. Малай ғына көйө атайһыҙ тороп ҡалды ул. Үҙенән дә бәләкәйерәк Альмира һәм Эльвира һеңлеләре бигерәк тә йәл ине. Әсәләре Илнура апайға яңғыҙына ошо өс баланы ҡарап үҫтерергә, аяҡҡа баҫтырырға, уҡытырға кәрәк ине. Колхоз эшенән бушамаған әсәй кешегә улы Фәнүз оло ярҙамсы булды. Илнура апай малтыуарҙы ла, ҡош-ҡортто ла күпләп аҫраны. Бәрәңге, йәшелсә баҡсаһын ҡарау, ҡышҡылыҡҡа утын-бесән әҙерләү... Бихисап донъя мәшәҡәттәрен башҡарыу улы Фәнүзһеҙ ауырға төшөр ине ҡатын кешегә.
Урман-Бишҡаҙаҡ урта мәктәбендә уҡыған осор егеттең тормошонда иң матур йылдар булып хәтерендә ҡалған. Сөнки яҡшы уҡыу менән бергә Ҡарайған ауылы ҡыҙы Гөлназ менән дә осраштырҙы, аҙағыраҡ уларҙы башлы-күҙле итте мәктәп.
Ҡулына аттестат алғас, Фәнүз яҡты хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Өфөгә йылға училищеһына юллана һәм ике йылдан матрос Мөхәмәтйәнов Ағиҙел, Кама, Волга йылғалары буйлап үҙенең оло тормош юлын башлай.
Бик ярата ул диңгеҙҙәй киң йылға киңлектәрендәге навигация осорҙарын. Тик Өфөнөң Ленин районы хәрби комиссариатынан саҡырыу ҡағыҙы был яратҡан хеҙмәтенән айыра. Физик яҡтан көслө, йылға флотилияһында ҙур сынығыу алған егеттең һалдат тормошо шулай башланып китә. 1983 йылдың апрель башында Фәнүз Үзбәкстандың Термез ҡалаһында хәрби һөнәр оҫталыҡтарын камиллаштыра башлай. Яңы иптәштәр менән танышып, дуҫлашып өлгөрөүгә Афғанға китергә лә ваҡыт етә.
Ниңә беҙ Афғанстанға ҡорал тотоп керәбеҙ һуң әле? Йәш һалдат был һорауға яуап таба алмай.
Уларҙың 201-се Кундуз дивизияһы Самасан йылғаһы буйындағы плацдармға урынлаша. Фәнүз хеҙмәт иткән часта һалдаттарҙың күпселеге Украинанан һәм Молдованан була. Хәрби әҙерлектәр көн буйы дауам итә. Оҙаҡламай дошмандар менән бәрелештәр ҙә башлана... Һуғыш мәхшәре тураһында һораша башлағас, Фәнүз ҡусты миңә: “Ошо китапты уҡып ҡара, мин ундағы кеүек һөйләй алмаҫмын”, - тип Р.Н.Бикбаевтың “Бригада уходит в горы” китабын бирҙе. Ысынлап та, бында һуғыш ысынбарлығы ярылып ята ине. Һалдаттарҙың йыш ҡына аҙыҡ-түлек етешмәүҙән, кейемдең тейешле сифатта булмауынан интегеүе, командирҙарҙың һалдаттарға тупаҫ мөнәсәбәте, шул уҡ ваҡытта яугир егеттәрҙең ниндәй батырлыҡтарға әҙер булыуы ошо һуғышты кисергән һалдат күңеленән яҙылғайны.
Афғанда Фәнүз Ғариф улы Мөхәмәтйәнов үҙенең ике йыл ғүмерен үткәрә. Уның ниндәй хәрби операцияларҙа ҡатнашыуын, күпме ут-һыуҙар кисеүен, үлем менән нисә тапҡыр күҙгә-күҙ осрашыуын ентекләп тасуирлаһаң, үҙе бер китап булыр ине. Хеҙмәт осорон еңеләйтеүгә Гөлназының йылы хаттары ла, һалдат һурпаһын бергә эскән Иваново ҡалаһы егете, дуҫы Зубов Алексей ҙа ярҙам иткәндер.
Фәнүз 1985 йылдың яҙында ауылына ҡайтып төшә. Күпме төндәрен йоҡоһоҙ үткәргән, күҙ йәштәрен түккән әсәһен, инде үҫеп еткән һеңлеләрен күреү ниндәй бәхет! Ә Гөлназы һуң ниндәй һағынған. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, шул уҡ йыл улар өйләнешеп, матур туй үткәрҙеләр.
Ғүмер уҙа... Төштәргә кереп йонсотҡан мәхшәрҙән иҫән-һау ҡотолоуына ла 35 йыл. Һалдат хеҙмәтенән һуң ул бөтә ғүмерен “Рассолопромысла” ойошмаһына бағышлай, алыштырғыһыҙ оҫта токарь. Предприятиеның тотороҡло эшләүендә уның хеҙмәте өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Хәрби наградаларға эшһөйәрлеге өсөн бихисап бүләктәр ҙә өҫтәлде.
Фәнүз өлгөлө ғаилә башлығы. Ҡатыны Гөлназ менән улы Фәнзил һәм ҡыҙы Зәлиәне бына тигән итеп үҫтерҙеләр, хәҙер уларҙы башлы-күҙле итеп, олатай, өләсәй булып өлгөрҙөләр. Яҙмышына ҡыуанып донъя көтә Фәнүз. Улы менән бергәләп йорт һалыу мәшәҡәттәре менән дәртләнеп йөрөйҙәр. Тормош юлындағы ауырлыҡтарын да, шатлыҡтарын да һабыр кисергән яугиринтернационалисҡа, уның ғаиләһенә Аллаһы Тәғәлә яҡты киләсәк бирһен.
Нурғәли ҒӘЛИН, ветеран уҡытыусы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы.
Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы.
Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова
Читайте нас: