Күмертауҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата Башҡортостан Республикаһының эске эштәр подразделениелары һәм органдары хеҙмәткәрҙәре, уларҙың ғаилә ағзаларының XXI үҙешмәкәр сәнғәт фестивале үтте. Ишембай хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре лә унда лайыҡлы сығыш яһап, лауреат исемен алып ҡайтты.
Ошо көндәрҙә фестивалдә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. Ишембай районы буйынса Эске эштәр бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Александр Заварзин яуаплы көндәлек хеҙмәт бурыстарын үтәүҙән тыш мәҙәни конкурста дәртләнеп ҡатнашҡан хеҙмәттәштәренә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Был исемлектә эске эштәр бүлегенең беренсел ветерандар ойошмаһы рәйесе, отставкалағы полиция майоры Рәйсә Вафина, оставкалағы полиция майоры Гөлсинә Рысаева, полиция майоры Николай Пономарев, патруль-пост хеҙмәте командиры, полиция капитаны Айбулат Рәхмәтуллиндың улы Азамат, тәфтиш бүлеге начальнигы, юстиция майоры Эльмира Суфиярованың ҡыҙы Милана ла бар ине.