Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2020, 21:14

Юл хаталарҙы ғәфү итмәй

12 февраль кисендә Ишембай-Петровск юлында кеше үлеменә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы булды.

12 февраль кисендә Ишембай-Петровск юлында кеше үлеменә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы булды.
Ҡапма-ҡаршы килеүсе Land Сruiser 200 һәм Hyundai Solaris автомобилдәре бәрелешә. Ваҡиға ентекле тикшерелә.
Авария һөҙөмтәһендә Hyundai Solaris менән идара иткән 64 йәшлек ир ауыр йәрәхәттәр ала.13 февралдә уның дауаханала үлеүе хаҡында билдәле булды.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең мөһиме һәм мөһим түгеле юҡ. Уларҙы һәр ваҡыт үтәү ғәҙәте рулгә ултырған һәр кемдә булырға тейеш – имен-аман йөрөүебеҙ тап ошоға бәйле.
Иғтибарлы, бер-беребеҙгә ихтирамлы булайыҡ!
Читайте нас: