Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2020, 20:26

Ул тәмәкене ташлата

Табиптар тәмәкәне ташларға теләүселәргә имбир менән дуҫлашырға кәңәш итә. Ул витаминдар, микроэлементтар, эфир майҙарына бай. Үҙегеҙ менән һәр ваҡыт имбир йөрөтөгөҙ, тәмәке тартҡы килһә, уның тамырын сәйнәгеҙ. Ул кәнфит һурыуҙан күпкә һөҙөмтәлерәк.

Бынан тыш, имбирле эсемлек әҙерләргә була. Уртаса ҙурлыҡтағы бер имбир тамырын ҡырғыстан үткәреп, уға бер лимон һуты һәм 100 мл ҡайнар һыу ҡушырға. Теләгән кеше бер сәй ҡалағы бал да өҫтәй ала. Имбир йүтәлгә лә яҡшы. Тәмәкесе йүтәле борсоғанда, унан да һөҙөмтәлерәк сара табыу ауыр. Был эсемлекте көн дауамында аҙ-аҙлап эсергә кәрәк. Ул организмды токсиндарҙан таҙарта, никотинға тартылыуҙы еңергә булышлыҡ етә.
Фото: m.banggood.com
Венер Исхаҡов
Читайте нас: