Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2020, 15:21

СӘСТӘРЕҢ МАТУР БУЛҺЫН ТИҺӘҢ...

Халҡыбыҙҙа кешенең күркәм, ылыҡтырғыс йөҙ-ҡиәфәте хаҡында әллә күпме әйтем, мәҡәлдәр бар: “Матурлыҡ - йөҙҙә, мөләйемлек - һүҙҙә”, “Сырайы юҡтың ырайы (кәйефе) юҡ”, “Йөҙө ниндәй - үҙе шундай”, “Ҡарашы - ҡояш”, “Йөҙө тулған ай кеүек”, “Биттәрең- пар алма” һәм башҡалар. Сәләмәт кеше һәр ваҡыт матур, йәш күренә. Һау булыу, ҡартайыуҙы кисектереү өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү ярҙам итер:

Халҡыбыҙҙа кешенең күркәм, ылыҡтырғыс йөҙ-ҡиәфәте хаҡында әллә күпме әйтем, мәҡәлдәр бар: “Матурлыҡ - йөҙҙә, мөләйемлек - һүҙҙә”, “Сырайы юҡтың ырайы (кәйефе) юҡ”, “Йөҙө ниндәй - үҙе шундай”, “Ҡарашы - ҡояш”, “Йөҙө тулған ай кеүек”, “Биттәрең- пар алма” һәм башҡалар. Сәләмәт кеше һәр ваҡыт матур, йәш күренә. Һау булыу, ҡартайыуҙы кисектереү өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү ярҙам итер:
* Ныҡ туйғансы ашамағыҙ! Саҡ ҡына ас ҡалыу организмға ял бирә, әүҙемлекте арттыра.
* Йәшегеҙгә ярашлы ризыҡ ашағыҙ.
30 йәшлектәргә - бауыр менән сәтләүек (йыйырсыҡтарҙы булдырмай), 40-тан һуң - бөйөр һәм сыр (стрестан ярҙам итә), 50-нән һуң балыҡ ашау (йөрәккә, ҡан тамырҙарына файҙалы) һәйбәт.
* Күңелегеҙгә хуш шөғөл табығыҙ! Эшләмәгәндәр йәштәштәренән өлкәнерәк күренә.
* Парлы булығыҙ! Мөхәббәт, һөйөү - ҡартлыҡҡа ҡаршы ҡаҡшамаҫ кәртә.
* Һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекерегеҙ булһын. Тормошҡа айыҡ, ныҡлы ҡарашы булғандар күңелһеҙлектәргә бирешеп бармай.
* Хәрәкәтләнегеҙ! Хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр. Көнөнә һигеҙ генә минут спорт менән шөғөлләнеү ҙә ғүмерҙе оҙонайта.
* Һалҡынса бүлмәлә йоҡлағыҙ! Ярайһы уҡ еләҫтә - 17-18 градус йылылыҡта - йоҡлаған кешеләрҙең оҙағыраҡ йәш булып ҡалыуы иҫбат ителгән.
* Үҙегеҙҙе яратығыҙ, баһалай белегеҙ, гел кәмһетеп, сикләп тормағыҙ.
* Асыуығыҙҙы эскә йотмағыҙ! Үҙ эсенә бикләнгәндәр яман сир менән йышыраҡ ауырый.
*Бер тауыҡ йомортҡаһын бик ныҡ күбекләнгәнсе туҡығыҙ ҙа уға ике аш ҡалағы һыу һәм бер аш ҡалағы лимон һуты ҡушып бутағыҙ. Сәс төптәренә шул ҡушылма бутҡаны һөртөргә лә 15 минуттан һуң ғына йыуып төшөрөргә.
* Йыуғандан һуң минераль һыу менән сайҡаһағыҙ, сәсегеҙ ялтырап, төҫө асылып китер.
* Иртәле-кисле бармаҡтарығыҙ менән сәсте тараған һымаҡ хәрәкәттәр яһағыҙ. Махсус щетка ҡулланырға була. Сәс һәм баш өсөн массаж ысулдарын өйрәнегеҙ һәм ҡулланығыҙ.
*Үгәй инә үләне (мать -и-мачеха) төнәтмәһе сәсте нығыта. Өс аш ҡалағы кипкән япраҡ өҫтөнә бер литр ҡайнар һыу һалырға ла 30 минутҡа ултыртып торорға кәрәк. Аҙаҡ һөҙөп, йыуылған сәсегеҙҙе сайҡатығыҙ.
*Һарымһаҡ сәсте үҫтерә. Уның бер нисә бүлендеһен ваҡлап, әҙ генә йылымыс һыу менән бутарға ла, сәс төптәренә һылап, 15-20 минут буйы башты таҫтамал менән урап йөрөргә, һуңынан сәсте йыуырға.
Фото: интернет.
Читайте нас: