Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль 2020, 20:31

Һөйлә әле хәлеңде, ауыл?

Ауыл биләмәләрендә хакимиәт көндәре йәғни район етәкселеге һәм төрлө өлкә белгестәре менән осрашыуҙар дауам итә. Уҙған шишәмбе Ғүмәр ауылы халҡы йыйылышында ла көнкүрешебеҙгә ҡағылышлы төрлө мәсьәләләр тикшерелде, ағымдағы йылға маҡсаттар билдәләнде.

Ауыл биләмәләрендә хакимиәт көндәре йәғни район етәкселеге һәм төрлө өлкә белгестәре менән осрашыуҙар дауам итә. Уҙған шишәмбе Ғүмәр ауылы халҡы йыйылышында ла көнкүрешебеҙгә ҡағылышлы төрлө мәсьәләләр тикшерелде, ағымдағы йылға маҡсаттар билдәләнде.
Осрашыуҙа муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, уның урынбаҫарҙары Азат Ишемғолов менән Айгөл Бикбулатова, баш табип Валерий Шапочкин, сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм сауҙа мәсьәләләре буйынса идаралыҡ етәксеһе Юрий Дегтярев һәм башҡа бүлек, хеҙмәт етәкселәре ҡатнашты.
Азамат Фәрит улы көн тәртибе менән таныштырғандан һуң, һүҙ Петровск ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идарасыһы Сергей Сухоруковҡа бирелде.
- 2019 йылда Петровск ауыл Советы биләмәһе хакимиәте тарафынан байтаҡ эштәр башҡарылды. Хакимиәткә төрлө проблемалар буйынса мөрәжәғәт иткән 1253 кешенең һорауы ҡаралды. 2020 йылға экологик шәмбеләрҙе үткәреү, урамдарҙы яҡтыртыу, юлдарҙы грейдер ярҙамында төҙөкләндереү, ваҡ таш түшәү, яңы урамдарға газ үткәреү, сүплектәрҙе рекультивациялау кеүек эштәр планға индерелгән, - тип яңылыҡтар менән таныштырып үтте Сергей Александрович.
Йолаға әүерелгән хакимиәт көнөндә ғүмәрҙәрҙең әүҙем ҡатнашыуы уларҙың 2019 йылғы йыйылышта күтәрелгән мәсьәләләрҙең хәл ителеү-ителмәүенә битараф ҡалмауы тураһында һөйләй. Ауыл биләмәһендә өс күпер һалыу, янғынға ҡаршы тороу маҡсатында быуаны төҙөкләндереү, Петровск ауыл Советы биләмәһендә күп функциялы үҙәктең хеҙмәтләндереүе, Совет осоронда төҙөлөп бер тапҡыр ҙа эшләмәгән магазиндың бинаһын һүтеү, Васильевка менән Ғүмәр ауылдары араһындағы юлды грейдерлау, кеҫә телефоны бәйләнешен булдырыу, урамдарға ваҡ таш түшәү, законһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу кеүек һорауҙар тикшерелде. Ғүмәрҙәр билдәләүенсә, хәл итеү өҫтөндә эшләйһе проблемалар байтаҡ әле. Мәҫәлән, ауыл эсендәге юлдар ошоға тиклем һаман төҙөкләндерелмәйенсә ҡала килә. Ремонтты башлау өсөн карьер урынын да билдәләргә кәрәк. Алмалы карьерынан килтерелгән ҡомташ сифатһыҙ, балсыҡҡа әйләнә лә ҡуя, тиҙәр. Ә Түбәнге, Үҙәк, Баҡса һәм Мәктәп урамдары бөгөндән үк төҙөкләндереүгә мохтаж, эште оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Был һорауға килгәндә, район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, Павловка ауылы карьерынан ваҡ таш килтереп, ошо урамдағы юлдарҙы быйыл ремонтларға кәрәклеген белдерҙе. Урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе лә халыҡты борсой – яҡтыртҡыстар бер-ике урында ғына ҡуйылған. Район етәксеһе яҡтыртҡыстарҙы кәмендә 25 урынға ҡуйырға кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе. Янғын иҫкәрткес ҡорамалдарҙы бөтә йорттарға ҡуйыу мәсьәләһенә лә ҙур иғтибар бирелде. Салауат район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлегенең тәүтикшереүсеһе Сергей Полев халыҡҡа янғын хәүефһеҙлеге тураһында мәғлүмәт еткерҙе.
- Ҡалала теркәлеп, үҙе ауылда йәшәгән кешеләргә лә ныҡлы иғтибар итәсәкбеҙ. Бынан алдағы ҙур фажиғә бөтә ауыл халҡына фәһем булғандыр. Үлемесле фажиғә ҡабатланмаһын өсөн бөтә йорттарҙы ла тикшереп сығасаҡбыҙ. Шуға күрә ошо көндәрҙә ауыл депутаттары менән йыйылышып, был һорауҙы хәл итеп ҡуйығыҙ, - тип ғүмәрҙәргә мөрәжәғәт итте район хакимиәте башлығы.
Әлбиттә, ауыл тормошо тик проблемаларҙан ғына тормай. Ғүмәр үҙенсә һулыш ала, йәшәй. Петровск ауыл Советы биләмәһендә күп функциялы үҙәктең хеҙмәтен булдырыу көнкүрешебеҙҙе күпкә еңелләштерҙе, тип ҡыуана ауыл халҡы. Үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эшенән ҡәнәғәтбеҙ, тип белдерҙе улар етәкселеккә. Тағы бер ҙур эш – ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп бөтөүе. Азамат Фәрит улы белдереүенсә, ҡорамалдар өсөн бюджеттан аҡса бүленәсәк. Яҡын арала фельдшеракушерлыҡ пунктының рәсми асылыуын көтәһе генә ҡалды.
Етәкселек менән күҙгә-күҙ осрашып, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү ыңғай һөҙөмтә бирә. Ә ғүмәрҙәр был йәһәттән ныҡыш, етди халыҡ. Артабан да ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, ауылды үҫтереү теләге менән янып йәшәргә булһын.
Фото: автор.
Читайте нас: