Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль 2020, 15:27

«Ишембайға – яңы һулыш»: Башҡортостан башлығы күләмле ҡала проекты тураһында хәбәр итте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Ишембайҙың Ленин исемендәге майҙанын төҙөкләндереү буйынса күләмле проект тураһында хәбәр итте. Был – 1932 йылда ҡала үҫешә башлаған, «икенсе Баҡы» булараҡ билдәле нефть ятҡылыҡтары асылған урын.

«Ваҡыт үтеү менән майҙандың тарихи әһәмиәте лайыҡһыҙ юғалған. Беҙҙең уйыбыҙ – уны йәнә ҡала халҡын йәлеп итеү урынына әүерелдереү», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
«Ишембайға – яңы һулыш» проекты майҙанда концерттар өсөн амфитеатр булдырыуҙы, нефтте символлаштырған фонтан төҙөүҙе күҙ уңында тота.
«Әлбиттә, Ишембайҙың символы – данлыҡлы «вышка-өләсәй» балалар майҙансығының төп элементы булыр. Уға архитекторҙар тауҙарҙы һәм ҡаяға үрмәләү конструкцияларын да индергән, унда балаларыбыҙ спорт менән шөғөлләнә һәм бер үк ваҡытта ҡала тарихы менән таныша алыр. Эргә-тирәләге скверҙарға каштан һәм декоратив алмағастар ултыртырбыҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров һәм алдағы йылдарҙа республиканың барлыҡ ҡалаларында парктар, скверҙар һәм майҙандар яңыртылыр тип өҫтәне.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина
Читайте нас: