Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2020, 20:23

Азамат арҡаһында ғына сабый иҫән ҡалды

Ғинуар аҙағында Ишембай районының Ғүмәр ауылында булған янғын бар республиканы тетрәндергәйне.

Ғинуар аҙағында Ишембай районының Ғүмәр ауылында булған янғын бар республиканы тетрәндергәйне.
Унда өс кешенең, шул иҫәптән өс йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө. Әгәр ҡыйыу йөрәкле Азамат Хөсәйенов килмәһә, был фажиғәнең ҡорбандары тағы ла күберәк булыр ине. Күп бала атаһы унда ике йәшлек сабыйҙы ҡотҡарҙы.
Был ҡурҡыныс янғындың нисек булыуы тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Азамат күрше өйҙән төтөн килгәнен күреп ҡалып, шунда уҡ ярҙамға ташлана. Ул ишекте асыуға, ҡара һәм ҡуйы төтөн килтереп бәрә. Шул ыңғайҙа ир бәләкәй сабыйҙы күреп, уны күтәреп ала. Тиҙ генә кейеменә төрә лә, үҙенең өйөнә алып ҡайта. Ҡыҙыҡай “Ашығыс ярҙам” килгәнсе уларҙа була.
Азамат Хөсәйенов баланы ҡалдыра ла кире күршеләренә йүгерә. Ул өйҙә бүтәндәр ҙә булыуы ихтимал тип уйлай һәм ярҙам итергә ашыға. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡаса унда инә алмай: йортто тулыһынса ут, ҡара төтөн ялмап алған була.
Янғында 59 йәшлек ҡатындың, уның 23 йәшлек ҡыҙының һәм өс йәшлек сабыйҙың ғүмере өҙөлә. Әгәр Азамат ваҡытында килеп етмәһә, ике йәшлек ҡыҙыҡай ҙа бөгөн беҙҙең арала булмаҫ ине.
"Әле Азамат Хөсәйеновты бүләкләү мәсьәләһе ҡарала. Ул янғында ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтте", - тиҙәр ведомствола.
Әйткәндәй, идаралыҡта тағы бер геройҙы бүләкләү тураһында уйлайҙар. Ул - февраль башында Иҫке Балтас ауылында ун кешене янғындан ҡотҡарған Радик Фәтхинуров. Тәүҙә хәбәр ителеүенсә, был осраҡта пенсионер ҡатындың тиҙ реакцияһы арҡаһында кешеләр иҫән ҡалған. Ул барлыҡ ғаилә ағзаларын йәһәт кенә тышҡа сығарған тип яҙҙылар. Тик әле Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүҙә төтөн баҫҡан өйгә Радик йүгереп ингән һәм йоҡлап ятҡан кешеләрҙе уятҡан. Ул өс баланы күтәреп сығарған, өлкәндәргә ярҙам иткән.
Бына ошондай ҡыйыу йөрәкле кешеләр йәшәй арабыҙҙа. Улар үҙҙәренең ғүмере тураһында уйлап тормай башҡаларға ярҙамға ташлана. Күберәк булһын ине шундайҙар!
Фото: "Бәйләнештә".
Альфия Мингалиева
Читайте нас: