Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль 2020, 11:26

Тештәрегеҙ матур һәм сәләмәт булһын

Үҙ ғүмерендә теш табибына мөрәжәғәт итмәгән кеше һирәктер, моғайын. Был һөнәр яуаплы ла, абруйлы ла. Ҡалабыҙҙың стоматология поликлиникаһында тәжрибәле, изге күңелле табиптар эшләй. Шуларҙың береһе – балалар бүлексәһе стоматологы Резеда Халиҡова.

9 февраль – Халыҡ-ара стоматолог көнө
Үҙ ғүмерендә теш табибына мөрәжәғәт итмәгән кеше һирәктер, моғайын. Был һөнәр яуаплы ла, абруйлы ла. Ҡалабыҙҙың стоматология поликлиникаһында тәжрибәле, изге күңелле табиптар эшләй. Шуларҙың береһе – балалар бүлексәһе стоматологы Резеда Халиҡова.
Ул Йәнырыҫ ауылы ҡыҙы. Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Бер нисә йылдан теш табибы һөнәрен алған йәш белгес Ишембайға эшкә ҡайта һәм бына 30 йыл инде ул ҡалабыҙҙың стоматология поликлиникаһының балалар бүлексәһендә абруйлы белгестәрҙән иҫәпләнә.
- Эшем бик оҡшай, айырыуса балаларҙың тештәрен һауыҡтырыу күңелгә яҡын. Бәләкәстәр менән башҡаса аралашырға кәрәк бит. Башта улар менән дуҫлашаһың, ышанысын яулайһың. “Теш феялары”, “Тылсымлы пломбалар” хаҡында ла һөйләйһең. Әгәр ҙә сабый тәүге тапҡыр теш табибына килгәндән һуң ҡурҡып ҡалһа, был уның күңелендә оҙаҡ йылдар һаҡлана һәм башҡаса дауаханаға барырға теләге лә булмаясаҡ. Был хәл килеп сыҡмаһын өсөн йәш пациентты төрлөсә әүрәтергә кәрәк. Шуны ла билдәләп китәм, хәҙер балалар араһында теш ауырыуҙары йәшәрә бара. Ата-әсәләр сабыйҙарының тештәрен ике йәштәр тирәһендә үк һауыҡтыра башлай.
Шатлыҡлы хәбәр менән дә уртаҡлашҡым килә, былтыр йыл аҙағында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы стоматология поликлиникаһына алты яңы ҡорамал алынды. Был беҙҙең эште күпкә еңеләйтте. Шулай уҡ ҡалабыҙҙың 16-сы мәктәбендә “Взлетай” мәғариф программаһы буйынса заманса йыһаздар менән стоматология бүлмәһе асыласаҡ. Быларҙың барыһы өсөн дә хеҙмәттәштәрем исеменән Президентыбыҙға ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тип шатлығы менән дә бүлеште Резеда Халиҡова.
Юғары категориялы теш табибы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Эш урыны кешене биҙәмәй, ә кеше эш урынын биҙәй, ти халыҡ. Был һүҙҙәр Резеда Минияр ҡыҙына ла тап килә. Һаулыҡтың ниндәй ҙур байлыҡ икәнен, уны нисек һаҡларға кәрәклеге тураһында кәңәштәрен дә бирә ул ата-әсәләргә. Шул тырышлығы, эшһөйәрлеге менән ҙур ихтирам яулаған ул.
Фото: автор.
Читайте нас: