Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2020, 11:26

Башҡараһы эштәр байтаҡ әле

Был аҙнала ауылдарҙа халыҡ сходтары башланды.

Был аҙнала ауылдарҙа халыҡ сходтары башланды.
Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, төрлө бүлек, хеҙмәт белгестәре ҡатнашлығындағы осрашыу был шаршамбы Һайранда уҙғарылды. Шулай уҡ йыйылышҡа Арлар, Хажы ауылдарынан да килделәр. Мәҙәниәт йортоноң тамаша залы халыҡ менән шығырым тулы ине.
Халыҡтың һорауҙарын тыңлауға ғына ҡоролманы осрашыу. Тәүҙә былтырғы сходта күтәрелгән мәсьәләләрҙең нисек үтәлеүенә байҡау яһалды. Күпселек һорауҙар ыңғай хәл ителгән. Ауылда башҡарылған эштәргә ҡарап та быны күҙалларға була. Өр яңы фельдшеракушерлыҡ пункты төҙөлөүе, һыу үткәрелә башлауы, халыҡҡа эш урындары булдырыу йәһәтенән саралар күрелеүе – былар барыһы ла ошо эштәр рәтендә. Әйткәндәй, ауылда янғын часы булдырылыуы ла халыҡ өсөн тыуҙырылған уңайлыҡтарҙың береһе. Урындағы ир-егеттәрҙе эш менән тәьмин итеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя ул.
Район хакимиәте башлығы Азамат Фәрит улы әлеге йыйылыштың көн тәртибенә күсеп, иң элек янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә ҡағылышлы мәсьәләне күтәрҙе. Күптән түгел Ғүмәрҙә теркәлгән янғын, унда кеше ғүмерҙәре өҙөлөүенең ни тиклем аяныслы булыуын әйтеп, ошондай бәләләрҙе тыуҙырмаҫ өсөн профилактик эштәрҙе көсәйтеү мөһимлеген аңлатты. Был йәһәттән йорттарға автономлы янғын иҫкәрткестәр ҡуйыу – проблеманы хәл итеүҙең бер сараһы икәнлеге әйтелде. “Янғын миндә булмаҫ, бындай бәлә-ҡаза миңә ҡағылмаҫ, тип уйламағыҙ” – был һүҙҙәрҙә лә дөрөҫлөк ята, ысынлап та күптәребеҙгә хас хата был. Белгестәр тарафынан да янғындарҙан һаҡланыу буйынса фәһемле сығыштар яңғыраны. Улар йыйылыштағы һәр кемде уйланырға мәжбүр иткәндер.
Янғын күп осраҡта ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр үткәргестәрҙең, электр ҡорамалдарының, мейестәрҙең төҙөк булмауы арҡаһында сығыуы хаҡында һөйләне Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғынға ҡаршы хеҙмәтенең янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге инженеры Рөстәм Даянов. Ул үҙенең сығышында төрлө белгестәрҙе туплаған профилактик төркөмдөң муниципаль район биләмәһендә йорттар буйлап йөрөйәсәге хаҡында әйтте. Белгестәр электр үткәргестәрҙе, электр ҡорамалдарын, мейестәрҙе ҡараясағы, янғын һүндереү өсөн ҡом, һыу кеүек тәүге ҡулланыу сараларының булыу-булмауына ла иғтибар итәсәге хаҡында белдерҙе. Шулай уҡ алдан ҡуйылған автономлы янғын иҫкәрткестәрҙең төҙөклөгө лә тикшереләсәк. Әйткәндәй, батарейкаһы бөткән осраҡта уны алмаштырыу хаҡында ла онотмаҫҡа саҡырҙы Рөстәм Риф улы.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, автономлы янғын иҫкәрткестәре ҡуйыу үҙ һөҙөмтәһен бирә, янғындарҙа улар ярҙамында байтаҡ кеше ғүмерҙәре ҡотҡарылған.
Йыйылышта башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҙә күтәрелмәй ҡалманы. Ауылда легаль булмаған алкоголь продукция һатыусылар юҡлығы һөйөндөрҙө. Һайрандарҙың матур өлгөһө башҡа ауылдарҙа ла таралһын ине. Залдан яңғыраған һорауҙар ҙа төрлө өлкәгә ҡағылды. Мәктәптә балаларҙы уҡытыу, туҡландырыу буйынса ла һүҙ барҙы. Сүп-сарҙы контейнерҙарға алып барып һалыу оло йәштәгеләргә ауыр булыуын да әйттеләр. Быны күҙ уңында тотоп, ауылда өҫтәмә контейнерҙар булдырырға тигән маҡсат билдәләнде.
Һорауҙар менән бер рәттән рәхмәт һүҙҙәре лә еткерелде. Мәҫәлән, Хажыла урам яҡтыртҡыстары ҡуйылыуына ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙеләр. Ләкин әлеге осорҙа ҡарҙың күп яуыуы ауылда юл проблемаһын тыуҙырған. Был мәсьәләнең тиҙ арала хәл ителәсәге әйтелде. Халыҡҡа төрлө саралар уҙғарыуға бер урын булһын өсөн, Һайрандағы элекке ФАП бинаһын Хажыға күсереү ниәте лә ыңғай яңылыҡ булды. Район хакимиәте башлығы 2020 йылға билдәләнгән төп эштәр менән таныштырып, Һайранда һыуҙы үткәреп бөтөргә һәм артабан уны Арларҙа ла дауам итеү маҡсаты тороуын әйтте. Һайранда һыу, газ менән бәйле эштәр тамамланғандан һуң асфальт һалынмаған урамдарға асфальт түшәү бурысы ла билдәләнгән. Быға тиклем ауыл мәктәбенең ҡыйығы, эсе ремонтланһа, ағымдағы йылда бинаның тышҡы йөҙөн матурлау планлаштырыла. Әлбиттә, бөтә мәсьәләләрҙе лә бер юлы хәл итеп бөтөп булмай. Шулай ҙа күҙгәкүҙ ҡарап күңелде өйкәгән һорауҙарҙы туранан-тура хакимиәт башлығына, башҡа белгестәргә бирә алыу мөмкинлеге, күптәренә шунда уҡ яуап алыуҙары менән ҡиммәт ине әлеге осрашыу.
- Быйыл республикабыҙҙа тораҡ биләмәләре эстетикаһы йылы тип иғлан ителде. Йорт-ихата тирәләрен тәртипкә килтерәйек. Үҙебеҙ йәшәгән ауылды үҙебеҙ матурлайыҡ, - йыйылыш аҙағында Азамат Абдрахмановтың йәшәгән төйәгебеҙҙе төҙөкләүгә саҡырыуы ла урынлы булды.
Булғанын ҡәҙерләп, тағы ла яҡшыраҡ йәшәүгә ынтылһаҡ, тормошобоҙ ҙа алға барыр.
Фото: автор.
Читайте нас: