Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2020, 13:45

Һуғыш тамуғын күргән инәй

Кинйәбулат урта мәктәбенең 7-се, 9-сы класс уҡыусылары Этҡол ауылында йәшәүсе тыл ветераны Рәхмәтуллина Йәмилә инәй менән осрашыу үткәрҙе. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына, Рәсәйҙең хәрби дан көнөнә, Совет ғәскәрҙәренең Сталинградты фашистарҙан азат итеүенә - 77 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо.

Кинйәбулат урта мәктәбенең 7-се, 9-сы класс уҡыусылары Этҡол ауылында йәшәүсе тыл ветераны Рәхмәтуллина Йәмилә инәй менән осрашыу үткәрҙе. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына, Рәсәйҙең хәрби дан көнөнә, Совет ғәскәрҙәренең Сталинградты фашистарҙан азат итеүенә - 77 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо.
Тарих уҡытыусыһы Азамат Шайморат улы Бөйөк Ватан һуғышы тарихында Сталинград ҡалаһы өсөн иң ауыр, иң ҡыҙыу алыш барған осорҙо һөйләп үтте. “93 йәшлек Йәмилә инәй Рәхмәтуллина ошо һуғыштан һуң емереклектәрҙе таҙартыу эшендә ҡатнашҡан тере шаһитыбыҙ” – тине ул. Йәмилә инәй 12 йәшенән колхоз эшенә йөрөй башлай. Бер ниндәй ауыр эштән ҡурҡмаған ҡыҙҙы 16 йәшендә, ғаиләһенән айырып, Сталинградҡа ебәрәләр.
- Ул көн әлегеләй хәтерҙә, Стәрлетамаҡ станцияһына тиклем атайым оҙата барҙы, илайилай киттем. Юлда емерек ауыл-ҡалаларҙы үттек, ҡарауы аяныс ине. Сталинградҡа барып еткәс өс ай яланда йәшәнек, рәхмәт совет һалдаттарына, улар беҙҙе һаҡлап йөрөттө. Аҙаҡ таҡтанан ятаҡ төҙөнөләр, иҙәне ер ине, шунда йәшәп эшләнек. Волга йылғаһынан һыу эсергә ҡушманылар, сөнки унда үлектәр күп ине. Бер соҡорҙан 3-4 ай һыу эсеп, сәй ҡайнаттыҡ, унан да бер немецтың кәүҙәһе килеп сыҡты. Шул үлек һыуы эскәнгә оҙаҡ йәшәйемдер инде. Ауыр йылдар үттек, һуғышты ла, аслыҡты ла күрҙем. Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын, балалар! - тине инәй күҙ йәштәрен
һөртөп.
Тиф ауырыуы менән ауырығас, уны тыуған ауылына ҡайтарып ебәрәләр. Һауыҡҡас Йәмилә инәйҙе Свердловск өлкәһенә эшкә ебәрәләр. Унда ла бик күп һөнәргә өйрәнеп, намыҫлы эшләп, тыуған яҡтарына ҡайтып, Этҡол ауылына килен булып төшә. Тормош иптәше Абдулла Санғулла улы менән алты балаға ғүмер бирәләр. Әлеге ваҡытта Йәмилә инәй Рәхмәтуллина ҡыҙҙары Мәҙинә һәм Зөлхизәлә матур тәрбиә алып йәшәй. Йәмилә инәй менән киләһе йыл да осрашырға һүҙ ҡуйышып, иҫтәлеккә фотоға төшөп, хушлаштыҡ.
Фото: автор.
Читайте нас: