Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2020, 15:18

"Көҙгө" (хикәйә)

Перфоратор тауышына һиҫкәнеп китте Фәрхизә. Ә-ә-ә...Зал стенаһы ашаһындағы күрше фатирҙа ремонт башланған икән. Кемдер күсәлер. Туғандарының береһеме, һатып ебәргәндәрмелер. Унда тәүҙәрәк Мәрзиә инәй йәшәй ине. Сәйер ваҡиғалар күп булды инде аҙаҡ.

Перфоратор тауышына һиҫкәнеп китте Фәрхизә. Ә-ә-ә...Зал стенаһы ашаһындағы күрше фатирҙа ремонт башланған икән. Кемдер күсәлер. Туғандарының береһеме, һатып ебәргәндәрмелер. Унда тәүҙәрәк Мәрзиә инәй йәшәй ине. Сәйер ваҡиғалар күп булды инде аҙаҡ.

Ипле генә шым ғына холҡло инәй ине Мәрзиә. Вафат булып ҡуйҙы шул. Фәрхизә уның янына инеп йөрөнө. Фәрхизәләр был фатирға күскәндә бабайы ла тере ине әле. Әкрәм, Фәрхизәнең ире, ваҡыты булып, ишек төбөндәге эскәмйәгә сығып ултыра алғанында уның менән һөйләшкеләй торғайны. Ә Фәрхизә бушаманы, йүгерекләүҙән башы сыҡмай.
Ветеран бабай вафат булып ҡуйҙы.
Күршеһе менән иҫәнлек-һаулыҡ ҡына һорашып йөрөһәләр ҙә, бик яҡынлап киткәндәре юҡ ине, ә бер көндө Мәрзиә ҡарсыҡ уны үҙенә саҡырып индерҙе. Өйө, былай иҫкерәк йорт-ҡаралтылы булһа ла йыйнаҡ, тәртипле. Комоды, өҫтәле өҫтөнә аҡ ептән ырғаҡ менән бәйләнгән япмалар ябылған. Телевизорының экраны ла ябыулы. Сигеүле аҡ меткал ябылған. Саңланмаһын, тиҙер. Бүлмәләге ҙур көҙгөгә иғтибарлап ҡарап торҙо Фәрхизә. Бындайҙы уның киноларҙан башҡа ерҙә күргәне лә юҡ. Тумбочкаһы , көҙгөнөң тирә яғы ҡыҙыл ағастан. Шул ағас ҡоршауға ҡанатлы бала-саға, йөҙөмдөң үҙе, япраҡтары ырып биҙәлгән. Кәртинкәме кәртинкә. Кинола бындай көҙгөләр тик бик бай кешеләрҙең йыһазы итеп күрһәтелә. Мәрзиә инәй бай балаһы түгелдер ҙә инде. Ҡайҙан алды икән һуң был көҙгөнө?
- Көҙгөгә күҙең төштөмө? Бигерәк матур шул. Беҙгә тиклем был фатирҙа балерина йәшәгән. Олоғайғас, улы Ленинградҡа алып киткән. Ташларға йәлләгәндәрҙер инде, алып китеү ҙә мәшәҡәтле булғандыр. Беҙ асҡыс алып килеп ингәндә ошо көҙгө ҡаршы алғайны, тора бирә һаман, - тип аңлатты күршеһе.
Эсәк-ҡарындан пирәжкеләр бешергәйне күршеһе, сәй эстеләр. Күрше-тирәһе менән бик үк аралашып бармаған Мәрзиә ҡарсыҡтың уны юҡтан ғына саҡырып алмағанын самалай ине Фәрхизә. Йомошо барҙыр, әйтер тип көттө. Ишек төбөндәге эскәмйәлә һауа һулаған пенсионерҙар араһында ла күрә ине ул уны. Яндарына ултырып бер аҙыраҡ хәбәрҙәрен тыңлап киткеләгәне бар. Мәрзиә инәй һүҙгә бик ҡыҫылмай торғайны. Ә бүтәндәренең белмәгәне юҡ. Подъездағы хәл-ваҡиғаларҙың энәһенән-ебенә саҡлы белеп ултыралар.
- Бабайы тере саҡта өй тауығы кеүек ине әле ул, сыҡмай торғайны, - тиҙәр эскәмйәләгеләр уның хаҡында. – Бабайы сырхау булды. Инвалидлыҡ пенсийәһе бирәләр ине. Ун йыллап барҙыр вафатына. Мәрзиә бирешеберәк китте.Сығып ултырғылай. Өндәшмәҫерәк. Холҡо шундайҙар. Балалары булмаған.Шыпа ғына яңғыҙ ахыры. Килеп-китеп йөрөгән кеше лә күренмәй.
Төпсөрләп торманы Фәрхизә. Күрше булараҡ дәғүәһе юҡ. Тыныс. Ғөмүмән, күршеләре менән ҡатнаша һалып бармай үҙе лә. Мәшәҡәттән бушағаны юҡ. Ә ҡарсыҡтар янында ултырһаң, күп нәмә белергә була. Сәйәсәткә лә төшөп китәләр, йәшлектәрен иҫтәренә төшөрәләр.Ҡайһылары әлеге тормоштан риза, ҡайһылары элеккерәкте маҡтай. Бәхәсләшеп тә киткеләйҙәр.Дөрөҫөндә, уларҙың йәшлеге ауыр йылдарға тура килгән инде. 80-се-90-сы йылдар иң буталышлы заман бит. Өлкәндәр пенсияһын, эшләп йөрөгәндәр эш хаҡын ала алмай эт нужнаһы сикте.Мәрзиә инәй быларҙан өлкәнерәк тә әле ул. Һуғыш заманын күргән. Өндәшмәһә лә әллә ниҙәр барҙыр әле эсендә.
Халыҡ әле лә миктәүҙән сыҡҡаны юҡ, бик көсәнеп көн итә. Берҙән, йәштәрҙе эшһеҙлек йонсота, икенсенән, хаҡтар көн аша күтәрелеп тик тора. Фәрхизәнең дә мәшәҡәте етерлек. Улдары өйләнгәйне, бәпестәре бар. Килен шул бәпесе менән декретта ултыра, ә улдары вахтала. Ай буйы ситтә йөрөй, ипотека хаҡын түләйҙәр. Фәрхизә улын да, киленен дә йәлләй. Ике өй араһында йүгерекләй.Йәш балалы килендең бер үҙенә ҡыйын. Тышҡа сыҡмай тороп буламы ни? Йомош-фәлән килеп тыуғанда, йә Фәрхизә йүгерә, йә бала ҡарап тора, килене йөрөп әйләнә. Фәрхизә лә, ире Әкрәм дә, мәшәҡәт күп булһа ла, ярай ҙа эшебеҙ бар тип ҡыуанып алғандары бар.Әйтәләр бит: Рәсәйҙә балаларын имен-аман пенсия йәшенә еткерә алған атай-әсәйҙәр генә яҡшы тип һанала. Иларһыңмы, көлөрһөңме быға, ә ысыны ла шулай килеп сыға шул. Һис мандый алмаған ил инде был Рәсәй. Фәрхизәләр телевизор ҡарамай тиерлек. Ҡарарлыҡмы ни, унда берҙе һөйләйҙәр, ә тормошта икенсе күренештәр.
Сәй эсеп алғас, Мәрзиә ҡарсыҡ фотолар йәбештерелгән альбомын күрһәтте. Йәш саҡта кеше матур була инде. Әллә нишләтеп, ямаҡлап ҡартайта тормош кешене. Фотоларҙа үҙе лә, ире лә һылыу, пар ғыналар. Кейемдәре лә, заманына күрә, килешле, затлы. Бер фотола “Жигули” янында торалар. Халыҡ телендә “копейка” тип йөрөтөлгәне.
- Бабайҙы, инвалид булғаны өсөн машинаға сиратҡа ҡуйғайнылар, көтөп йөрөп алғайныҡ. Оҙаҡ ҡына йыйҙыҡ аҡсаһын да. Бабай сәләмәтһеҙләнә башлағас, машинабыҙҙы ауылда йәшәгән апайымдың улына бирҙек. Улын яңғыҙы ғына үҫтерҙе апайым. Йыл да ауылға ҡайтып хужалығында ярҙамлаштыҡ. Мәғәсүмдең үҙенең туған-тумасаһы юҡ. Атаһы һуғыштан ҡайтмаған, әсәһе ауыр эштә миктәп, донъя ҡуйған.
- Бабай менән ҡайҙа танышҡайнығыҙ?
- Мин ун өс йәшемдән госпиталдә эшләнем. Яраларҙы бәйләргә өйрәнгәйнем. Мәғәсүм дә шул госпиталдә дауаланды. Фронтта сағында токтан һуғылған ул. Ҡапыл ғына лазаретҡа эләгә алмаған. Ныҡ башы ауырта ине. Һуғыш тамамланған йыл ине.Дауаланып ятты-ятты ла, сығып китте. Мин һуғыш бөткәс кискеһен йөрөп медучилище тамамланым, поликлиникаға эшкә күстем.
- Шул госпиталдә үк ғашиҡ булғанмы һеҙгә?
- Ғашиҡ тип...Мин бала ғына инем бит әле ул бальниста ятҡанда.. Йәнә осрашҡанда ла ун ете йәш ине. Яралы һалдаттарҙы күп күрергә тура килде. Исемемде өндәшкәс танымай торҙом.Госпитальдең ашханаһына ат менән ризыҡ ташып йөрөй икән.
- Ғашиҡ булған.Матур булғанһығыҙ бит,- Фәрхизә инәйҙе шулай шаяртҡан булды. - Йүгерекләгәндер әле артығыҙҙан. Оҙаҡ инәлттегеҙме? Мин Әкрәмде инәлттем генә. Тәки ыңғайлатты. Ә ирҙәр йүгерекләп йөрөп алдым тимәй икән ул, никахлашҡас, баш була ла китә, - тип сер сискәндәй итеп ҡуйҙы.
- Улай бик сөсөләнмәне. Иптәшле булырмын тинем дә барҙым да ҡуйҙым...Әлеге Салауат һәйкәле урынында шәхси йорттар бар ине бит. Шул тирәлә кешелә фатирҙа тора инем.Башлы-күҙле булғас та сығарып ебәрмәнеләр, хужабикәнең ағас өйөндәге бер бүлмәлә йәшәп алып киттек.Машиналар килеп сығып, аттың кәрәге ҡалмағас, эсе бошто Мәғәсүмдең. “Ат янында башым ауыртҡаны бөтөп ҡала”, ти ине. Ҡалала атты ҡайҙан алаһың? Бәхетенә ипподром асылып китте. Олоғайғансы шунда ат ҡараусы булды.
Байтаҡ ултырып китте лә сығырға тип ҡуҙғалды Фәрхизә. Нишләп саҡырып индергәнен аңлап бөтмәне.Асылыбыраҡ һөйләшкеһе килдеме икән? Олоғайған кеше яңғыҙлыҡты ауыр кисерә, ти ул. Дөрөҫ инде, көнө буйы дүрт стена ла, телевизор.
Шул һөйләшеүҙәренән һуң Фәрхизә Мәрзиә ҡарсыҡҡа иғтибарлыраҡ булып китте. Ҡышҡыһын магазинға сыҡҡанда ишеген шаҡыны. Берәр йомошо юҡмы икәнен белеште. Һөт, икмәк алып ҡайтҡыланы. “Күҙ ҙә насар күрә шул, ҡышҡыһын ҡараңғы ла иртә төшә, тайып барам, рәхмәт,”- тип ҡыуаныр булды күршеһе.
- Ауылдағы апайығыҙҙың улы килеп тә урамай нишләптер, Мәрзиә инәй, - тип һорайһы итте бер көндө Фәрхизә.
- Ҡуй инде, һылыу...Вафат ул. Апайым да. Машинаһы менән аварияға осрап, имгәнде. Машина- селпәрәмә. Оҙаҡ ыҙаланып ятты. Апайым да йонсоно. Беҙ ҙә ҡараштыҡ.Шул тиклем йәл булды. Үҙенә ҡул һалып ҡуйҙы. Апайым кисерә алманы, йыл тигәндә йөрәктән китеп барҙы. Өй һалмаҡсы ине ул егетебеҙ. Өлгөрмәне. Иҫке генә өйҙәре йәтим ултыра. Мәшәҡәтләйем бит әле һине лә...
- Юҡты, - тип өҙҙө күршеһен Фәрхизә. – Бер сыҡҡанда инде. Аяғым-ҡулым һау бит әле. Ҡыйынһынмағыҙ!
Ғәжәп инде был тормош. Бер кешегә ҡаныҡһа, ҡаныға ла китә.Өҫтәп-өҫтәп өйә лә бирә, өйә лә бирә. Исмаһам, балалары булмаған ҡарауы шул егет һау булһа ни булған?
Үҙе бушамғанда ҡыҙы Айгизәне лә киҫәтеп ҡуйҙы:
- Аптекала йомошоң юҡмы? - тип һора күрше инәйҙән урамға сыҡҡаныңда.
- Да ну, әсәй...- тип мыжырлаған ҡыҙына йәнә ҡабатланы:
- Улайтма! Аяғың ҡаламы ни! Сауабы ни тора!
Айгизә бүтән ҡарышманы. Ял көндәрендә күршеләренең иҙәнен дә йыуып, саң-соңон һөрткөләргә инеп йөрөнө. Үҙ теләге менән, әсәһе ҡушҡаны өсөн түгел.
- Хәтәр ауыр операциялар күргән шул инәй йәп-йәш кенә көйө, - тип уртаҡлашты мединститутта уҡып йөрөгән Айгизә әсәһе менән.- Госпителдә эшләгән сағымдан бирле йәшәүҙең дә, үлемдең дә һис ҡурҡынысы юҡлығына инандым, тип һөйләй. Үлер алдынанғы агонияның ғына асылын аңлай алмайым.Нишләп язалап алып китә икән ул Хоҙай бабай бәндәһен теге донъяға, шуға һис яуап тапҡаным юҡ, ти. Һин, буласаҡ врач, бәлки, ауыртыныуҙан ҡотолдорор сара табылғанды күрерһең, тигән була.
Бер көндө ҡыҙы ҡашлы балдаҡ тотоп ҡайтып инде
- Көсләп тоттороп сығарҙы...
Фәрхизә ҡыҙына шелтәле ҡараш ташлап торҙо ла һуҡрана-һуҡрана балдаҡты күршеһенә кире алып инеп китте.
- Беҙ ихластан да инде, Мәрзиә инәй...
- Мин ҡайҙа барам хәҙер балдаҡ тағып? Кемем бар уны ҡалдырырлыҡ? Таҡһын. Йәш бармаҡҡа алтын килешә ул.Шикләнмәгеҙ, хәләл аҡсаға алынған. Бер осор эй модала булды алтын балдаҡ кейеп йөрөү. Мин дә алған булғайным. Кейгеләнем инде, кеше ыңғайына...
Яҙға табан Мәрзиә ҡарсыҡ күҙгә күренеп биреште. Ныҡ ҡына ятҡылап та алды. Врач саҡырттылар. Уныһы дарыу яҙа ла китә. Оло кешене хәҙер больницаға һалмайҙар икән. Аһ, ҡәҙере булмай ҡарт кешенең, ҡәҙере китә икән шул... Медсестра булып эшләгән, күпме кешегә ярҙам иткәндер бит. Уколдарын Айгизә инеп һалып йөрөнө. Ашарына ла индерҙеләр. Ашауға ла барымы юғыраҡ. Уколдарҙан һуң арыуланып, өйө эсендә ҡыбырлай башланы. Исмаһам, бер мыжыһа! Бигерәк сабыр шул боронғо кешеләр.
Күңелһеҙ ваҡиғалар көтөлмәгәндә килеп ябырылды.
Эшенән ҡайтып килә ине. Эскәмйәләге ҡарсыҡтар хәбәр һалды:
- Мәрзиәне Скорый алып китте...
- Ҡасан?
- Бөгөн. Ҡыҙың оҙатып ҡалды.
Фәрхизә өтәләнеп өйөнә инә һалып китте.
- Айгизә, Мәрзиә инәй больнистамы ни?
- Эйе, әсәй...Дарыуҙар индергәйнем, һөйләшә алмай ята. Скорый саҡырттым.
- Шунан?
- Алып киттеләр...
- Ҡайһы больницала?
- 21-ҙә.. Шылтыратҡайным...
- Нимә тинеләр?
- Үлгән дә ҡуйған ул, әсәй...- Айгизәнең тауышы ҡалтыранып, күҙе йәшкәҙәп китте. – Шундай йәл...
Ҡойолоп төштө Фәрхизә. Йыйыштырырға кәрәк бит. Кеше тере саҡта үлем-китем хаҡында һөйләшергә әллә нишләп ҡурҡыта ул. Нишләп һөйләшмәне икән Фәрхизә? Билдәле бит инде, тыуым бар ерҙә үлем дә бар. Яҡындары юҡ икәнен белә тороп, исмаһам, бер тапҡыр һүҙ ҡуҙғатһа! Ҡыйманы шул. Ҡарсыҡ үҙе лә өндәшмәне. Әкрәмде көтөргә кәрәк. Әкрәмһеҙ бер ни ҡылып булмай. Ярай ҙа фатирының асҡысын биреп ҡуйғайны. Ныҡлап ятып китһәм, инә алмаҫһығыҙ, һеҙҙә булһын, тигән булғайны.
- Алай икән...- тип ҡуйҙы Әкрәм хәлде һөйләп биргәс.
- Йыйыштыраһы бар бит, Әкрәм..
- Ерләрбеҙ, бәй... Мәйетте ергә һалыу изге йола. Тереләрҙең бурысы. Эштәге егеттәргә әйтермен, булышырҙар. Ерләүҙе ни...Йәл бахыр ғына..Сәпсим яңғыҙ булсы әле ер өҫтөндә. Хәйер, яңғыҙ тип. Бер яңғыҙ кеше лә вафатынан һуң ер өҫтөндә ятҡаны юҡ. Өтәләнмә. Ойошторомон, - тип йыуатты Әкрәм.
Шулай ҙа тәүҙә фатирына инеп сығырға ҡарар иттеләр. Шыртлай биреберәк барып инде Фәрхизә.
- Нишләп ҡурҡаһың ул, - тип тынысландырҙы Әкрәм. – Бала-саға кеүек ни...
Өй эсе былай йыйнаҡ. Карауаты янындағы ултырғыста дарыуҙары, эсеп бөтмәгән һыулы стаканы шул көйө. Укол ҡаҙағандар күрәһең, тотонолған шприц, буш ампула ла шунда, карауаты янындағы ултырғыста ята. Тирә яғын ҡараштарҙы Фәрхизә. Кухняға инде. Манный бутҡаһы бешергән булған. Йүнләп ашай ҙа алмаған, мәрхүмәгенә. Икмәк ҡабымы ла ята... Бутҡаһын түгеп һауытын йыуҙы ла, уны шкафына ҡуяйым тип ишеген асһа, эре генә хәрефтәр менән яҙылған ҡағыҙға күҙе төштө.
“Фәрхизә һылыу!
Асҡысымды алырға риза булғаның өсөн рәхмәт. Ҡапылдан китеп барһам, көс һиңә төшөр инде. Бүтән кешем юҡ. Йыйыштырырлыҡ хәйерлегем дә, кәфенлегем дә комодтың иң аҫҡы йәшнигендә. Шул йәшниктең төбөндәрәк ҡумта булыр. Аҡсаны ерләүгә тотонорһоғоҙ. Мин Әкрәмгә фатирымды бүләк итеп яҙҙырыу ниәтемде әйтеп ҡараным. Ризалашманы. “Йәшәгеҙ әле!” тине лә ҡуйҙы. Ҡырҡым менән йылымды уҡыта алһағыҙ, биғәйбә. Ҡалғаны Аллаһ ҡулында. Зыяратта бабайым янында урыным бар. Номеры...Һиңә, ғаиләңә рәхмәттәрем күп. Сауаплы, иманлы, тәүфиҡлы, мөхәббәтле ғүмерҙәр яҙһын. Рәнйеп ҡалмағыҙ. Мәрзиә инәйегеҙ”.
Күңеле тулып китте Фәрхизәнең. Бына ғына бар ине кеше, бөгөн –юҡ.
- Фатиры хаҡында һүҙ булдымы ни, Әкрәм?
- Булһа ни. Кеше нәмәһенә ҡыҙығып... Әллә кеме килеп сығыр ҙа йөрөр судлашып. Халяваның килешкәнен күргәнем юҡ әле. Нәфсе һуҙып ни...
- Әрәм бит әле...
- Һөйләмә юҡты! Күҙен ҡыҙҙырырға тиһәң, бисәләрҙе ҡуш! Йыйыштырыу йүнен күрер кәрәк.
Әкрәм барса мәшәҡәтте үҙ өҫтөнә алды. Ир кеше ир кеше инде, яйын таба, һөйләшә белә шул. Моргта йыуҙырҙылар, шунда кәфенләттеләр, мулла йыназаһын уҡыны. Теләгән күрше-тирәһе шунда барып оҙатып ҡалды. Әкрәмдең эшендәге егеттәре ерләшеп ҡуйҙы. Өсөн, етеһен күршеләрен йыйып, мәрхүмәнең өйөндә уҡытты, хәйерлеген таратты.
- Фатиры һеҙгәлер инде, - Фатима ҡарсыҡ һорамай түҙә алманы. – Хәләл инде былай. Ҡаранығыҙ,- тиһә лә һүҙенең ихлас уҡ түгеллеге шәйләнеп ҡалды.
- Юҡсы, - ти һалды Фәрхизә.- Васыяты юҡ. Ярты йыл вариҫын көтөрҙәр ҙә ҡала хакимиәте хәл итер.
“Ишеген бикләп йәшәне Мәрзийә, әллә ниндәй мөлкәте ҡалғандыр әле. Кешенән юҡҡа тартынмағандыр, - тип һөйләнгәндәре ишетелде Фәрхизәгә. – Буштың атаһы үлгән. Нисек тә буштан-бушҡа ҡарамағандар ти сит-ят ҡарсыҡты”. Аҡланып йөрөмәне. Һүҙ таба ул эскәмйә ҡарсыҡтары. Дума депутаттарынан кәм түгел.
Мәрзийә ҡарсыҡтың өйөндә кискелеккә ут тоҡандырып ҡуйыр булды. Кешенең йәне ҡырҡ көн буйы элек торған еренән айырыла алмай, ҡайтып-ҡайтып йөрөй, ти бит. Ысынмылыр-бушмылыр, кем белә. Фатирына хужа табылыр ҙа ул, ә нәмәгенәләрен нишләтергә һуң? Бәндә шулай шул, тере кешегә һәммәһе лә кәрәк. Бынау фотолар альбомын ҡайҙа ҡуйырға икән? Бисмиллалап ҡына ергә күмеп ҡуйһаң инде? Шулайтырғалыр. Сығарып ташаларға йөрәк етә тиме ни бер-берәүҙең ғүмер иҫтәлеген.Мәрхүмдәрҙән ҡалған әйберҙәрҙе сүп багына сығарып ташлағандарын күргәне бар. Бигерәк килешмәгән эш бит. Әкрәмгә әйтер ҙә, күмерҙәр ҙә ҡуйырҙар.
Альбомды Әкрәм дә ҡараштырып ултырҙы.
- Шулаай, - тип һуҙып ҡуйҙы үҙе.- Кеше бөгөн бар, иртәгә – юҡ. Ә бит һуғышта разведчик булған Мәғәсүм ағай.Һөйләгәйне...Бер шулай фашистарҙың дислокацияһы урынлашҡан ергә разведкаға ебәрелгән. “Тел” эләктерергә тейеш булғандар.Алдан өйрәнелгән карта буйынса фашистарҙың уты емелдәгән тирәгә барып етәләр. Икәү була улар. Воронин фамилиялы була иптәше. Яҡыныраҡ барырлыҡ түгел. Тимер сым менән уратылған. Һаҡсылар йөрөп ята. Сым кәртәләү янынан яҡын ғына үтәләр ҙә бит, “телде” нисек эләктерһендәр сым аша? Нисек итергә һуң? Таң атҡансы ятып булмай бит инде. Иптәше ымлап кире боролорға саҡыра. Мәғәсүм ағай, тәжрибәле разведчик, бурыс үтәмәй тороп, заданиенан ҡайтыуҙы егетлеккә һанамай. Һәрмәнеп сыбыҡ табып ала ла сымдың тогы бармы юҡмы икәнен тикшереп ҡарарға була, тегеһе еүеш һабаҡ ҡына булып сыға һәм ағайҙы һеңгәҙәткәнсе ток һуға ла ҡуя. Иптәше быны, иҫһеҙ көйө үҙебеҙҙекеләр яғына табан һөйрәкләп маташа ла, ташлап китә. Токтан һуғылды, үлде шикелле, тип доклад бирә. Иртәгәһенә уны икенсе төркөм разведчиктар тап итә. Тере икәнен шәйләй һәм алып ҡайтып, лазаретҡа оҙата. Оҙаҡ дауалана. Иҫе алмашынған саҡтар ҙа була. Һуғыш тамамланғас, Өфө госпиталенә оҙаталар. Гоголь урамындағы элекке рабфак бинаһында госпиталь эшләй һуғыш ваҡытында.
- Минең һөйләшкәнем булманы. Иҫе дөрөҫ булғандыр ул?
- Дөрөҫ инесе. Бик эсмәй ине. Эсһәм күҙемә әллә нимәләр күренә, - ти торғайны. Ҡымыҙ эсте бит. Ипподромда эшләгәс ни...
- Ҡуй инде, -тип көрһөндө Фәрхизә. – Бигерәк ҡыҫҡа кеше ғүмере.
- Ҡыҫҡа тисе.Артығы нимәгә ул? Ҡартайып тәнтрәкләп оҙаҡ йәшәүҙең ни ҡыҙығы?
- Тәнтрәкләмәй генә йөрөп, яҙғаны еткәс алһындар ҙа китһендәр ине. Ауырып, ыҙаланып...
- Ыҙаланмаһа киткеһе килә тиме ни кешенең?- тип көлөп ҡуйҙы Әкрәм.
- Тағы ла бер ҡыҙыҡ һөйләгәйне әле ул ағай. ..
- Нимә тигәйне?
- Ышанып бөтмәнем уныһына. Шул башы ауыртыу бәләһелер тинем дә ҡуйҙым.
Төпсөрләп өлгөрмәне Мәрзиә. Айгизә ҡайтып инде.Уның үҙ хәбәре. Кухняға сығып ултырып серләшеп алдылар.Мәрзиә Айгизәнән серҙәрен һөйләтеп өйрәткән. Йәшермәһен тип бара. Йәш ваҡытта бер-бер ауыр ситуацияға тарыһаң, һөйләрлек кешең булмай китә. Әхирәттәрҙең дә тәжрибәһе шул саҡлым ғына. Өйрәнһен әсәһе менән уртаҡлашып. Көлдөргәне лә бар:”Әсәй, ҡайһы бер серемде һиңә һөйләмәҫ өсөн ауҙымды тегерҙәй булам. Һөйләге килеп тик тора?” Һөйләһен шул. Йә һуң булып ҡуйырлыҡ бер-бер хәлгә тарыр. Килене менән дә серҙәш булғыһы килә лә. Ул йомоғораҡ. Өйрәнер әле.
Мәрзиә ҡарсыҡтың вафатына йыл да тулып китте. Йылын да өйөндә бешеренеп Ҡөрьән уҡытты. Аръяғын күҙ күрер. Яҡындары табылманы булһа кәрәк. Ҡайһы бер матур ғына һауыт һабаһын, тотонолмаған түшәк йәймәләрен ауылдағы күп балалы туғандарына илтеп тапшырҙы.Матур ғына сәй сервизын үҙҙәренә алды.Артамы ни һауыт-һаба. Теге ерләрлек аҡса һалынған ҡумтала ике пар алҡаһы, балдағы бар ине. Уларын аҡбалсыҡҡа бутап һалып ҡуйҙы. Аҡбалсыҡ, тәндең ауыртыуын да, кешенең энергияһын да һура, тиҙәр бит. Аҡбалсыҡ менән альбомды ауылға барышлай урманда күмеп киттеләр. Целофанға төрҙө лә уҡынып күмде. Берәр барып ҡарар әле. Һынар өсөн. Билдәле генә ҡайын төбө ул. Насар энергия тамырына тейһә ҡайын һулый икән ул. Уларын Әкрәмгә һөйләп торманы.
- Һинең инде...- тип әйтерен белә бит.
Ҡәберен кәртәләттеләр. Ыҡсым ғына һәйкәл ҡуйҙырҙылар. Бабайының да, үҙенең дә ҡәберен таҙартып матурлап ҡуйҙылар.
Көҙгә табаныраҡ, эштән ҡайтып килһә, күршеһенең ишеген асырға маташҡандарын шәйләне. Икәүҙәр. Береһе ҡарт, икенсеһе йәшерәк ҡатын.
- Дөрөҫ бирмәгәндәр ЖЭУ-ла асҡысты. Кире барырға кәрәк. Һин ошонда тороп тора алаһыңмы?
- Нисек торайым мин бында баҫып? Нишләп ҡарап алманың һуң? – ҡарты тауышын күтәрә бирҙе.
- Һаумыһығыҙ!. Һеҙ кем булаһығыҙ?- тип өндәште Фәрхизә.
- Ә һеҙ кем?
- Күрше фатирҙан мин. Асҡыс ярата алмайһығыҙмы ни?
- Эйе. Асҡысты дөрөҫ бирмәгәндәр ҙә. Атайымды ҡалдырып кире йүгерергә микән? Ветеран ул. Фатирҙы уға тип биргәйнеләр.
- Миндә фатир асҡысы бар. Шуны бирәйем. – Фәрхизә өтәләнеп өйөнә инеп асҡыстарҙы сығарып тотторҙо.- Ордерығыҙҙы күрһәтһәгеҙ яҡшы булыр ине...
- Ордер ҡулда. Ерле юҡтан ишек ҡутарып йөрөйҙәр тиһегеҙме ни? – Ҡатын дорфа ғына яуап бирҙе лә, ишекте асып та ебәрҙе. Инеп киттеләр.
Бер аҙ икеләнеп ҡуйҙы Мәрзиә.Дөрөҫ эшләнеме икән? Йә, ярар ҙа, ветерандыр. Уларға һуңғы арала фатир биргеләй башланылар шул. Иҫенә төштө хөкүмәттең. 70 йыл үткәс.
Әйбер-фәлән ташығандары һиҙелмәне яңы күршеләренең. Мәрхүмәнең ҡаралтыһын сығарып ташлағандары ла тойолманы. Унда былай әйбер етерлек инде. Һауыт-һабанан, ятыр-торор урындан башлап тигәндәй...
- Ветеранға биргәндәрме Мәрзиәнең фатирын?- Тип өндәште эскәмйәләгеләр.
- Ветеранға...
- Уға нимәгә икән фатир? Бәлтерәп бөткән.Йәштәр фатирһаҙ этләнә. Бының бер аяғы ерҙә, береһе гүрҙә. Янына бер ҡатын килеп йөрөй күтәренеп...
- Ҡыҙы...
- Нишләп атаһын үҙендә генә тотмай икән?- Фатима әбей ҙә белмәгән нәмә булыр икән. Төпсөрләшә бирҙе.
- Кем белә инде кешенекен. Ветеранға ла хәләл. Һуғыш уйын эшме ни?
- Беҙҙең атай-әсәйҙәргә бер льгота ла эләкмәне. Был ҡаланыҡыларға инде,тегене бир, мыны... Атайым, бахыр ҡартайғансы һаташып “Атакаға!” тип ҡысҡырыр ине.
Фәрхизә һүҙ ҡуйыртманы. Беҙҙә ҡасан, кемгә яҡшы булғаны бар. Әллә ҡалай мандый алмаған ил булды бит Рәсәй.
Балалары арыу Фәрхизәнең. Ире ыңғай. Улы менән киленен йәлләйҙәр икәүләшеп. Улдары Уралды түләнә-түләнә инженерлыҡҡа уҡыттылар ҙа бит, ҡалала эш таба алманы. Ситтә йөрөй. Киленгә лә рәхәт түгел. Яратышып ҡына йәшәр ваҡытта, һалдатка кеүек, иренең ҡайтҡанын көтөп ултыра. Атаһы вахтанан ҡайтып инһә, балаһы, ят итеп, илап бер була. Өйрәнеп кенә китһә йәнә юлға сығыр ваҡыты етә. Ярҙам итергә генә тора Фәрхизә. Берәүҙең бер балаһы бит килен дә. Аталары ауылда йәшәй, уҡытҡандар.
...Эңер төшөр-төшмәҫ ваҡыт ине.Кемдеңдер бик яман ҡысҡырыуынан һағайып ҡалды Фәрхизәләр. Ҡайҙан килә тауыш? Кем һөрәнләй ул саҡлым итеп? Әкрәм тәҙрәгә ҡапланды, шунан ишеккә табан ыңғайланы.Коридорға килеп сыҡһалар, йәнә ике фатирҙың ишектре асылып күршеләре лә килеп сыҡты.
- Тауыш ветерандың фатирынан сыға шикелле ул!- тиеште күрше-күлән. Ҡыңғырауға баҫып та, ишекте дөбөрләтеп тә ҡаранылар. Полицияға, Тиҙ ярҙамға шылтыраттылар.Тауыш бер аҙыраҡ ишетелмәй торҙо ла йәнә ҡабатланды. Шунан тотошлай тын булып китте.
Полиция менән Тиҙ ярҙам бер үк ваҡытта тиерлек килеп етте. Полицияныҡылар ишекте әллә ҡалайтып ҡына асып ебәрҙеләр.Ветерандың ҡыҙы, бер-бер хәл булһа тип, Фәрхизәгә телефонын әйтеп ҡуйғайны. Ул да килеп етә һалды.
Бүлмәгә барып инһәләр, ветеран креслола ултыра. Тере. Теле генә көрмәләнә. Медиктар башта ҡан баҫымын үлсәне, укол һалды һәм йәһәтләп алып сығып та китте. Креслоға ҡаршы торған теге затлы көҙгөнөң селпәрәмә ярылып иҙәнгә ҡойолоп төшөүе шикләндерҙе полицияныҡыларҙы.Өй эсендәге бүтән нәмә болартылмаған. Мәрзиә инәйҙең ҡаралтылары ла шул көйө. Енәйәт-фәлән ҡылынғанға оҡшамаған. Баяғы көҙгөнөң генә селпәрәмә ярылыуы әллә ҡалай,үҙенән-үҙе ҡойолоп төшмәгәндер ҙә инде? Көҙгө янындараҡ ветерандың таяғы ла ята. Шул таяғы менән вата һуҡҡанға оҡшаған. Ул көҙгөнөң ни зыяны инде. Боронғо, матур әйбер ине бит. Ундайҙы хәҙер ҡайҙан табаһың? Күҙе ҡыҙғайны ла бит Фәрхизәне, яҙмағандыр, әрәм бит әле...
...Больницанан ветерандың мәйетен генә алып ҡайттылар.Күрше бит, әллә ни аралашып тормаһалар ҙа, күрше-күлән өйөнә инеп ҡыҙы менән кейәүенә йылы һүҙҙәрен әйтте. Оло мәйет. Туғандары өсөн ҙур юғалтыу.
- Нишләп көҙгөнө яра һуҡты ла ҡуйҙы икән, мәрхүм генә?- тип һорамай түҙмәне Фәрхизә.
- Әлләсе, - тип көрһөндө ҡыҙы. – Көҙгөнән ят кеше күренә, тип һөйләнде ул. 90 йәш, зиһене буталалыр, тип уйланым да ҡуйҙым. Бер үҙем йәшәгем килә, тине лә ҡалды. Ошо фатирҙы юллап алып биргәйнек тә...Ике арала йөрөү миңә лә мәшәҡәтле булды. Әллә ниндәй һалдат күренә көҙгөнән, шарҡылдап көлә, тип аптыратты. Кире беҙҙең янға ҡайт тиһәк, тыңламаны.
Ветеранды һуңғы юлға туған-тумасаһы, военкомат кешеләре оҙатты.табутын ишек алдына ҡуйып һүҙ һөйләнеләр. Оркестр уйнаны.
Әкрәм тора-торғас һаҡ ҡына Фәрхизәнең ҡабырғаһына төрттө һәм ҡәбер өҫтөнә ҡуйыла торған тәрегә ымланы. Унда “Воронин Петр Алексеевич” тип яҙылғайны. Фәрхизә аңламайыраҡ Әкрәмгә текләне. “Теге һуң...Мәғәсүм бабай менән разведкала булған кеше лә баһа...” Фәрхизә йәнә аптырай төштө һәм табандары зымбырлаған кеүек булды.Серле булып сыҡҡан, тимәк, анау көҙгө.Көҙгөнө ике донъя араһындағы ишек имеш тигәндәре ысынмы икән ни? “Тәүбә-тәүбә!”- тип ҡуйҙы. Белгән доғаларын эсенән генә уҡырға кереште.
Тамара Ғәнева.
Фото: интернет
Читайте нас: