Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2020, 15:49

Мул уңыш алам тиһәң

Помидор үҫентеләрен тейешле тәрбиәләһәң, уңышты тағы ла арттырырға була. Бының өсөн уны март башында түгел, ә февралдә үк сәсергә кәрәк, ти тәжрибәле йәшелсәселәр.

Помидор үҫентеләрен тейешле тәрбиәләһәң, уңышты тағы ла арттырырға була. Бының өсөн уны март башында түгел, ә февралдә үк сәсергә кәрәк, ти тәжрибәле йәшелсәселәр.
Үҫенте оҙоная башлау менән, аҫта өс япраҡ ҡалырлыҡ итеп (өсөнсө ысын япраҡ өҫтөнән үк), осон киҫәләр. Үҫенте япраҡ аҫтарынан тармаҡлана, шулай итеп өс ботаҡлы булып үҫеп китә. Ваҡыты етеп, баҡсаға күсереп ултыртҡас та, ул өс ботағында ла бер юлы сәскә ата, уңышы күберәк була.

Иртә сыҡҡан помидор тиҙерәк өлгөрә, көҙгә тиклем төп уңышын бирә. Был ысул элиталы сорттар үрсеткәндә, йәғни орлоҡ аҙ булғанда ла ярҙам итә.

Орлоҡто тикшерергә кәрәк. Йыш ҡына һатып алынғандарҙың күп өлөшө буш була. Шуға ла, үҫентеһеҙ ҡалмаҫ өсөн, уларҙы тәүҙә тоҙло һыуға һалып тикшерергә кәрәк. Бының өсөн бүлмә температураһындағы бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы тоҙ һалабыҙ һәм шуға орлоҡтарҙы һалып болғатабыҙ. Стакан төбөнә төшөп ятҡандарын ултыртырға ярай, өҫкә күтәрелгәнен иһә ташларға кәңәш ителә. Тоҙло һыуҙан алғас, ултыртаһы орлоҡто сайҡатырға онотмағыҙ.

Фото: kakprosto.ru

Венер Исхаҡов

Читайте нас: