Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2020, 19:12

АЛ ДА ҠУЙ ҺИН УНЫ!

Ғинуарҙы янғындарға бәйле үтә лә күңелһеҙ һандар менән йомғаҡлайбыҙ – 2020 йыл башынан муниципаль районда 4 кеше утта һәләк булды.

Ғинуарҙы янғындарға бәйле үтә лә күңелһеҙ һандар менән йомғаҡлайбыҙ – 2020 йыл башынан муниципаль районда 4 кеше утта һәләк булды.
Ҡалалағы осраҡта ир кешенең үҙ фатирында янғында үлеме криминаль характерҙа икәнлеге асыҡланды. Ә бына ошо көндәрҙә Ғүмәрҙә булған ваҡиға барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе. Тотош ғаилә, өләсәй кеше һәм йәш әсә менән бала янды. Бәләне иҫкәртә ала инек, тип терһәкте тешләрҙәй булһаҡ та, ғүмерҙәрҙе ҡайтарыу мөмкин түгел. Ә бит ябай ғына ҡоролма, хаҡы 300 һумдан артмаған автоматик янғын иҫкәрткестең һәр йортта булырға тейешлеген бик күптән һөйләйбеҙ. 2016 йылдан ғына барлап ҡарағанда, ошо ҡоролма ярҙамында республикала 343 кеше, шул иҫәптән 134 бала ғүмере һаҡланып ҡалыуы асыҡланған. Эйе, дәүләт ярҙамына мохтаждарға янғын иҫкәрткес ҡоролмаларын бушлай ҡуйыу буйынса эш беҙҙә лә әүҙем барҙы. Тәү сиратта күп балалы ғаиләләргә, инвалидтарға иғтибар бирелде. Республика Башлығы указы менән яңғыҙ йәшәүселәр ҙә был исемлеккә керҙе. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Янғындарға ҡаршы хеҙмәте инженеры Рөстәм Даянов билдәләүенсә, ошо осорҙа ғына Ишембай районы муниципаль районында 55 йәштән үткән яңғыҙ йәшәүсе 639 кешегә был ҡоролма бушлай ҡуйылған.
– Бушлай янғын иҫкәрткесе ҡоролмаһы алырға хоҡуҡлы граждандар Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәгенә эш көндәрендә 8(347)218-16-30 телефонына шылтыратып, заявка ҡалдыра ала. Был мөрәжәғәттәр буйынса артабан муниципаль районда беҙ эшләйбеҙ. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре лә ярҙамға килә, - ти аңлатты Рөстәм Риф улы.
Шуға иғтибар итергә кәрәк, Ғүмәрҙәге ише бәләләрҙән һуң кешеләге хәүеф тойғоһон аҡса эшләп ҡалыу өсөн файҙаланыусылар табыла. Өс йөҙ һум тирәһе генә торған ҡоролманы ат хаҡына ҡуйып китеүсе мутлашыусылар бар. Ошо көндәрҙә, оло йәштәге бер ҡатын был хеҙмәт өсөн 5 мең һум аҡсаһын сығарып һалған…
Республика бюджетынан 2024 йылға тиклем ғаиләләрҙе янғын иҫкәрткес ҡоролмалары менән бушлай тәьмин итеүгә ҙур аҡсалар ҡаралған. Әммә һин үҙең, ғаилә башлығы, йорт хужаһы булараҡ, бөгөндән уны алып ҡуя алаһың икән, ниңә һуҙырға? Үҙеңә ал, олоғайған атай-әсәйеңә алып ҡайтып ҡуй.
Янғын иҫкәрткестәр хужалыҡ, электр тауарҙары магазиндарында һатыла. Ауылдарҙа магазин тотоусы эшҡыуарҙарға ла был эшкә ҡушылырға кәрәк.
Фото: интернет.
Читайте нас: