Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2020, 01:06

Йомортҡа ҡабығын ниңә ташлайһың?

Күптәр йомортҡа ҡабығын ташларға күнеккән. Ә бит уның файҙалы үҙенсәлектәре күп, хужалыҡта төрлөсә файҙаланырға мөмкин.

Күптәр йомортҡа ҡабығын ташларға күнеккән. Ә бит уның файҙалы үҙенсәлектәре күп, хужалыҡта төрлөсә файҙаланырға мөмкин.
Йомортҡа ҡабығы микроэлементтарға, минералдарға бай, уның 90 проценты кальций карбонатынан тора. Составында үҫемлектәрҙең сәләмәт үҫеше өсөн кәрәкле, тәбиғи рәүештә һирәк осрай торған фтор, тимер, молибден, кремний ҡушылмалары булыуы үҙе үк иғтибарға лайыҡ. Шуға ла гөлдәрҙе күсергәндә дренаж сифатында тупраҡҡа ҡушыу, һыуҙа төнәтеп, шыйыҡ ашламаны үҫентегә һибеү бик яҡшы һөҙөмтә бирә. Йомортҡа ҡабыҡтарын күп итеп йыйып, уларҙы аҙ ғына ваҡлап, еләк-емеш ҡыуаҡтары төбөнә таратып һалырға йәки күмеп ҡуйырға була.
Көҙ тупраҡты әйләндереп ҡаҙып ҡалдырыр алдынан, түтәлдәргә доломит оно йәки аҡбур, эзбиз, утын көлө һәм бер квадрат метрға бер стакан иҫәбенән йомортҡа ҡабығы оно һибергә тура килә. Ғалимдар, кальций тиҙерәк тарҡалһын өсөн, йомортҡа ҡабығын газ мейесендә ҡыҙҙырып алырға кәңәш итә. Был тәбиғи ашламаны баҡсаға ни рәүешле индерһәк тә, зыяны юҡ, ә үҫемлектәр өсөн файҙаһы ҙур.
Сүплеккә сығарып ташлай торған ҡалдыҡтан, рәтен белеп эш иткәндә, бына шулай күп төрлө файҙа күрергә була.
Фото: "Бәйләнештә".
Самат Ғәлин
Читайте нас: