Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2020, 14:32

СМАҠАЙ ИНӘЙҘӘРЕ ӨЛГӨ КҮРҺӘТТЕ

Былтыр август айынан быйыл ғинуарға тиклем Смаҡайҙа “Ансар” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономиялы коммерция булмаған ойошма тарафынан “3D хәрәкәт – Оҙаҡ йәшәүгә юл” социаль проекты уңышлы тормошҡа ашырылды. Проектҡа “Яҡшы ваҡиғалар” мәрхәмәтлек фонды тарафынан ярҙам күрһәтелә.

Былтыр август айынан быйыл ғинуарға тиклем Смаҡайҙа “Ансар” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономиялы коммерция булмаған ойошма тарафынан “3D хәрәкәт – Оҙаҡ йәшәүгә юл” социаль проекты уңышлы тормошҡа ашырылды. Проектҡа “Яҡшы ваҡиғалар” мәрхәмәтлек фонды тарафынан ярҙам күрһәтелә.
Был сара физкультура-һауыҡтырыу технологиялары, спорт менән даими шөғөлләнеү аша ололарҙы әүҙем тормош менән тәьмин итеү өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Смаҡай инәйҙәре был мөмкинлектән уңышлы файҙаланды. Улар фитнес, скандинавия йөрөүен, йөҙөүҙе бик ихлас үҙләштерҙе. “Смаҡай оҙон ғүмерлеләре” тип исемләнгән сәләмәтлек төркөмө лә булдыралар. Ғөмүмән алғанда, был сараға 40-тан ашыу үҙ һаулығы өсөн битараф булмағандар йәлеп ителә. Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә өс йүнәлеш буйынса 144 физкультура-һауыҡтырыу дәрестәре ойошторола. Шулай уҡ “Әүҙем оҙон ғүмерлелек”, “Йәштең физиологик үҙенсәлектәре”, “Оло йәштәгеләрҙең ауырыуҙарын иҫкәртеү” темалары буйынса лекциялар уҙғарыу ҙа үҙ файҙаһын бирә. “Һинең менән, спорт, йәшәйбеҙ” тигән исем аҫтында үткән ярышта ла смаҡайҙар дәртләнеп ҡатнаша.
Ә бына ошо көндәрҙә Смаҡай ҡатын-ҡыҙҙары “Өсөнсө быуынға – әүҙем оҙон ғүмерлелек” фестиваленә йыйылды. Унда улар проектты тормошҡа ашырыу барышында алған белемдәрен, оҫталыҡтарын күрһәтте. “Ансар” ойошмаһы директоры Людмила Титова проект командаһында ҡатнашыусыларға, Смаҡай ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Насыроваға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Хаҡлы ялға сығыу өйҙә ял итеп кенә ултырыуҙы аңлатмай әле. Пенсиялағылар ҙа әүҙем тормош алып бара, сәләмәтлектәрен нығытыу өҫтөндә эшләй ала. Смаҡай ҡатын-ҡыҙҙары быны үҙ өлгөһөндә күрһәтте. Әүҙем гүзәл заттарҙың береһе 68 йәшлек Гөлдәр Фәйзуллина сәләмәтлекте нығытыуға йүнәлтелгән сараларҙа ихлас ҡатнашыуы хаҡында һөйләне:
- Башлағанда ауырыраҡ кеүек булһа ла, аҙаҡ бик ныҡ оҡшап китте. Фитнес, йөҙөү, скандинавия йөрөүе күңелгә ятты. Дәрестәр алып барыусы тренерҙарға ла ҙур рәхмәт, һәр ваҡыт беҙҙе аңлап торҙолар. Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне. файҙаһын үҙебеҙҙә тойҙоҡ, йәшәреп киткән һымаҡ булдыҡ, - тине ул.
Артабан да беҙҙең гүзәл заттарыбыҙ ошондай матур, сәләмәт, спорт яратҡан, ныҡлы рухлы булып ҡалһын ине, тигән теләктәрен дә еткерҙе уларҙы алға әйҙәп, дәртләндереп йөрөүсе Фәүзиә апай Насырова. Өлгәшелгәндә туҡталып ҡалмай, яңынан-яңы үрҙәр яуларға булһын һеҙгә!
Фото: автор.
Читайте нас: