Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2020, 12:34

Биттәге йыйырсыҡтарҙан ҡасып була!

Бының өсөн түбәндәгеләрҙе көн һайын үтәргә ғәҙәтләнегеҙ.

Бының өсөн түбәндәгеләрҙе көн һайын үтәргә ғәҙәтләнегеҙ.

Ҡайһы ғына ҡатын-ҡыҙ битендәге йыйырсыҡтарынан ҡотолаһы килмәй икән? Уларҙы юҡ итеүгә ҡарағанда, булдырмау юлдарын асыҡлау дөрөҫөрәк. Нимәнән килеп сыға һуң йыйырсыҡтар? Ҡартайыуҙан ғына мы?

1. Йоҡо туймау һәм дөрөҫ туҡланмау. Ҡатын-ҡыҙға тәүлегенә 9 сәғәт йоҡларға кәрәк. Һыу эсеүгә лә иғтибар кәмемәһен.

2. Йыуынғандан һуң битегеҙҙе таҫтамал менән ышҡымағыҙ. Һыу үҙе кибергә тейеш. Ашығыс булһа, ҡағыҙ салфетка мелән еңел генә үтегеҙ.

3. Бит тиреһе тәрбиәләүгә мохтаж. 30 йәшкә ҡәҙәр тире менән проблема булмау киләсәктә лә шулай буласағын билдәләмәй. Олоғайған һайын тәрбиә нығыраҡ кәрәк.

4. Биҙәнеп оҙак йөрөмәгеҙ. Косметиканан баш тартырға кәрәкмәй, әммә көн ағағында ул тулыһынса биттән юйылырға тейеш.

5. Һыуҙы бер ни ҙә алыштырмый. Әгәр ҙә һеҙ мицелляр һыу һәм башҡалар мелән генә косметиканы һөртөп алаһығыҙ икән, һыу менән йыуынырға онотмағыҙ.
Фото: интернет
Читайте нас: