Февраль айы етеү менән баҡсасылар йәшелсә сәсә башлай һәм төрлө хәлдәргә осрай. Бер нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалһағыҙ ине.
Бүлмәлә үҫтергәндә, йәш үҫентеләр яҡтылыҡҡа тартыла һәм улар бөгөлә. Һәйбәт үҫһен өсөн, улар шытып сығыу менән йәшник эргәһенә көҙгө йәки цинк яғылған ҡалай ҡуйығыҙ. Көҙгөнө тәҙрәгә ҡаратып урынлаштырырға кәрәк. Үҫентеләргә яҡтылыҡ һәйбәт төшәсәк, хатта йәшниктәрҙе тәҙрә төбөнә түгел, уның эргәһенә ҡуйылған өҫтәлгә лә ултыртырға була.
Өйҙәге гөлдәр тирәһендә барлыҡҡа килгән бөжәктәргә ҡаршы ағас көлө ҡулланығыҙ. Япраҡҡа һибергә лә, һыуҙа һабын менән бергә иретеп ҡулланырға ла мөмкин. Бының өсөн бер биҙрә йылымыс һыуға 3-4 аш ҡалағы кер порошогы йә әҙерәк кер һабыны ҡырҡып һалығыҙ. Улар иреп бөткәс, һыуҙы махсус һиптергес аша һибергә була.