Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең нисек итеп бөгөнгө бейеклектәргә күтәрелгәнен интернет селтәрҙәре аша ҡарай барып, бик һоҡлана инем. Был илде үҙ күҙҙәрем менән күреү күптәнге хыялым булды. Ниһайәт, быйыл Яңы йылда ғаиләм менән ошо илгә сәйәхәт ҡылыу бәхете тейҙе.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ете әмирлектән торған федератив дәүләт. Һәр әмирлек абсолют монархия төҙөлөшөндәге дәүләт: Әбү-Даби, Ғәжмән, Дубай, Рас-әл-Хайма, Умм-әл-Кайвайн, Фүжәйрә һәм Шаржа. Иң ҙуры - Әбу-Даби әмирлеге, тап уның әмире Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең президенты булып тора. Әбү-Даби - Әмирлектәрҙең баш ҡалаһы ла. Халҡы 8,5 млн кеше, күпселеге (70 процентҡа яҡыны) көньяҡ һәм көньяҡкөнсығыш Азиянан килгән эшселәр. Ерле халыҡты мосолмандар тәшкил итә.
Бер нисә ай алдан уҡ алып ҡуйған юллама буйынса Ырымбур аэропортынан Дубайға йыраҡ булмаған Аль-Мактум Халыҡ-ара аэропортына остоҡ. Был яңы төҙөлгән бинала пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү яҡшыларҙан иҫәпләнә. Беҙҙе унда русса яҡшы белгән туроператорҙар ҡаршы алды, автобустарҙа отелгә алып барып урынлаштырҙылар.
Шаржа ҡалаһында ике йондоҙло отель һайлағайныҡ. Был илдә туристар өсөн башҡа сит илдәрҙәге кеүек йондоҙҙарҙың нисәү булыуы мөһим түгел. Сөнки һәр отелдә хеҙмәтләндереү юғары кимәлгә ҡуйылған. Шулай итеп, Verona Resort Sharjan отелендә беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алдылар, хеҙмәтләндереүселәр, икмәк-тоҙлоҡ тигәндәй, русса ярайһы уҡ аңлаша ала. Үҙебеҙҙә үк һумдарҙы долларға, ә отелдә уларҙы дирхамдарға алыштырҙыҡ. Отелдең территорияһы ҙур ғына булып сыҡты, бассейны, саунаһы, тренажер залы бар. Путевка хаҡына туҡланыу ҙа кергәйне. Нимә теләйһең, шуны һайлап алаһың. Беҙ, әлбиттә, үҙебеҙҙә булмаған ризыҡтарҙы тәмләп ҡарарға тырыштыҡ. Әйтергә кәрәк, бында аш-тәмләткестәрҙең төрлөһө ныҡ ҡулланыла. Ғәрәп халҡы тоҙло, әсе аҙыҡтарҙы хуп күрә ахыры, тип уйлап ҡуйҙыҡ.
Юлда бик арыған булһаҡ та, тиҙерәк диңгеҙҙе күрергә ашыҡтыҡ. Отель менән уның араһында биш минутлыҡ ҡына юл ине. Отелде һайлағанда ошоға иғтибар иткәйнек. Фарсы ҡултығы гидрологик режим буйынса диңгеҙ булып иҫәпләнә Яр буйында ҡыҙынып ятҡандар, һыу инеүселәр араһында Рәсәйҙән килеүселәр күп кенә булыуы күҙгә ташланды. Бер яҡ ситтәрәк ир-егеттәр балыҡ тота. Беҙҙәге ҡыштан ҡапыл 29 градуслыҡ эҫегә күскәнлектән ахыры, бер ике сәғәттәй ҡыҙыныуыбыҙ етә ҡалды, көн тейеп, кисен баш ауыртып алды.
Шейх Зайда мәсетенә экскурсия
Отель ялы менән сикләнеү беҙҙең өсөн түгел, иртәгәһенә үк экскурсияларға яҙыла һалдыҡ.
Әбу-Дабилағы шейх Зайда мәсете донъялағы иң ҙур һәм иң матур алты мәсет исемлегенә ингән. Туристар иң күп йөрөгән урындарҙың береһе булып тора. Яңы йыл осоро тура килгәнгәме, ер шарыбыҙҙың төрлө мөйөшөнән килгән халыҡ мыжғып тора. Бөтә ерҙә һаҡсылар, камера, таҙалыҡ хөкөм һөрә. Бинаның тышында бассейн, сәскәләр үҫә, ысындан да, һине ғәжәп матурлыҡ урата.
Мәсетте төҙөүҙә тик тәбиғи материалдар ғына ҡулланылған. Мәрмәр, алтын, ярым ҡиммәтле таштар, кристалдар Индия, Италия, Германия, Мысыр, Төркиә һәм башҡа илдәрҙән килтерелгән. Төп залда немец оҫтаһы Фаустигтың проекты менән башҡарылған донъялағы иң ҙур - 12 тонналыҡ гәлсәр люстра эленеп тора. Мәсеттең төньяҡ манараһында ислам сәнғәте һәм архитектураһына бәйле 7 меңдән ашыу китабы булған китапхана урынлашҡан. Улар араһында тарихи яҡтан ҡиммәте ҙур булған 100-ҙән артыҡ китап һаҡлана. Төп табыныу залында ҡулдан эшләнгән 5700 квадрат метрлыҡтағы һәм 35 тонна ауырлыҡтағы иҫ киткес матур балаҫ түшәлгән. Уны 1200 оҫтаның ике йыл буйы эшләүе билдәле.
Туристар ағымы күп булғанғамы, ҡайһы бер бүлмәләргә индермәнеләр. Был экскурсияға беҙҙең менән бергә 70 йәштәрҙәге биҙәнеп-төҙәнеп алған ҡатын да барғайны. Яңғыҙы ғына йөрөнө. Артта аҙашып тороп ҡалмаһын тип уға: “Әйҙәгеҙ беҙҙең менән автобусҡа, юғалып ҡуймағыҙ”, тип өндәштем. Ә ул баһаһын белеп кенә: “Бәлки, һеҙ юғалырһығыҙ, ә мин - юҡ. 33 илдә булдым, бында ла беренсе килеүем түгел”, тип яуап бирҙе. Аҙаҡ ҡайтырға тип автобусҡа ултырғас, ҡыҙыҡһынып, был әүҙем сәйәхәтсе менән һөйләшеп алдым. Үҙен Анастасия тип таныштырып, Волгоградтан булыуын, ғүмере буйы сәйәхәт итеүен һөйләне. Ханым 5 телде яҡшы белә. “Мине ҡартайтмағыҙ улай, киләсәктә лә бараһы ерҙәрем күп әле”, тип йылмайым ҡуйҙы ул. Мәңге онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алып ҡайттыҡ беҙ мәсеттән.
Һинд океанын да барып күрҙек
Иртәгәһенә Һинд океанына юл тоттоҡ. Унда барып етеү өсөн сәғәт ярымлыҡ ваҡыт кәрәк, тип әйткәйнеләр. Автобус тәҙрәһенән сүллектә дөйәләр йөрөүе күренеп ҡалды, аҙаҡ ҡаялы тауҙар аша үттек, фотоға ла төшөп алдыҡ. Балаҫ һәм еләк-емеш баҙарын күрҙек - ниндәйе генә юҡ уларҙың! Һинд океаны янында урынлашҡан күркәм генә отель янында туҡталдыҡ. Бында дүрт сәғәттән ашыу ял итек, океанда һыу индек, ҡояшта ҡыҙындыҡ. Бейек кактустар, гранаттар, сәскәле ҡыуаҡлыҡтар, пальмалар – беҙҙең өсөн ят үҫемлектәр күҙ яуын алып ултыра. Ә океан үтә күренмәле, ниндәй генә балыҡтар йөҙмәй! Отелгә йыраҡ түгел Ташбаҡа утрауы күренә. Күптәр шунда йөҙөп, ташбаҡалар өйөмөн, медузалар, диңгеҙ ҡыҫалаларын, төрлө балыҡтарҙы яҡындан күрә алды. Үҙебеҙҙең отелгә ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып еттек.
Иртәгәһенә тик диңгеҙҙә генә ял итергә ҡарар иттек. Көн оҙоно бер һыу инеп, бер ҡыҙынып ял иткәндән һуң, кисен Шаржа ҡалаһы буйлап йәйәүләп йөрөнөк. Бейек, заманса күркәм йорттар үҙенә йәлеп итә. Сауҙа йорттары бында төнөн дә асыҡ.
Әмирлеккә кил дә, донъялағы иң бейек бинаны күрмә! Дубайҙағы Бурдж-Хәлифәгә бармайынса булдырманыҡ. Иртәгәһенә экскурсия менән Дубайға киттек. 163 ҡаттан торған, бейеклеге 828 метрлыҡ бина донъяла иң-иңдәрҙән иҫәпләнә. Бурдж-Хәлифәлә донъяла иң ҙур ресторан һәм асыҡ һауалағы иң ҙур майҙан урынлашҡан. Әйләнә-тирәне ошо бейеклектән күҙәтеү үҙе бер онотолмаҫ кисереш булды. Төнгө Дубай мең төрлө уттарға күмелгәйне. Аҫта доңъялағы иң бейек һәм ғәҙәти булмаған фонтан балҡып тора. Ярты сәғәт һайын, фонтан урғыла башлау менән, ғәрәп телендә моң ағыла. Музыка һәр ваҡыт үҙгәреп тора, ә Бурдж-Хәлифәлә төрлө телдә яҙыуҙар барлыҡҡа килә. Был матурлыҡты яҙып ҡына аңлатырлыҡ түгел...
“Дубай Молл” бинаһында урынлашҡан донъялағы иң ҙур океанариумды ла күрергә яҙҙы. Океанариум үҙенә 10 миллион литр һыуҙы һыйҙыра ала икән. Халыҡҡа балыҡтарҙы күҙәтеү өсөн аҫҡы яҡтан туннель урынлашҡан. Бында 33 мең төрҙәге диңгеҙ тереклеген күреп була. Юлыбыҙ артабан дауам итә.
Бурдж-эль-Араб - Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә иң эре отелдәрҙең береһе. Халыҡ телендә уны “парус” тип йөрөтәләр. Бина ярҙан 280 метр алыҫлыҡта яһалма утрауҙа урынлашҡан. Унда хатта бәҙрәфтәрҙә унитаздар ҙа алтындан эшләнгән тигән һүҙ йөрөй, булмаҫ тимә. Беҙҙе, ябай туристарҙы, отелгә индермәһәләр ҙә, бина янында фотоға төшөү ҙә ҡәнәғәтләндерҙе.
Джумейра пальмаһына ла бармай ҡалманыҡ. Донъялағы иң ҙур яһалма утрау пальма япраҡтарын хәтерләтә. Ул Фарсы ҡултығында Дубай яры янында урынлашҡан. Пальма япраҡтарында отелдәр төҙөлгән. Һәр япрағында байҙар һәм билдәле шәхестәрҙең виллалары урын алған. Бындағы иҫтәлекле урындарҙы күреү - туристар өсөн иң мауыҡтырғыс мәлдәрҙең береһе.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре бөтә яҡлап та рекордтар ҡуйырға ярата. Улар беҙҙә барыһы ла иң ҙуры, иң матуры булырға тейеш тигән принцип менән йәшәй. Беҙҙе экскурсияларға йөрөткән Морат исемле гид әйтеүенсә, бында барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар айырым мәктәптә уҡый. Балалар урта белемде ғәрәп телендә алһа, юғары уҡыу йорттарында дәрестәр инглиз телендә уҡытыла. Әгәр ҙә һин урындағы халыҡтан икәнһең, гражданлығың булһа, бөтә мөмкинлектәр асыҡ. Бушҡа ер бирелә, бер нисә эш асып, тик етәкселек вазифаһын ғына башҡараһың. Яңы өйләнешкәндәргә дәүләт тос ярҙам бүлә, яңылышмаһам, беҙҙең аҡсала 1 млн 200 һум тирәһе. Әгәр ҙә һин башҡа илдән килгәнһең икән, үҙеңде төрлө өлкәлә күрһәт, ил өсөн ҡаҙаныштарға өлгәш - ул саҡта шейх һинең хеҙмәтеңде баһалап, бында төпләнеү өсөн бар яҡлап та ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәшәү ҡиммәткә баҫһа ла, уның байы эш хаҡы бик юғары. Мәҫәлән, туристарҙы йөрөткән ябай автобус водителе айына беҙҙеңсә 300 мең һум алыуын йәшермәне.
Мосолман иле булғанлыҡтан, йәмәғәт урындарында ҡатын-ҡыҙҙарға ҡыҫҡа итәктәрҙә йөрөргә ярамай, закон ҡаты. Урамда эскән, тартҡан кешене күрмәҫһең. Магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр алырға уйлама ла, һатыуҙа бөтөнләй юҡ. Әйтергә кәрәк, беҙҙең гид үҙе Кавказ яҡтарынан булып сыҡты, ете телдә яҡшы аралаша. Төрлө илдәрҙә булған, әммә ошонда төпләнергә хәл иткән, тиккә түгел, тимәк.
Күргәндәрҙән һәм ишеткәндәрҙән...
Бында аҙым һайын мәсет, ресторан-кафелар урынлашҡан. Әйтергә кәрәк, архитектура тураһында законға ярашлы, бында өй һалыусыларға ике бер төрлө бина төҙөп
ҡуйыу тыйыла. Шуға ла Дубай ҡалаһы заманса дизайны менән айырылып тора. Иртән такси машиналарынан тыш кеше әллә ни күренмәй. Төшкә табан халыҡ урамдарға, кибеттәргә ағыла, ә кисен инде яңы тормош башланған кеүек, бар ғәм баҙарҙағылай шау-гөр килә. Гидтарҙың береһе әйтеүенсә, урындағы халыҡ бик бай йәшәй. Шуға ла ирҙәр бер нисә ҡатын ҡарай ала. Шейх ҡатындарының һәр береһе айырым өйҙәрҙә йәшәй. Улар балалар тәрбиәләй, ире менән ҡунаҡтарға, магазиндарға йөрөй. Ҡатын-ҡыҙ үҙен ҡарауға һәм биҙәнеү әйберҙәренә беҙҙеңсә йылына яҡынса 1 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф итә, тиҙәр. Барлыҡ сауҙа нөктәләрендә һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә сит илдәрҙән килгән ир-егеттәр эшләй. Бынан бер нисә йыл элек Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре граждандары бөтөнләй эшләмәгән, бары тик дәүләттән пособиеға йәшәгән. Һалым да түләмәгән. Хәҙер урындағы халыҡ әкренләп эшләй башлаған. Тик барыһы ла тиерлек юғары вазифаны биләй, “ҡара эш” башҡармай. Ашханаларҙа, хатта кейем тегеү кибеттәрендә, матурлыҡ салондарында көслө зат эшләүе миндә ғәжәпләнеү тойғоһо уятты. Маршрут автобустары ла юҡ тиерлек, урамдарҙа тик таксилар ғына елдерә. Юлдар, тротуарҙар күп, әммә йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урындары һирәк. Ҡайҙа уңайлы, шунда ҡулыңды һуҙып машиналарҙы туҡтатаһың да, юл аша сығаһың. Асфальт көҙгөләй ялтырап ята. Беҙгә быны Германия технологияһы буйынса сифатлы итеп түшәлеүе менән аңлаттылар. Туҡталҡалар үтә күренмәле, быяланан төҙөлгән. Бик эҫе булғанлыҡтан, халыҡ бында кереп ял итә, хәл ала. Эстә кондиционер, телевизор, розеткалар ҡуйылған. Беҙҙә булһа, был телевизорҙар торор инеме икән?..
Дубайҙа метро бар, тик беҙ унда йөрөп өлгөрә алманыҡ. Өс вагонлы электропоезд машинисһыҙ йөрөй. Дөйөм халыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн айырым вагондар бар. Метрола ашарға һәм һағыҙ сәйнәргә ярамай. Законды боҙоусыларға ҙур күләмдә штраф янай. Шулай уҡ Дубайҙа автомобиль йөрөтөү өсөн таныҡлыҡ алыу еңел түгел. Экзаменды нисек килеп туҡтауыңды миллиметрға тиклем иҫәпләгән робот ҡабул итә. Дубайҙың полиция автопаркы ла иң шәптәрҙән иҫәпләнә. Улар Феррари, Ламборджини һәм башҡа сит ил машиналарында йөрөй. Закон боҙоусыларға яза ҡаты. Әгәр ҙә эскән килеш руль артында йөрөгәнеңде белеп ҡалһалар, күҫәк менән туҡмап ташлауҙары ла мөмкин.
Был сәйәхәт беҙҙең ғаилә өсөн онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә ниндәйҙер кимәлдә үҙебеҙҙе киләсәккә килгәндәй хис иттек. Бер нисә йыл эсендә генә ҡомлоҡта сәскә атҡан, мөһабәт төҙөлөштәре менән һоҡландырған илдән беҙгә күп нәмәгә өйрәнергә була.