Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2020, 02:15

ТӘБИҒӘТ АҢЛЫ ҠАРАШҠА МОХТАЖ

Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров халыҡты ҡабул итте.

Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров халыҡты ҡабул итте.
Борсоулы һорауҙар менән ишембайҙарҙы ҡабул итеүҙә район башлығы Азамат Абдрахманов, ауыл хужалығы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология бүлегенең баш белгесе Люциә Зиннурова, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы начальнигы Азат Хәйбуллин, «Эко-Сити» төбәк операторының идара итеүсе директоры Артем Киреев та ҡатнашты.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыу проблемаһының көнүҙәклеген барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай. Ишембайҙарҙың Урал Салауат улына биргән һорауҙары, тәҡдимдәре лә бер йүнәлештә генә булманы. Мәҫәлән, Абдрахман Вәлидов Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы эргәһендә урынлашҡан «Башҡортостан сода компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең рассолопромыслы биләгән территорияла һыуға, һауаға һәм тупраҡҡа мониторинг үткәрергә тигән тәҡдим индерҙе.
Ни өсөн төлкөләр, бүреләр, айыуҙар урман-тау эргәһендәге ауылдарға яҡын килә, тигән һорауҙан башланы министрға мөрәжәғәтен Фәрҙәт Туҡтамышев. Фәрҙәт ағай үҙе был хәлде йәнлектәрҙең ас булыуы менән аңлатып бирҙе. Кешелек кейектәргә ярҙам юлы хаҡында
уйланырға тейеш. Ағайҙың икенсе һорауы браконьерлыҡҡа ҡаршы көрәшкә
ҡағылды.
Муниципаль райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы Рәйсә Йосопова был юлы өс тәҡдим индерҙе: урында күсмә экологик лаборатория булдырыу, күпләп ылыҫ ағастарын ултыртыу һәм аҙыҡ-түлекте экологик таҙалыҡҡа тикшереү. Һәр магазинда, һәр кибеттә пальма майы ҡушылған ризыҡтар һатыла – ошоға ла иғтибар биреүегеҙҙе теләр инем, тине ул һүҙен йомғаҡлап.
Ғүмәр ауылынан Миңлегөл Ғайсина етәкселегендә бер төркөм кешеләр, «Ишимбайский известняк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ятҡылыҡты эшкәрткән саҡта экологик талаптарҙы үтәмәүе ҙур зыян килтерҙе, тип дәғүә белдерҙе. Предприятие эшен туҡтатыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы тиҙерәк уның лицензияһын алдыртырға теләй. Шулай күңелгә лә тынысыраҡ. Урал Салауат улы эштең процеста булыуын, ғүмәрҙәргә документтар менән эш итеүҙә ярҙам күрһәтергә әҙерлеген белдерҙе.
Урал Искәндәров, күптәрҙең һорауы етди, урынлы, тип билдәләп үтте. Яуаптар яҙма рәүештә ебәреләсәк, тип аңлатты ул. Азамат Абдрахманов та әүҙемселәрҙең эшен, инициативаһын юғары баһаланы.
Республикабыҙ хозур тәбиғәткә, баһалап бөткөһөҙ тәбиғәт байлыҡтарына эйә. Бөгөнгө көндә ул күп нәмәләренең бренд кимәленә күтәрелеүе менән ғорурлана ала. Ошо байлыҡты һаҡлап ҡалыу, әлбиттә, үҙ ҡулыбыҙҙа.
Фото: автор.
Читайте нас: